Булмаҫтай алтмышҡа етһә лә булмаҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Һуңғы ҡыңғырау сыңы, тынлыҡ ярып, киләсәккә бирҙе фатиха
  • [b]ИҒлан[/b]
  • Эш солтаны
  • КҮҘ – МЕЙЕНЕҢ ТЫШҠЫ ЯҠҠА СЫҒАРЫЛҒАН ӨЛӨШӨ
  • Аллаһы Тәғәлә бойороҡтары
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Уңған бал ҡорттары Яңылыҡтар » Конкурстар

    Йәйге салт аяҙ эҫе көн. Иртә булhа ла, ҡояш ҡыҙҙырырға тотонған. Эштәр менән булышырға бынан да матур көн таба алмаҫhың кеүек. Шуғалыр ҙа hәр кем үҙ эше менән мәшғүл.
    Бына Айнур ҙа умарталыҡта эшләүсе атаhы янына килде.
    – Ә-ә-ә, килдеңдәме ни? – тине Айрат ағай улына.
    – Килдем. Атай, бал ҡорттары бигерәк эшсән, тырыш, эйе бит? – тип hоҡланды малай.
    – Дөрөҫ әйтәhең, улым. Умарталыҡта башҡарыла торған бөтә эштәр ҙә ҡорттарға бүлеп бирелгән ул. Иртәнсәк, ҡояш йылыта башлағас та, бал йыйыусы ҡорттар яланға оса. Эшhөйәр нәҙекәйбилдәр сәскәнән-сәскәгә ҡунып, татлы бал йыя. Шуға ла сәскә атыусы үҫемлектәр – бал ҡорттары өсөн йәшәү сығанағы! – тип йылмайҙы Айрат ағай улына.
    – Әйҙә, улым, баллап сәй эсеп алайыҡ. Йәнгә дауа бит ул бал. Башҡорт балының даны бөтә илгә билдәле. Францияла үткәрелгән Бөтә донъя күргәҙмәhендә башҡорт балы алтын миҙалға лайыҡ булды бит.

    авторы: Нур | 22 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Конкурс дауам итә Яңылыҡтар » Конкурстар

    Йәшлек гәзите мөхәрририәте Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге дәүләт учреждениеһы менән берлектә мәктәп уҡыусылары араһында Умартасылыҡ – Башҡортостан биҙәге тип аталған өр-яңы конкурс иғлан иткәйне. Конкурстың ике этаптан тороуын, тәүгеһенең Ижади эш тип аталыуын иҫегеҙгә төшөрәбеҙ. Умартасылыҡ, бал ҡорттарына арналған ижади эштәр редакциябыҙға килә башланы ла инде. Эштәр әүәлгесә түбәндәге жанрҙарҙа ҡабул ителә:
    – шиғыр, хикәйә, әкиәт йә инша;
    – ҡыҫҡа сәхнә әҫәрҙәре (кимәле сикләнмәй);
    – һүрәт (альбом битендә, жанры сикләнмәй);
    – фотолар (цифрлы фотоаппаратта төшөрөлгән һәм сифатлы булыуы мотлаҡ).
    Һәр жанр буйынса айырым еңеүселәр билдәләнәсәк. Шулай итеп, тәүге этап ижади эштәрҙән тора. Икенсе этап Викторина тип атала, тимәк, уҡыусылар умартасылыҡҡа бәйле һорауҙарға яуап бирергә тейеш. Һорауҙар һуңғараҡ гәзитебеҙ битендә донъя күрәсәк.
    Конкурста ҡатнашыусыларҙың эштәре йәш кимәленән сығып баһалана. Шуға ла беҙ уларҙы төркөмдәргә бүлеп билдәләргә ҡарар иттек: 1-се төркөмдә 1 – 4-се синыфтар, 2-се төркөмдә 5 – 8-се синыф һәм 3-сө төркөмдә 9 – 11-се синыф уҡыусылары һынау тотасаҡ. Хатҡа ҡушып үҙегеҙ тураһында ҡыҫҡаса белешмә (тулы исем-шәрифегеҙ, нисә йәштә, синыфта, ниндәй район, ауылдан, мәктәптән булыуығыҙ) яҙып ебәреүегеҙ ҙә һорала.
    Еңеүселәрҙе бик шәп иҫтәлекле бүләктәр көтә һәм иң шәп тип табылған ижади эштәр төҙөләсәк дәреслектә донъя күрәсәк.

    авторы: Нур | 22 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡ – ул онотолған иҫкелек Башҡортостан » Милли проекттар

    Архангел районының Тирәкле урта мәктәбендә «Умартасылыҡ нигеҙҙәре» дәрестәрен «Технология» фәне уҡытыусыhы Фаяз Баhауетдинов ең hыҙғанып алып бара. Уның тырышлығы менән «Умартасылыҡ» кабинеты зауыҡлы йыhазландырылған: күргәҙмә-әсбап плакаттарҙан тыш, бында уҡыусыларҙың практик күнекмәләр атҡарыу барышын hынландырған видеофильм да бар. Ә инде уҡыусылар тарафынан эшләнгән ҡорамалдарҙың киләсәктә халҡыбыҙҙың боронғо кәсебе солоҡсолоҡто данлаған музейға нигеҙ булырына өмөт ҙур

    авторы: Нур | 22 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Үҙебеҙҙең ҡыҙҙар! Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    БЕҘ, Мәскәүҙә йәшәүсе башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары, бына 20 йылдан ашыу яҡташтарыбыҙ менән ҡатнашып, аралашып, туғандар кеүек татыу йәшәйбеҙ. Гүзәл зат вәкилдәре араhынан Мәскәүҙә иң ололарының береhе – Флүрә Хәй ҡыҙы Абдуллина. Ул сығышы менән Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылынан. Оҙаҡ йылдар табип булып эшләне, хәҙер хаҡлы ялда. Бәхетен тырыш хеҙмәттә тапҡан был уңған ханым ике ҡыҙын тәрбиәләп, юғары белем бирергә бик ҙур көс hалды, әле балаларына ейәндәрен аяҡҡа баҫтырырға ярҙам итә. Ул ғынамы ни, ҡатын-ҡыҙҙың эше өйҙә, баҡсала етерлек. Флүрә апайға hоҡланырлыҡ: ул күркәм ғаиләhендә хәстәрлекле әсәй, өләсәй генә түгел, аҡыллы, баҫалҡы ҡатын да. Халыҡта әйтелгәнсә: «Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә – ҡатын». Бына был әйтем Флүрә апайға тура килгәндәй. Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән иренә ярҙам итеп, кәңәш биреп, таяныс булып йәшәй ул. Флүрә апайға оҙон ғүмер, бәхет теләйбеҙ, hәр ваҡыт бөтә ҡатын-ҡыҙҙарға ла өлгө булып йәшәhен!

    авторы: Нур | 22 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яуҙар тынмаҫ тауҙар Сәйәсәт

    i]«Кавказ – Ерҙең усындағы утлы
    күмер».[/i]
    Уильям Шекспир.

    Ер йөҙөндә тауҙар бихисап, әммә күңелебеҙ ниңәлер һәр саҡ Кавказ яғына тартыла ла тора. Әүәлге замандарҙа ата-бабаларыбыҙ, батша армияһында хеҙмәттә булғанда шул тауҙар аша Персияға, Төркиәгә ҡаршы походтар менән барып та йөрөгән бит. Аҙағыраҡ, бындағы тиҫтәләрсә телле ҡәүем Рәсәй дәүләтенә бер-бер артлы ҡушылып, Кавказ империяның ҡәҙимге провинцияһына әүерелгәс, тауҙарҙан урғылып сығыусы минераль һыуҙарҙа, саф һауала, диңгеҙ буйында шифа алырға халыҡ күпләп йөрөй башлаған. Шул уҡ ваҡытта Кавказды ғәрәптәр Ҡаф тауы тип тә атаған һәм халыҡ хөрәфәттәре буйынса, башҡорт, татар Кавказды донъя сигендә ятҡан, аръяғында дейеүҙәр ен-бәрейҙәр генә йәшәгән харап бейек тауҙар тип күҙ алдына килтергән.

    авторы: Нур | 22 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Шәхси хужалыҡ Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Баҡса пропискаһы
    Ҡаланан ситтә урынлашҡан йорт-ҡуралар, тәғәйенләнештәренә ярашлы, бер нисә төргә бүленә: индивидуаль торлаҡ төҙөү өсөн, шәхси хужалыҡ алып барыу өсөн, дача һәм баҡса участкалары.
    Быға тиклем ер участкаларының бөтә төрҙәрендә лә йорт төҙөп, даими йәшәргә мөмкин булһа ла, баҡса участкаларында «прописка» алырға ярамай ине. Кешеләр йыл әйләнәһенә баҡса йорттарында йәшәгән осраҡта ла унда теркәлә алманы, ҡыҫҡаһы, баҡса йортонан башҡа йәшәргә урыны булмағандар асарбаҡ хәлендә көн итте. Баҡса йорттары менән дачалар араһындағы айырманы ябай кешеләр генә түгел, Федераль миграция хеҙмәтендә лә аңлата алмайҙар, шулай ҙа, закон буйынса, дачаларҙа даими йәшәргә мөмкин ине, ә баҡса участкаларында – юҡ.

    авторы: Нур | 22 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Байрамғол» агрофирмаһы: Башҡортостан » Милли проекттар

    Биш-алты йыл элек һәм унан да алдараҡ ауыл хужалығы тураһында яҡшы хәбәрҙәрҙең киң мәғлүмәт сараларында булмауына бер кем дә аптырамай торғайны. Колхоз-совхоздарҙың аяныс хәлен көн дә яҙыуҙан, күрһәтеүҙән ни фәтүә?! Баҫыуҙарҙан йыйылған насар уңыш, түбән һауым, яғыулыҡ-майлау материалдарына ҡытлыҡ, төрлө бурыстар – тап ошо проблемалар һәр хужалыҡтың эшмәкәрлеген һүрәтләне. Урал аръяғы райондарына хас булған ҡатмарлы һауа торошо ла ауыл хужалығы арбаһына аяҡ салып, йыш ҡына күрһәткестәрҙе юҡҡа сығарып ҡуя ине.
    Урындағы аграр комплексты реформалау күңелһеҙ хәлдәрҙе ыңғай яҡҡа үҙгәртеү форсаты бирҙе. Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Байрамғол-Ураҙ зонаһын үҙ ҡанаты аҫтына алып, ауыл хужалығына йән индереп ебәреүе генә лә ни тора! Элек-электән эшһөйәрлектәре менән дан ҡаҙанған байрамғолдар, комбинаттың ҡеүәтле ярҙамына таянып, яңы көс, дәрт менән ауыл хужалығын аяҡҡа баҫтырыуға тотондо.

    авторы: Нур | 22 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Буласаҡ юристар көс һынашты Яңылыҡтар » Конкурстар

    Буласаҡ юристар көс һынашты
    Олимпиаданың йомғаҡлау тантанаһы Башҡорт дәүләт филармонияһында үтте. Еңеүселәрҙе һәм номинанттарҙы тәбрикләргә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, мәғариф министры Зиннәт Аллаяров, БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Барый Кинйәғоловтар килде. Иң беренсе еңеүселәр төрлө номинациялар буйынса билдәләнде. Әйтергә кәрәк, етди һынауҙа Башҡортостан командаһы үҙен лайыҡлы күрһәтә алды. 9-сы синыф уҡыусыһы Айгөл Хөсәйенова менән 10-сы синыф уҡыусыһы Регина Ишмановалар II Бөтә Рәсәй олимпиадаһының 2-се дәрәжә дипломына һәм көмөш миҙалға лайыҡ булды. 9-сы синыф уҡыусыһы Анна Семенищева, 10-сы синыф уҡыусылары Динара Йәләлетдинова менән Диана Ғәлләмовалар өсөнсө урын яуланы. Ә Белорет ҡалаһының 17-се гимназияһынан 11-се синыф уҡыусыһы Элина Әҙелгәрәева алтын миҙалға лайыҡ булды.

    авторы: Нур | 22 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru