Бер тырышлыҡ унлата ҡайта.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • КҮГӘРСЕНДӘР ЭШЛӘЙ ҘӘ, БАЙРАМ ДА ИТӘ БЕЛӘ
  • [b]ИҒлан[/b]
  • Былар ҡыҙыҡлы
  • Кейемдең... төҫөнә ҡарап та ҡаршы алалар
  • Атайсал, тип янған йөрәктәр
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Матурлыҡтың юҡтыр сиктәре Мәҙәниәт

    Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаhының Йәштәр үҙәгенең күргәҙмәләр залында мәрйендән эшләнгән ҡул эштәре күргәҙмәhе асылды.

    Залдың мөдире Баныу Фәтих ҡыҙы Мотаева күргәҙмәгә ҡаланың төрлө ойошмаларынан ҡатнашыусыларҙы йәлеп итә алған: мәктәп уҡыусылары, урта hәм юғары уҡыу йорттары студенттары, балалар баҡсаhы тәрбиәселәре, йорт хужабикәләре... Fөмүмән, ваҡ ҡына ынйы бөртөктәрен хәтерләткән был яhалма таштан күҙҙең яуын алырҙай матур биҙәүестәр эшләп булғанын бөгөнгәсә күҙ алдына ла килтермәй инем. Баҡтиhәң, тырышлыҡ, түҙемлек hәм эстетик зауығың булhа, бар ғәләмде таң ҡалдырырлыҡ әйберҙәр ижад итергә була икән. Һәр хәлдә, күргәҙмәгә ҡуйылған hәр бер экспонат үҙенең берҙән-берлеге, «иң-иң»леге менән иғтибарҙы йәлеп итә. Мөhабәт панноларҙы, нәзәкәтле муйынсаҡ-беләҙектәрҙе, ғәжәйеп үҫемлек-сәскәләрҙе эшләр өсөн авторҙар күпме ваҡыт сарыф иткәндер, уныhы ҡараңғы. Был hорауға оҫталар, 2 – 3 көндән алып ярты йылғаса, тип яуап бирҙе.

    авторы: Нур | 24 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    КӨН ҠАҘАҒЫНДА –ХАЛЫҠ СӘЛӘМӘТЛЕГЕ Башҡортостан » Милли проекттар

    Өфөлә Ғаиләгә социаль ярҙам йылына һәм III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына арналған «Ғаилә, әсәлек, аталыҡ һәм балалыҡ проблемалары» республика фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙҙы.
    БР Мәғариф министрлығы, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты тарафынан ойошторолған конференцияла республиканың район-ҡалалары дауаханаларының табиптары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, БР Фәндәр академияһы ғалимдары, министрлыҡтар һәм ведомстволар белгестәре ҡатнашты. Унда республикалағы һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү перспективалары, уның бөгөнгө хәле, ғаилә, әсәлек, аталыҡ, балалыҡты һаҡлауҙы көйләүсе ҡануниәт, демографияның бөгөнгө торошо, ир-аттарҙың һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың түлһеҙлек мәсьәләләре, насар ғәҙәттәрҙең сәләмәтлеккә йоғонтоһо һәм уларҙан арыныу юлдары ҡаралды.

    авторы: Нур | 24 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ЭШҠЫУАРЛЫҠ АҘНАЛЫҒЫ БАРА Яңылыҡтар

    Башҡортостанда мөһим ваҡиға – «Рәсәйҙә урта синыфты булдырыуҙың нигеҙе – эшҡыуарлыҡ» тип аталған III Асыҡ форум бара. Унда эшҡыуарлыҡтың үҫешенә ҡамасаулаған факттар, был өлкәлә йыш осраған проблемалар һәм башҡа бик күп мәсьәлә ҡарала. Баш ҡаланың Конгресс-холында үткәрелгән был сарала шулай уҡ «Эшҡыуарлыҡҡа инвестициялар» тип аталған күргәҙмә бара. Унда Башҡортостандың, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренең финанс-кредит учреждениелары, эшҡыуарлыҡ ойошмалары, республика предприятиеларының инвестиция проекттарының экспозициялары ҡуйылған.

    авторы: Нур | 24 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Яңылыҡтар

    [b]Ельцин исемен йөрөтәсәк

    Урал дәүләт техник университетына Рәсәйҙең беренсе Президенты исеме бирелгән.
    Борис Ельцин 1950 – 1955 йылдарҙа был вуздың төҙөлөш факультетында белем алған. Уҡыу йорто етәкселегенең тәҡдимен Свердловск өлкәһе Хөкүмәте лә, Наина Ельцина ла хуплаған. Университеттың тарихы 1920 йылдан юл ала, 1992 йылда Урал дәүләт политехник университеты Урал дәүләт техник университеты тип йөрөтөлә башлаған.
    Рәсәйҙең беренсе Президенты теп-теүәл бер йыл элек донъя ҡуйҙы. Кисә уның Новодевичий зыяратындағы ҡәберендә һәйкәл асылған.

    авторы: Нур | 24 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тәбиғәтте генә түгел, мәҙәни мираҫты ла хәстәрләп Яңылыҡтар

    Этнографик – мәҙәни туризм донъяла киң таралған. Тәбиғәтте һаҡлау ғына түгел, урындағы халыҡтың йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштырыу маҡсатынан да айырыуса һаҡланылыусы тәбиғәт биләмәләрендә туризмдың был тармағы бик популяр. Көньяҡ Урал үҙенең ҡабатланмаҫ тәбиғәте, хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһына бай булыуы менән тәбиғәттә сәйәхәт итергә яратыусыларҙы күпләп үҙенә йәлеп итә.

    авторы: Нур | 24 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡәләм көсө лә ҡаршы торһон! Яңылыҡтар

    Республикала наркотиктарға бәйле криминоген хәл киҫкен ҡала. Наркомания проблемаһын, наркотиктарға ҡаршы эшмәкәрлекте, йәмғиәттәге был кире күренештең бар асылын киң мәғлүмәт саралары аша ғына халыҡҡа еткереп була.
    «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында РФ Наркотиктар әйләнешенә контроллек итеү буйынса федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы, БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ ойошторған «Киң мәғлүмәт сараларының наркоенәйәтселеккә ҡаршы проблемалар тураһында, наркоманияны һәм башҡа сирҙәрҙе профилактикалауҙа йәмәғәтселек фекерен формалаштырыу» республика кәңәшмәһе журналистарға был замана афәтен яҡтыртыуҙа маҡсатлы йүнәлеш биреүгә арналды. Уның эшендә республика баҫмалары мөхәррирҙәре һәм журналистар ҡатнашты.

    авторы: Нур | 24 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Салауат йыйынына әҙерлек башланды! Башҡортостан » Милли проекттар

    20 – 22 июндә Салауат ҡалаһында бишенсе Салауат йыйыны үтәсәк. Республиканың юбилейлы фольклор байрамын БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Физик культура, спорт һәм туризм буйынса министрлыҡ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) башҡарма комитеты, БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты, Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы, Салауат ҡалаһы ҡала округы хакимиәте ойоштора.

    авторы: Нур | 24 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Иҫәпкә аҡса килә башлаған Башҡортостан » Милли проекттар

    Башҡортостанда Ғаиләгә социаль ярҙам йылы сараларын тормошҡа ашырыу буйынса Комплекслы программаны ғәмәлгә ашырыу дауам итә. Шул маҡсатта БР Хеҙмәт һәм һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында юридик һәм физик шәхестәрҙән килгән аҡсаны туплау өсөн бюджетҡа ҡарамаған иҫәп асылған. Ундағы аҡса етемдәргә һәм инвалид-балаларға, аҙ тәьмин ителгән һәм күп балалы ғаиләләргә ярҙамға, хәйриә акцияларын үткәреүгә китәсәк.
    Аҡсаны бүлеү махсус рәүештә булдырылған комиссия тарафынан башҡарыласаҡ. Уны Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры етәкләй. Министрлыҡтағы Хәйриә иҫәбенә финанс ағыла башлаған да инде.
    Бынан тыш, Ғаиләгә социаль ярҙам йылы сиктәрендә 15 майҙа Башҡортостан телерадиокомпанияһы БСТ каналы эфирында Мин ғаиләм менән ғорурланам исемле хәйриә телемарафоны үткәрәсәк. Унда үҙҙәрен хеҙмәт, ижад, спорт һәм башҡа өлкәлә танытҡан ғаилә династиялары ҡатнашасаҡ.
    Телемарафон ваҡытында хәйриә фонды иҫәбенә предприятие, ойошмалар, эшҡыуарҙар һәм граждандар аҡса ебәрә аласаҡ.
    Хәйриә акцияһында ҡатнашырға теләүселәр аҡсаны түбәндәге иҫәпкә күсерергә мөмкин:
    Башҡортостан Республикаһы буйынса УФК (БР Финанс министрлығы – БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы):
    л/с 068480011012001 ИНН 0278058317 КПП 027401001 ОАО Уралсиб Өфө ҡалаһы, р/с 40603810700003000314 БИК 048073770 к/с 30101810600000000770 ОКАТО 80401375000.

    авторы: Нур | 24 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru