Ҡарама тешенә, ҡара эшенә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Кусэр
  • Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө менән!
  • Батша васыяты
  • Яңылыҡтар
  • БР Журналистар союзы идаралығы,
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Янылыктар Башҡортостан

    Беҙҙекеләр – Ырымбурҙа

    БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев етәкселегендәге рәсми делегация Ырымбур ҡалаһында булды.
    Кисә беҙҙең делегация «Сармат юлбашсыларының хазиналары» күргәҙмәһен тантаналы асыуҙа ҡатнашты. Күргәҙмә Ырымбур өлкәһенең тарихи-крайҙы өйрәнеү музейында ойошторолған. «Сармат юлбашсыларының хазиналары» Филиппов ҡурған ҡәберлектәрендә табылған сенсацион археологик байлыҡтарҙан тора. Был ҡәберлек Ырымбур өлкәһенең Илек районында урынлашҡан. Филиппов ҡурғаны ҡәберлеге 29 ҡурғандан тора, уларҙың берәүһен 1987 – 1988 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы экспедицияһы өйрәнгән.

    авторы: Нур | 24 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Чемпионат беҙҙә үтһен! Яңылыҡтар » Спорт

    Башҡортостан 2013 йылда Өфөлә хоккей буйынса донъя йәштәр чемпионатын үткәреүгә ғариза бирҙе

    Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов һәм Өфөлә үткән айҙа булып ҡайтҡан Халыҡ-ара хоккей федерацияһы башлығы Рене Фазель араһындағы килешеүгә ярашлы, БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев РФ Хоккей федерацияһы етәксеһе Вячеслав Третьяк исеменә Өфөлә 2013 йылда йәштәр командалары араһында хоккей буйынса донъя чемпионаты үткәреүгә ғариза ебәргән.

    авторы: Нур | 24 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Атанан күргән... Сәйәсәт

    Бил бирмәҫ батырыбыҙ, самбо, дзюдо спорт төрҙәре өлкәhендә ҡаҙанған уңыштары өсөн атҡаҙанған тренер вазифаhына лайыҡ булған Силәбе ҡалаhының почетлы гражданы Харис Монасип улы Йосопов – тиҫтәләгән йылдар Силәбе өлкәhендә генә түгел, тыуған Башҡортостанында hәм бөтә Рәсәй кимәлендә бик популяр шәхес. Йылдан-йыл милли спорт төрө көрәштә hынатмаған батырыбыҙҙың абруйы арта, уның тураhында видеофильмдар, тапшырыуҙар әҙерләнә, матбуғатта күп мәҡәлә, очерктар донъя күрә. Бер нисә быуын милләттәшебеҙ уның башҡорт булыуына ғорурлыҡ кисерhә, өс йөҙҙән ашыу спортсы 79 йәшлек көрәшсене үҙ атаhылай күрә.
    Харис ағайҙың үҙ улдарынан да уңыуы билдәле.
    Йосопов фамилияhы бик ырыҫлы, күрәhең, сөнки данлыҡлы аталарының фамилияhының бәҫен икенсе юҫыҡта күтәреүсе Морис hәм Марсель Йосоповтар ата-әсәhенең генә түгел, Силәбе өлкәhе башҡорттарының да ярҙамсыл улдары, тип әйтhәк, яҙыҡ булмаҫ.
    Бөгөн Силәбе өлкә башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаhы депутаты булып өлгөргән йәш эшАтанан күргән...ҡыуар Марсель Йосопов (һүрәттә) менән Силәбе өлкәhенең Көрәш федерацияhы президенты Морис Йосопов өлкәлә милли сәйәсәтте дөрөҫ пропагандалауға, милли йәштәр сәйәсәтенең үҫешенә тос өлөш индерә. Улар йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, матди ярҙам менән генә түгел, яулап өлгөргән шәхси абруйҙары менән дә милләттәштәренә ярҙам күрhәтә.

    авторы: Нур | 24 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Үәт, ҡыҙыҡ! Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    – Ҡара әле, Нәркәс, hинең сәсең парик hымаҡ та ул?
    – Эйе, был парик.
    – Ысынмы, ә шул тиклем үҙ сәсеңә оҡшаған.

    * * *
    Суд залында.
    – Хөкөм ителеүсе, ни өсөн hеҙ уға аттығыҙ?
    – Ул минең ҡатыным менән йоҡлаған.
    – Һәм hеҙ, hеҙҙең менән бер төрлө уй-теләктә булған өсөн генә, кеше үлтерер инегеҙме?

    авторы: Нур | 22 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Афарин, Гөлназ! Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле

    Һеҙ һүрәттә күргән мөләйем ҡыҙ Гөлназ Ғилметдинова булыр. Бишбүләк районының Дим йылғаһы һыуында ҡойоноп буй еткереп, әле БДУ-ның 1-се курсында белем ала.
    Гөлназ бәләкәйҙән шиғриәткә, әҙәбиәткә ғашиҡ. Илһамланғанда шиғырҙар ҙа яҙа. Йомшаҡ холоҡло, саф күңелле, сибәр ҡыҙ сит телдәр өйрәнеп, төрлө илдәр гиҙеп, халыҡтарҙың мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре менән танышыу теләген күңелендә йөрөтә. Бейергә лә ярата ул. Бигерәк тә, йәштәр араһында таралған R’B стилендәге бейеүҙәрҙе үҙ итә.
    Афарин, Гөлназ!
    @Йәштәр маҡсат ҡуйып йәшәһен ине@, – ти Гөлназ.
    Уның һүҙҙәрендә хаҡлыҡ бар. Алдына маҡсат ҡуйып йәшәгәндәр нимәлер булһа ла эшләй, эҙләнә, ниндәйҙер һөҙөмтәләргә өлгәшә.
    Киләсәгенә маҡсат ҡуйып, тормошона мәғәнә һалып йәшәгән Гөлназға: @Афарин!@ – тиергә генә ҡала.

    Гөлнара Хәбирова,
    БДУ студенты

    авторы: Нур | 22 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Ағиҙел» дуҫтарын йыя Әҙәбиәт

    «Ағиҙел» журналын үҙен башҡортмон тип hанаған hәр бер кеше беләлер. 1923 йылдың мартынан «Яңы юл» исеме менән сыға башлаған баҫманың үҫеш тарихын өйрәнгән ғалимдар уны биш тупhалы шарлауыҡ менән сағыштыра. Әлбиттә, был шартлы оҡшатыу. Баҫыла башлағандан алып уның биш исем алмаштырыуын беләбеҙ: «Яңы юл» (1923), «Белем» (1924), «Сәсән» (1927), «Октябрь» (1930), «Әҙәби Башҡортостан» (1949) hәм 1961 йылдан алып ул hуңғы исеме менән – «Ағиҙел» тип сыға.

    авторы: Нур | 22 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Быуаттарҙың тотоп ялынан Әҙәбиәт

    Башҡорт шиғриәте. Сал далалар кеүек икhеҙ-сикhеҙ, армыт-армыт тауҙарҙай бейек, hандуғас моңондай наҙлы, бөркөттәй сая, диңгеҙҙәй тәрән ул.
    Һыҙылып та сыҡҡан моң-hағыш
    Быуаттарҙан йәдкәр килтерер.
    Халыҡтың рухына, йәшәү рәүешенә әйләнгән hүҙ сәнғәте. Уның ниндәй генә осорон алып ҡараhаң да, халыҡ яҙмышын алтын хәрефтәр менән теркәп, ул киләсәккә юл күрhәтер hуҡмаҡ булып торған. Ә бөгөн башҡорт шиғриәте нисек hулыш ала? Быуаттар буйы тупланған тәжрибәне, ынйыларға бәрәбәр оҫталыҡты кемдәр дауам итә? Сылбыр-сылбыр булып килгән быуындар бәйләнешендә өҙлөгөү юҡмы? Шиғри йыйынтыҡтарҙы ҡулға алған hайын ошондай бихисап уй, hорау зиhенде ярып үтә.

    авторы: Нур | 22 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «МӘҢГЕЛЕК ҠИММӘТТӘР ХАҠЫНДА ЙЫРЛАЙЫМ» Мәҙәниәт

    Салауат Мөхәмәтйәровты республика халҡы «Гәлсәр һандуғас» телевизион проекты, «Донъя нурға күмелде», «Тыуған йортҡа хат», «Күргем килә» кеүек популяр йырҙар аша танып, яратып белә. Талантлы егет, йәш кенә булһа ла, әллә күпме концертта, төрлө кимәлдәге конкурста, фестивалдә ҡатнашып өлгөргән дә инде. Ул Учалы районының Уральск ҡасабаһында үҫкән, әле Башҡорт дәүләт сәнғәт академияһының вокал бүлегендә әҙерлек курсында уҡый. Быйыл академияның төп курсына уҡырға инергә әҙерләнә. Пландары, ниәттәре менән уртаҡлашыуын һорап, өмөтлө йәш йырсы менән әңгәмә ҡорҙоҡ

    авторы: Нур | 22 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru