Алтмыш аҙым алға атла, алты тапҡыр артыңа ҡара.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Нуриманда күлдәр ҡорой
  • Ниндәй автобустарҙа йөрөйбеҙ?!
  • Аллаhы Тәғәлә бойороҡтары
  • Бер стакан еләк – 60 һум
  • Былар ҡыҙыҡлы
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Телеңде йоторлоҡ Яңылыҡтар » Конкурстар

    Эремсектән запеканка

    Запеканка бешереү өсөн 500 г эремсек, 1 йомортҡа, 2 аш ҡалағы һары май, 2 аш ҡалағы он менән манный ярмаһы, 3 аш ҡалағы шәкәр, тоҙ, ванилин алына.
    Ауыл эремсеге булһа, уны ит турағыс аша үткәрергә лә, шәкәрҙә туҡылған йомортҡа, май, он, манный ярмаһы, тоҙ, ванилин ҡушып, мейескә 25 – 30 минутҡа бешерергә ҡуйырға. Һыуынғас, табынға ҡаймаҡ менән бирелә.

    авторы: Нур | 24 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Үәт, ҡыҙыҡ! Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Берәүгә йорт туйларға ҡунаҡтар килә. Ашап-эсеп, йырлап-бейеп ҡайтырға тип кейенә башлайҙар hәм коридорҙа торған ҙур сүкеште күреп:
    – Был нимә? – тип hорайҙар.
    – Сәғәт, – ти хужа.
    – Нисек сәғәт?
    Хужа сүкеше менән стенаға hуға, ә теге яҡтан берәү:
    – Иптәштәр, hеҙҙең оятығыҙ бармы, юҡмы? Улай ярамай. Сәғәт төнгө өс бит инде, – ти.

    авторы: Нур | 24 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҙур спорт тирәләй Яңылыҡтар » Спорт

    «Рубин» аптырата...

    Футбол буйынса Рәсәй беренселегенең сираттағы туры турнир таблицаһына әллә ни үҙгәреш килтермәне. Чемпионат лидеры, Ҡаҙандың «Рубин» командаһы инде был юлы «Амкар» футболсыларын 1:0 иҫәбенә отоп, алты уйында алты еңеү менән үҙ позицияһын нығыта төштө. Сөнки төп урынға дәғүә иткән клубтар, hаман да үҙ уйынын таба алмай, мәрәйҙәр юғалтыуын дауам итә. Әйтәйек, уҙған миҙгел Рәсәй чемпионы – «Зенит» футболсылары «Сатурн» менән 1:1 иҫәбенә уйнап, мәрәйҙәрен бүлеште. Хәҙер улар бары ете мәрәй менән генә унынсы урында урынлашты. Шулай уҡ Валерий Газзаевтың да тәрбиәләнеүселәре еңеү шатлығын кисерә алмай ыҙалана. Улар «Локомотив» менән 0:0 иҫәбенә уйнаны. Ә бына Мәскәүҙең «Спартак» клубы, ниhайәт, «Спартак-Нальчик» уйынсыларын 2:1 иҫәбенә еңеп, хәлен бер аҙ яҡшыртты.
    Ҡалған осрашыуҙар ошондай иҫәпкә тамамланды: «Терек» – «Луч-Энергия» – 2:1, «Мәскәү» – «Динамо» – 1:1, «Кр. Советов» – «Томь» – 3:0, «Шинник» – «Химки» – 3:2.

    авторы: Нур | 24 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Зәйнулла ишандың ҡайhы бер мөриттәре тураhында «Мәмбәт шәжәрәhе»ндәге мәғлүмәттәр Мәҙәниәт

    Беҙҙә мәҙрәсәләр тарихы бик аҙ өйрәнелгән. «Башҡортостан» ҡыҫҡаса энциклопедияhында, мәҫәлән, ХIХ – ХХ быуатта Өфө губернаhында эшләп килгән 40-лаған мәҙрәсә хаҡында әйтелә, ә Ырымбур губернаhында булған мәҙрәсәләр тураhында бер ниндәй ҙә мәғлүмәт юҡ тиерлек. Берҙән-бер мәғлүмәт Верхнеульск өйәҙендәге «Рәсүлиә» мәҙрәсәhе хаҡында.
    Ә был хәл ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Һәр хәлдә Ырымбур губернаhында ла мәҙрәсәләрҙең булғанлығы, уларҙа башҡорт халҡының күренекле зыялылары, мәғрифәтселәре уҡытҡанлығы хәҙер инде бер кемдә лә бәхәс уятмай.

    авторы: Нур | 24 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Әҙәби ҡәрҙәштәр һәм аҙаштар Әҙәбиәт

    Әҙәби ғаилә тигән hүҙбәйләнеште ишеткәнегеҙ бармы икән? Ишетмәhәгеҙ ҙә аптырайhы түгел, сөнки ундай ғаиләләр аҙым hайын осрамай. Әгәр махсус ҡыҙыҡhынып, башҡорт әҙиптәре биографияhына күҙ hалhаҡ, иң тәүҙә Һәҙиә hәм Fөбәй Дәүләтшиндарҙы иҫкә төшөрөү зарурҙыр. Яҙмыштары фажиғәле осланған аҫыл шәхестәр... Артабан Рәғиҙә Янбулатова hәм Арыҫлан Мөбәрәков, Фәниә Чанышева-Рамазанова hәм Fилемдар Рамазанов, Гөлфиә Юнысова-Иҙелбаева hәм Мирас Иҙелбаев, йәшерәк быуындан Тамара (Искәндәриә) hәм Хисмәт Юлдашевтарҙы, Хәмдиә hәм Сөләймән Латиповтарҙы, Зөhрә Ҡотлогилдина hәм Нияз Мәhәҙиевтарҙы (улдары Азаматты – ике китап авторын) телгә алырға кәрәк. Мәгәр бөгөн иң ишле «әҙәби» фамилия – Бураҡаевтар, минеңсә. Геолог-ғалим, публицист, Диҡҡәт Бураҡаевтың күп кенә китап яҙғанын беләм. Мәрхүмдең тормош юлдашы Мәрйәм инәй Бураҡаева – күренекле прозаик, йәмәғәт эшмәкәре. Улдары Илгизәр – әҙип, мөхәррир. Һеңлеhе, мәктәп буйынса hабаҡташым Зөhрә – бына тигән сәсмә әҫәрҙәр авторы, телефильмдарға сценарийҙар ижад итеүсе. Яҙыусылар союзында тормаhа ла, атаҡлы мәрхүм шағир Шәриф Биҡҡолдың хәләл ефете Рәйсә Биҡҡолова – Йәркәеваның ижады ла әҙәбиәт hөйөүселәргә ярайhы таныш. Иҫтәлектәре, хикәйәләре буйынса.

    авторы: Нур | 24 апреля 2008 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Башҡортлоҡто тойҙорған күргәҙмә Мәҙәниәт

    16 апрелдә Силәбе өлкә крайҙы өйрәнеү музейында «Башҡорт халҡының легендалары hәм мираҫы» тигән күргәҙмә асылды. Милләтебеҙҙең бөгөнгөhө өсөн бик әhәмиәтле булған был күргәҙмәне булдырыу идеяhын күтәреп сығып, уны тормошҡа ашырыусы, музей хеҙмәткәре, этнограф О. Новиковаға барлыҡ халыҡ исеменән оло рәхмәт белдерге килә. Арғаяш районынан район hәм Ҡолой, Яратҡол мәктәп, Үрге Өфәлей, Мейәс ҡалаларының крайҙы өйрәнеү музейҙарынан, Ш. Бабич исемендәге китапхананан, Красноармейск районы hәм Силәбе дәүләт университетының этнография музейынан алынған экспонаттарҙы бик матур итеп, яйына тура килтереп урынлаштырғандар. Экспонаттарға бай, йөкмәткеле күргәҙмәне июнгә тиклем мәктәп уҡыусылары, студенттар, ҡунаҡтар килеп ҡарай ала.

    авторы: Нур | 24 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рухыбыҙ ныҡ, Урал тауындай Башҡортостан » Милли проекттар

    Етәксебеҙ булғас ут,
    беҙҙе алмай тут


    Бынан ике йыл элек, 2006 йылдың мартында, Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ултырышында бер тауыштан яңы рәйес һайланды. 1998 йылдан алып Башҡорт халыҡ үҙәгенең әүҙем ағзаларының береһе булған Марсель Йосопов был вазифаны ҙур яуаплылыҡ менән ҡабул итте. Өлкәнең милләттәш эшҡыуарҙарын йыйып, башҡарма комитеттың фондын булдырҙы. Күбеһенсә уның үҙенә матди яҡтан ғына түгел, урындағы етәкселәр менән килешеү, милли мәсьәләләрҙе өлкә һәм ҡала кимәлендә дөрөҫ һәм ыңғай хәл итеүгә булышырға ла тура килде. Танылған эшҡыуар булараҡ ихтирам яулап өлгөргән башҡорт егетенең эш һөҙөмтәләре барыһын да ҡыуандыра. Шәхси аҡсаһына сәркәтип штаты булдырып, офис асып, эш өсөн оргтехника һәм башҡа кәрәк-яраҡтар алыуҙы ойошторҙо Марсель Харис улы. Ойошманың эшен тағы ла нығыраҡ әүҙемләштереү мөмкинлеген булдырҙы. Халыҡ менән бәйләнеште киңәйтте. Ҡоролтайҙан ситтә, үҙ белдектәре менән милләтебеҙҙең мәҙәниәтен, тарихын һаҡлап ҡалыу өсөн ҙур көс һалып эшләп килгән райондар менән бәйләнешкә сығып, берләшеп, эште дауам иттек. Өлкә башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетын булдырыу менән актив эшләп килеүсе Трехгорный, Үрге Өфәлей, Магнитогорск, Мейәс, Ҡыштым, Сыбаркүл, Златоуст ҡалалары башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеттары рәйестәре Клара Яҡупова, Ғәбделйән Сабиров, Мәүлит Мырҙағәлин һәм уның урынбаҫары, Магнитогорск ҡалаһының милли китапханаhы мөдире Нәсимә Туҡаева, Наил Fарипов, Лилиә Нәбиуллина, Радик Моратов менән берлектә Арғаяш, Ҡоншаҡ, Ҡарағайлы райондарының ҡоролтай башҡарма комитеттары рәйестәре Мәрзиә Сәғретдинова, Рәүф Хужин, Рабиға Бикбулатова эшкә тағы ла илһамланып, дәртләнеп тотондо. Халыҡ яңы быуын етәкселәренең мөмкинлектәренә, рухи яҡтан һөйөнөс ҡатыш өмөт менән ҡараны. Ә 37 ағзанан торған ҡоролтай активы, бер нисә тармаҡ буйынса эштәрен планлаштырып, шул комиссияларҙың етәкселәрен һайлап, халыҡ мәнфәғәте өсөн эште дауам итте.

    авторы: Нур | 24 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Дайджест Яңылыҡтар

    Ышанһаң-ышан...

    Ғалимдар элек Ерҙең икенсе яҡҡа әйләнгәнен иҫәпләп сығарған. Ҡасандыр ҡояш беҙ өйрәнгәнсә көнсығыштан түгел, ә көнбайыштан ҡалҡҡан икән. Яҡынса 4,5 млрд йыл элек булған ваҡиға беҙҙең планеталағы хәл-торошто танымаҫлаҡ итеп үҙгәртеүгә сәбәпсе булған. Хатта, бәлки, унда тормош барлыҡҡа килеү өсөн шарттар ҙа тыуҙырғандыр. Ана шул алыҫ осорҙа Ай барлыҡҡа килгән. Дөрөҫөрәге, ул Ергә Марс ҙурлығындағы һауа есеме килеп бәрелеү һөҙөмтәһендә килеп сыҡҡан. Күп ғалимдар тап шул рәүешле Ер ошондай юлдашҡа эйә булған тип иҫәпләй. Американың Көньяҡ-көнбайыш институтынан Робин Кэнап компьютерҙа ошо ҡурҡыныс бәрелеште һәм Айҙың барлыҡҡа килеү процесын моделләштергән. Һөҙөмтәлә Ай әлеге кеүек булһын һәм әлеге урынында торһон өсөн Ергә күпкә шәберәк һәм кире яҡҡа әйләнергә кәрәк булған. Кэнаптың моделенән күренеүенсә, 4,5 млрд йыл элек беҙҙең планетаның тиҙлеге шундай булған – тәүлек дүрт сәғәткә тиңләшкән, Ҡояш көнбайыштан ҡалҡҡан. Әйткәндәй, бәрелеш Ерҙең күсәрен ҡыйшайтҡан, һөҙөмтәлә беҙ ошондай ваҡыт тиҙлегендә йәшәйбеҙ.

    авторы: Нур | 24 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru