Ашы юҡ ураҙа тотҡан, эше юҡ ас ултырған.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йыланлы урын
  • [b]Милләттәштәр, шөкөр, рухлы әле,
  • «Байыҡ» бейеү конкурсының III туры үтте
  • Дайджест
  • [b]Зөһрә – йондоҙ![/b]
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Үәт, ҡыҙыҡ! Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Кешегә иртән йоҡоhо туйhын өсөн, тағы ла күп булhа, бер 10 минут ваҡыт кәрәк.

    * * *
    Кафела:
    – Был аш миңә кер йыуыу порошогы шыйыҡсаhын хәтерләтә, – ти бер ир, официантҡа асыуланып.
    – Fәфү итегеҙ, ә hеҙ ул шыйыҡсаны йыш ҡулланаhығыҙмы?

    авторы: Нур | 17 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҙур спорт тирәләй Яңылыҡтар » Спорт

    Ҙур спорт тирәләйБерәүһе осто, сиратта кем?

    Футбол буйынса Рәсәй беренселегенең Премьер-лига командалары бишенсе турын уҙғарып, бер «баш»ты урынынан осороп та өлгөрҙө. Мәскәү өлкәhенең «Химки» футболсылары ошо ваҡыт эсендә бары ике мәрәй яулап, ғәйепте баш тренерҙан тапты.
    Сербия белгесе Славолюб Муслин быға тиклем «Локомотив» клубын етәкләп тә шундай уҡ яҙмышҡа дусар булғайны. Тик ул ваҡытта тимер юлсылар беренселектең иң юғары урыны өсөн көрәшә ине. Ә хәҙер серб инде икенсе тапҡыр Рәсәй ерендә үҙен hынап ҡарамаҡсы булғайны ла, был юлы ла яҙмыш киреләнде. Һуңғы турҙа уның тәрбиәләнеүселәре беренселек лидеры – Ҡаҙандың «Рубин» уйынсыларына 0:4 иҫәбенә отолдо. Fөмүмән, лидерға килгәндә, улар биш уйында биш еңеү яулап, көтмәгәндә турнир таблицаhының иң юғары урынында нығынды. Мәскәүҙең «Динамо» клубы ла быйыл барыhын да хайран ҡалдыра. Һуңғы йылдарҙа әллә ни уңышы менән маhая алмаған «Динамо» футболсылары әлеге миҙгелде тотороҡло башланы. Улар әле «Спартак» (Мәскәү) командаhын 4:3 иҫәбенә отто hәм, «Рубин»дан ике мәрәйгә ҡалышып, икенсе урында урынлашты. «Зенит» та үҙ уйынын таба алмай ыҙалана. Был юлы улар «Крылья Советов» менән 1:1 иҫәбенә уйнап, әлегә алты мәрәй менән 11-се генә урында килә. «Локомотив» – өсөнсө урында. Улар «Терек» уйынсыларын 2:0 иҫәбенә еңде. «Луч – Энергия» – «Сатурн» – 0:0, ЦСКА – «Спартак – Нальчик» – 0:1, «Томь» – «Шинник» – 2:1, «Амкар» – «Мәскәү» – 2:0

    авторы: Нур | 17 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ябай ҙа, кешелекле лә замандашыбыҙ ине Әҙәбиәт

    Быйылғы «Ағиҙел» журналының тәүге һанында Зиннур Ураҡсиндың «Каруанһарай» атамаһы менән баҫылған романын уҡып сыҡҡайным. Әҫәр еңел уҡыла, роман аша Каруанһарай хаҡында күп нәмә белдем. Каруанһарайҙың тарихи үткәне, бөгөнгөһөнә бәйле хәл-ваҡиғалар уйландырмай ҡалмай. Роман авторының, тәрән йөкмәткеле әҫәр ижад итеп, журнал уҡыусыларын ҡыуандырыуы үҙе ни тора.
    Шуныһын да әйтеп үтке килә. Журналды тотош уҡып сыҡҡас, шундай фәһемле әҫәр яҙырға үҙендә көс-ҡеүәт, ҡыйыулыҡ тапҡан яҙыусыны иҫкә алыу теләге килеп тыуҙы. Ни өсөн тигәндә, Мораҡ педучилищеһына уҡырға килгән бер төркөм малайҙар менән бергә дөйөм ятаҡта йәшәгәйнек. Шул төркөмдә Зиннур ҙа бар ине. Ҡарап тороуға тәбәнәк буйлы, ҡаҡса ғына кәүҙәле бер малай булып иҫтә ҡалған ул. Киләсәктә ғалим, яҙыусы булып китер, тип ул саҡтарҙа берәү ҙә уйлап бирмәгәндер, моғайын. Ана шул йәшәгән дәүерҙә Зиннурға ҡағылышлы уҡыу йылдарын иҫкә алмау мөмкин түгел.

    авторы: Нур | 17 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мең дә өсөнсө кистә Башҡортостан » Хәтер

    Мең дә өсөнсө кистә
    ... Рәйестең киткәненә бер йыл тулып уҙҙы. Корректураһын уҡып, бына-бына сыға тип көтөп йөрөгән «Мең дә икенсе кис...» китабы менән сыҡҡан көнөнән алып, бөгөнгә тиклем серләшеп, һөйләшеп, бәхәсләшеп йәшәлә. Шағирҙың үҙенә әйтәһе, һөйләшәһе һүҙҙәр бик күп ҡалған икән дә баһа! Күпме генә аралашһаң да, фекерләшһәң дә әҙәм балаһы ғүмер буйына ла татып туя алмаҫлыҡ бәхет шул – аралашыу.

    авторы: Нур | 17 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Абыныр өсөн түңгәк табыла... Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Ошондай әйтем бар халыҡта. Уны иҫкә төшөргән hайын бынан 60 йыл элек балалар йортонда бергә тәрбиәләнгән балалыҡ дуҫым Фәниә иҫкә килә лә төшә. Бына шул дуҫымды уйламағанда осраттым.
    Шифаханаға барып ике көн үткәс, эргәмдәге бүлмәгә ике ҡатын урынлашты. Береhенең йөҙө таныш hымаҡ. Ул да миңә ҡарап ҡуя.
    Күрәhең, сырамыталыр. Эйе, ул саҡтар онотолорлоҡмо hуң? Фәниә лә, мин дә балалар йортона 1942 йылдың ҡышында килгәйнек. Мин алтынсыны бөтөргәс тә, 1947 йылда Өфөләге 9-сы республика башҡорт интернат-мәктәбенә киттем. Фәниә балалар йортонда ҡалды. Ул бишенсе синыфты тамамлағайны. Бына шунан бирле күрешкәнебеҙ юҡ ине...
    Ул ашхананан сыҡҡан ерҙә мине осратып:

    авторы: Нур | 17 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тырышлығым бушҡа китмәне Мәғәриф

    Баш ҡалабыҙ Өфөлә башҡорт мәктәптәре астырыу өсөн бөтә тырышлығын, көсөн һалған тынғыһыҙ йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Иҙел Миһран улы АГИШЕВ ошо көндәрҙә үҙенең 80 йәшлек юбилейын билдәләй. Бөтә ғүмерен мәктәптәр астырыу кеүек изге эшкә бағышлаған ул. Өфөләге иң тәүге башҡорт мәктәбе – 20-се башҡорт гимназияһынан башлап баш ҡалабыҙҙа асылған һәр башҡорт мәктәбендә уның ҡатнашлығы бар. Хәйер, был хаҡта ентекләберәк уның үҙенең һөйләгәндәренән таныша алаһығыҙ.

    авторы: Нур | 17 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һорау-яуап Мәҙәниәт

    Хәйер биреү – изге эш

    «Байрам көнөндә мин мәрйә әбейгә хәйер бирергә уйлағайным, әммә бирмәнем, сөнки ул һуңынан суҡынып ҡуйырға тейеш. Был минең өсөн ҙур гонаһ булыр кеүек. Хәйерҙе тапшырған булһам, бәлки, яҡшыраҡ та булыр ине. Мин дөрөҫ эшләнемме?»

    «Әҙәм балаларының эштәре ниәткә ҡарап хөкөм ителә, баһа бирелә», – ти Мөхәммәт бәйғәмбәр. Был хәҙис тормошта бик ҙур әһәмиәткә эйә. Саҙаҡа изге ниәт менән бирелһә, хәйер сауабы күп булыр. Беҙ уны Аллаһы Тәғәлә ризалығы, хәйер өмөт иткән мәйеттәрҙең рухтары шат булһын өсөн бирәбеҙ. Әгәр кеше мохтаж икән, уның ниндәй өммәттә булыуына ҡарамай, хәйер бирергә кәрәк.

    авторы: Нур | 17 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Аллаһы Тәғәлә бойороҡтары Мәҙәниәт

    «Эй, Әҙәм балаһы! Донъя тормошо өсөн шатланма, һин мәңгелек түгелһең. Аллаһы Тәғәлә итәғәтенә сабыр бул, сөнки ул һәр бер ауырлыҡҡа ярҙамсы булып тора. Фәҡирлегеңде ҡайғыртма, ул һинең өҫтөңдә тамға түгел. Өмөтөңдө Аллаһ рәхмәтенән өҙмә, Аллаһ рәхимле һәм ғәфү итеүсе. Гонаһ эшләүселәрҙең йәһәннәм утына алып барған эштәрен ташла. Был донъяла ғына ҡәҙерле, әхирәттә хурлы байлыҡҡа шатланма. Фәҡирҙәрҙе был донъяла хөрмәтләмәйҙәр, теге донъяла хөрмәт күрһәтәләр. Бел, фәҡирлектән ҡурҡыу – Аллаһы тураһында насар уйлауҙыр.
    Эй, Әҙәм балаһы! Һинән – доға, минән ҡабул итеү. Һинән – насарлыҡтарҙан ғәфү үтенеү, минән ғәфү итеү. Һинән – тәүбә, минән ҡабул итеү. Һинән – ниғмәттәремә шөкөр, минән ризығымды арттырыу. Һинән – ауырлыҡҡа сабыр итеү, минән ярҙам биреү. Ғилемде эҙлә, ул һине йәннәт юлына баҫтырыр. Эй, Ғимран улы Муса! Әгәр минең ҡоломдоң йөрәге донъя эштәре менән тулһа, уның йөрәген маҡтаулы мәшәҡәттәр менән тултырырмын, үлемде онотторормон, бөтә байлығы менән һынармын һәм һуңынан унан мәхрүм ҡылырмын. Әгәр минең ҡоломдоң йөрәге теге донъя мәшәҡәттәре менән тулһа, уның әhәмиәтен ғибәҙәттә эшләрмен, ҡолдарымды уларға хеҙмәткә ебәрермен, уның йөрәген рухи байлыҡ менән тултырырмын һәм тәненә еңеллек бирермен».

    авторы: Нур | 17 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru