Ашағанда аҙ яҡшы, эшләгәндә күп яҡшы.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йондоҙнамә
  • Ураҙа ғәйете ҡотло булһын!
  • Хорау-яуап
  • БАШ ҠАЛАЛА ТӘҮГЕ СТУДЕНТ ҺАБАНТУЙЫ ҮТТЕ
  • Ауыл тергеҙелә икән, тимәк, республикала хәл тотороҡло
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Исемең мәғәнәлеме, башҡорт? Мәҙәниәт

    Бөгөн милләтебеҙҙең именлегенә, яҙмышына, киләсәгенә өс яман ҡурҡыныс янай. Беренсенән, эскелек hәм тәмәке тартыу; икенсенән, hуңғы ассимиляцияға дусар булыу, башҡортлоҡтан баш тартып, аныҡ рәүештә башҡортлоғон юғалтып, башҡа милләт кешеhенә әйләнеп китеү; өсөнсөнән, hуңғы ваҡытта башҡорттар араhында ҡурҡыныс ҡолас алған hәм халҡыбыҙға бөтөнләй ят булған мәғәнәhеҙ, йөкмәткеhеҙ, туҙға яҙмаған исемдәрҙең киң тарала барыуы.
    Һүҙебеҙ өсөнсө яман тураhында булыр. Ләкин уға күсер алдынан, ҡыҫҡаса ғына тәүге ике яманға туҡталып китәйек, сөнки атап үткән өс яман бер-береhе менән бәйле.
    Билдәле булыуынса, бынан 400 – 450 йыл элек башҡорттар эсемлектәрҙән буҙа менән ҡымыҙҙан башҡа бер нәмә лә эсмәгән, араларында эскеселәр, тәмәке тартыусылар бөтөнләй булмаған. Улар араhында табиптар ҙа булмаған, сөнки айныҡ hәм мул тормошта йәшәгән ата-бабаларыбыҙ араhында ауырыған кеше бик hирәк осраған. Мәҫәлән, минең ике өләсәйем дә төрлө ауырлыҡтарға, аслыҡтарға бирешмәй, 86 йәшкә етеп гүр эйәhе булды, дауахананың нимә икәнен дә белмәне.
    Араҡыны, тәмәкене, эскелекте беҙгә килмешәктәр алып килде. Эскелеккә, тәмәке тартыуға бөтөнләй әҙер булмаған башҡорттар, килмешәктәргә ҡарап, бигерәк тә Икенсе донъя hуғышынан, йәғни 1945 йылдан hуң, эскелеккә, тәмәке тартыуға бирелә башланы. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, hуғыштан hуңғы йылдарҙа ла ауылдарҙа эскән, тәмәке тартҡан кешеләрҙе яратмай торғайнылар, Беҙ бәләкәй саҡта ауылыбыҙҙа бер ағайҙы «Тәмәжник Әмир» тип йөрөттөләр. Ләкин йылдар үтә тора ил менән бергә яңынан-яңы милләттәштәребеҙ эскелек ҡорбанына әйләнә барҙы.

    авторы: Нур | 29 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡорт самородогы Башҡортостан » Юбилейҙар

    Муллаян Дәүләтша улы Халиҡов – республикабыҙҙы барлыҡҡа килтереүгә, халыҡтар араhында дуҫлыҡты нығытыуға, үҙ-ара аңлашып йәшәүгә ҙур өлөш индергән шәхес.
    Ул 1894 йылдың 4 февралендә Бәләбәй өйәҙенең Боғады улусы Аҡтау ауылында урта хәлле аҫаба башҡорт ғаиләhендә өсөнсө бала булып донъяға килә. Тыуған ауылында өс йыл мәҙрәсәлә белем ала hәм ошо өйәҙҙең земство башлығы С. Йәнтүрин исемендәге рус мәктәбендә алты йыл уҡый. 1915 йылда Ырымбур губернаhының Троицк ҡалаhында уҡытыусылар семинарияhын тамамлай, hуңынан Орск ҡалаhына эшкә ебәрелә. 1917 йылдың июлендә, февраль буржуаз революцияhынан hуң, Ырымбур губернаhы Каруанhарайҙа үткән Беренсе башҡорт ҡоролтайында делегат булып ҡатнаша.

    авторы: Нур | 29 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Бейей-бейей үҫтем...» Мәҙәниәт

    Бөгөнгө әңгәмәсем – бейеү сәнғәте донъяhында ярайhы уҡ билдәле кеше. Юҡ, ул, Мәхмүт Эсамбаев hымаҡ, күренекле дәүләт эшмәкәрҙәре алдында сығыш яhап дан ҡаҙанмаған. Арам Хачатурян кеүек, мәшhүр рәссам Сальвадор Далиҙы әсир итерлек «Ҡылыстар менән бейеү»ҙе лә ижад итмәгән. Башҡортостан Республикаhының hәм Рәсәй Федерацияhының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Нияз Байегетов – йәштәрҙе үҙ hөнәре менән ҡыҙыҡhындырып, бейеү донъяhына әйҙәүсе уҡытыусы. Бар ғүмерен бейеү донъяhы менән бәйләгән балетмейстер менән уның яратҡан шөғөлө хаҡында hөйләшәбеҙ.

    авторы: Нур | 29 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Ҡустым, ҡурайға тотонорға уйламайhыңмы?» Башҡортостан » Хәтер

    Әлеге быуаттар hәм мең йыллыҡтар осрашҡан заманда йылдар, сәғәттең минут телдәреләй, әйләнә бирә. Туҡтап, үткәндәргә күҙ ташлап, уйланып алырға ла ваҡыт тапмайhың. Үткәндәрҙе иҫтә тотоу, шунан аҡыл, фәhем алыу киләсәк өсөн кәрәк. Сәғәт телен артҡа әйләндерә башлаhаҡ, әлбиттә, тормошта осраған айырым кешеләр иҫкә төшә.
    Башҡа бер уй килгәйне: ни өсөн милләтемдең, башҡортомдоң үткәненә, хәҙерге көнөнә бик тә битараф түгелмен, ни өсөн йөрәгем, халҡымдың хәлен hиҙгер барометр hымаҡ тойоп, яна, көйә? Беренсенән, был ата-әсәйемдән киләлер. Улар ниндәйҙер айырым маҡсат ҡуймайынса, балаларын халыҡ йолаларына ярашлы тәрбиәләргә тырышҡан булып сыға. Ун йәшемдә йәйәүләп әсәйем менән ун саҡрымдағы Төйлөгән ҡасабаhына киттек. Мин ялан аяҡ. Шунда әсәйем миңә мандолина алып бирҙе. Әсәйемдең фатихаhы hымаҡ ҡабул ителдеме, мандолина ғүмерлек юлдашыма әйләнде. Аҙ бейемәне халыҡ минең мандолинаға, Аллаға шөкөр!«Ҡустым, ҡурайға тотонорға уйламайhыңмы?»

    авторы: Нур | 29 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Уйнап ебәр, йырлап ебәр – Халҡым йыр-моңо сикhеҙ Мәҙәниәт

    Әҙеhәм Исҡужин исемендәге ҡурайсыларҙың I асыҡ ҡала бәйгеhе республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә ижад итеүсе өлкән, йәш быуын ҡурайсыларын тупланы. Мәшhүр ҡурайсының тыуыуына 80 йыл тулыу уңайынан Өфө ҡалаhы хакимиәтенең мәҙәниәт hәм сәнғәт комитеты hәм Башҡортостандың Ҡурайсылар союзы ойошторған был ярышта 49 йәш, 36 өлкән ҡурайсы ҡатнашты. Әйткәндәй, араларында бер ҡыҙ бала ла бар ине – Галина Свет. Уның халыҡ көйөн уйнап, шунан йырлап ебәреүҙе күҙ уңында тотоп ойошторолған был конкурста ҡатнашырға йөрьәт итеүе – үҙе бер батырлыҡ!

    авторы: Нур | 29 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Дайджест Яңылыҡтар

    Ивановтар ҡайҙа күберәк?

    Эстонияла Иванов фамилияһы – иң киң таралған фамилияларҙың береһе. Республиканың ете мең кешеһе ошо фамилияны йөрөтә икән. Ул хатта Тамм, Саар, Сепп һәм Мяги кеүек киң таралған эстон фамилияларынан да күберәк.
    Барлығы Эстонияла 1,4 млн кеше йәшәй. Шуларҙың 30 проценттан ашыуы рус телен үҙенең туған теле тип иҫәпләй.

    авторы: Нур | 29 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Йәшлек» гәзите акцияhы: «Рәхмәт әйтәм...» Яңылыҡтар » Конкурстар

    Һәр кешенең дә тормошонда төрлө хәл була. Шундай ауыр мәлдәрҙең береhендә, унан ҡотолоу юлы эҙләгәндә яҡындарығыҙҙың, дуҫтарығыҙҙың, хеҙмәттәштәрегеҙҙең йәки бөтөнләй сит кешеләрҙең бер кәлимә йылы hүҙен, аҡыллы кәңәштәрен ишеткәнегеҙ, теләктәшлеген тойғанығыҙ, айырым осраҡтарҙа матди hәм башҡа төрлө ярҙамын алғанығыҙ барҙыр, ҡәҙерле дуҫтар. Бына шундай ихлас, эскерhеҙ, ярҙамсыл кешеләр йәшәйешебеҙҙе биҙәй ҙә инде.
    «Йәшлек» гәзите мөхәрририәте үҙенең уҡыусылары араhында «Рәхмәт әйтәм...» исемле рәхмәт айлығы иғлан итте. Унда hеҙ, ҡасандыр йәки күптән түгел генә үҙегеҙгә изгелек ҡылған кешеләргә рәхмәт хаты яҙып, редакцияға ебәрә алаhығыҙ. Матур йөкмәткеле хаттар гәзитебеҙҙә даими баҫылып барасаҡ.

    авторы: Нур | 29 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Федеральный» бабай менән «региональный» әбей Сәйәсәт

    Кешелек, күҙе яҙыу танып, үҙ бурыстарын hәм хоҡуҡтарын ҡағыҙға теркәп барыу мөмкинлегенән hуң яҙылған барса ваҡиғаны hанап сығыу форсаты булhа, улар нисә томға hыйыр ине лә, таратып hалhа, ни ҡәҙәр майҙанды ҡаплап ятыр ине икән? Бер закон тыуа, икенсеhе ғәмәлдән сыға тора. Закондарҙың, әлбиттә, яҙылғандарынан яҙылмағаны күберәк. Әхлаҡ, зауыҡ, зыялылыҡ hымаҡ төшөнсәләр тураhындағы закондарҙы, меңдәрсә йыл килгән тәжрибәгә таянып, халыҡ үҙе сығара. Ул инде яҙылмаған закон-ҡанун төҫөн ала. Һәм кешелектең рухи мәҙәниәтенә әүерелә.
    Һәр бер хоҡуҡи дәүләт закон нигеҙендә идара ителә hәм законға таянып йәшәй. Ил эсендәге ағымдағы эштәр төрлө ҡарар, бойороҡ, фарман ярҙамында башҡарыла. Әйткәндәй, ниндәйҙер дәүләттә ил башлығының фармандары (указдары) йышайыбыраҡ китhә, был hағайтырға тейеш. Тимәк, был дәүләттә закондар тыумай, йә тыуhа ла, улар үтәлмәй. Ләкин хоҡуҡи hәм демократик дәүләт бүтәндәрҙән закондарҙың hәр кем тарафынан мотлаҡ үтәлергә тейешлеге менән айырыла. «Закон ҡырыҫ, әлбиттә, әммә ул закон» йәки «Закон алдында барыбыҙ ҙа тиң» кеүегерәк ябай хәҡиҡәт нәҡ демократик йәмғиәттә кәүҙәләнеш таба. Демократия төшөнсәhенең асылына инмәгән дәүләттәрҙә иhә «Закон – тәртә менән бер, ҡайҙа борhаң, шунда китә» тигәнерәк фекер йөрөй. Бында инде закон – үҙенсә, халыҡ үҙ яйынса йәшәй. Власть көсө, телефон аша хәл итеү, әшнәлек. Власты алмаштырыр, уны көсhөҙләндерер hәм юҡҡа сығарыр юлдар күп төрлө. Шуныhы ҡурҡыныс: күпселек түрәләр, үҙҙәренең власы уларға айырым хоҡуҡтар hәм мөмкинлектәр бирә, тип ихлас ышана, закондарҙы ғына түгел, ябай ҡағиҙәләрҙе урап үтеүҙең дә әхлаҡhыҙлыҡ икәнлеген башына ла килтермәй.

    авторы: Нур | 29 апреля 2008 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru