Дәртһеҙ кешенән эш сыҡмаҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Тарих менән киләсәкте бәйләй шәжәрә
  • Бала саҡ – сағыу мәл
  • Беҙ Молдавияла ла булырға тейешбеҙ
  • Июль
  • Осрашҡанға тиклем, «Имәнкәй»!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Янылыктар Яңылыҡтар

    Ут аямай

    Амур өлкәhендә янғындар ҡотора.
    Кипкән үләнде яндырғанда ел сығып, өлкәнең Октябрьский, Завитинск, Иваново, Михайловка, Сырышевский, Шиман райондарында 104 йорт янған, ике кеше hәләк булған. Райондарҙа янғынға ҡаршы әҙерлек режимы индерелгән.
    Урман янғындары менән өлкәнең 11 гектар ере уратып алынған.
    РФ Fәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә тәбиғәт янғындарының 4,5 мең осрағы теркәлгән, 130 мең гектарҙан ашыу ер янған.

    авторы: Нур | 22 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Яңылыҡтар

    АФАРИН, ТАМАРА!

    Тверҙә ҡатын-ҡыҙҙар араһында үткәрелгән халыҡ-ара шашка буйынса Рәсәй чемпионатында еңеүсе билдәләнде. Ул – Тамара Танһыҡҡужина!
    Башҡортостан спортсыһы төп программа башланғансы уҡ бер нисә тур эсендә 19 мәрәй йыйҙы һәм алдан уҡ еңеүсе булды.

    авторы: Нур | 22 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сит илгә килһәң, ҡағиҙәләрҙе үтә Яңылыҡтар

    Башҡортостанға килеүсе мигранттар һаны йылдан-йыл арта. Һуңғы өс айҙа республикала рәсми рәүештә эшләүсе 17058 сит ил гражданы теркәлгән. Элегерәк уларҙың күптәре сауҙа итеү маҡсаты менән килһә, хәҙер төҙөлөштә, ауыл хужалығы өлкәһендә эшләүселәр күп.
    Республикалағы миграция өлкәһендәге үҙгәрештәр, яңылыҡтар хаҡында журналистарҙы «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Федераль миграция хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары Хәмит Нафиҡов таныштырҙы. Башҡортостандың иҡтисади яҡтан үҫешкән булыуы ситтән килеүселәрҙе күпләп йәлеп итә. Былтыр ғына беҙҙә 90 мең сит ил гражданы булған.

    авторы: Нур | 22 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Уйын дауам итә... Яңылыҡтар

    Ҡомарлы уйындар ойоштороу, наркотик hәм ҡорал менән сауҙа итеүҙән ҡала, иң төшөмлө кәсептәрҙән иҫәпләнә – сарыф ителгән hәр hум хужаhына йөҙәр генә түгел, меңәр тапҡыр артып әйләнеп ҡайта. Эшҡыуарҙарҙы финанс сығымдарын күп талап итмәгән, рекламаға артыҡ мохтажлыҡ кисермәгән тармаҡ булараҡ ҡыҙыҡhындырhа, халыҡты тик торғандан сереп байыу перспективаhы менән арбай ул үҙенә. Алтын тауҙар вәғәҙә итә, кешене теләhә ҡайhы шайтаныңдан арыраҡ торған аяуhыҙ дошманы – нәфсеhе ҡолона әүерелдерә.

    авторы: Нур | 22 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Лайыҡлы алмаш үҫә Яңылыҡтар » Спорт

    «Салауат Юлаев» клубының 1991 йылғы тәрбиәләнеүселәре Өфөлә үткән «Владислав Третьяк кубогы» өсөн бәйгелә уңышлы сығыш яhап, төп призды яуланы. Финалда улар Магнитогорск үҫмерҙәрен 1:0 иҫәбенә отто. Афарин! Йәш юлаевсыларға, кубоктан тыш, алтын миҙалдар ҙа тапшырылды. Өсөнсө урынды иhә Тольяттиҙың «Лада»hы яуланы. Турнирҙың иң көслө уйынсылары тип Өфөнән Сергей Емелин менән Дмитрий Хамко танылды.
    Fөмүмән, быға тиклем ошо уҡ турнирҙа 1994 йылғы юлаевсылар Ырымбурҙан Третьяк кубогын яулап ҡайтҡайны. Лайыҡлы алмаш үҫә, тимәк, «Салауат Юлаев» командаhының киләсәге бар.
    А. ИШМӨХӘМӘТОВА.

    авторы: Нур | 22 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Башҡортостан

    Министр тәғәйенләнде

    Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимовтың Указы менән Олег Викторович Клинский Башҡортостан Республикаһының ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры итеп тәғәйенләнде.
    Олег Клинский 1971 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған, юғары белемле – Рәсәй Федерацияһы Эске Эштәр министрлығының Өфө юридик институтын тамамлаған. Әле Ульяновск дәүләт университетының Хоҡуҡ һәм дәүләт хеҙмәте институты аспирантураhында уҡый.
    2005 – 2006 йылдарҙа республиканың Мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығында бүлек начальнигы булып эшләгән. 2006 йылда – мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары, 2007 йылдан ошоғаса Башҡортостан Республикаһының Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары булып эшләгән.
    Олег Клинский Башҡорт дәүләт педагогия университетында «Гражданлыҡ хоҡуғы» дәрестәрен дә алып бара.

    авторы: Нур | 22 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Батыр төйәгендә тыуа батырҙар Яңылыҡтар » Спорт

    Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда милли көрәшкә иғтибар арта башлаһа ла, ҡайһы бер урындарҙа ул атай-олатайҙарҙың быуындан-быуынға тапшырыла килгән изге аманаты булып, бер ваҡытта ла онотолоуға дусар ителгәне булманы. Әммә бындай төбәктәр республикала бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Ә инде милли батырыбыҙ Салауат төйәген Хоҙай үҙе батырҙар төбәге итеп яралтҡандыр, моғайын.
    Батыр төйәгендә тыуа батырҙар

    авторы: Нур | 22 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Зөлҡәғиҙә юлы Әҙәбиәт » Хикәйә

    ӘсәҺенеҢ был тиклем сабыулауын күргәне булмаған ир уҙаманы тиҙ генә быйма, бүркен кейеп, ат hарайы яғына йүгерҙе. Алыҫтан уҡ ҡапҡала ҙур йоҙаҡтың элеүле тороуын абайлағас, бер аҙ тынысланды, әммә яҡынайғас, ҡапҡаның күгәндән hурылып алыныуын күрҙе.
    – Быуаҙ бейәләргә теймәгәндәр, тимәк, алыҫҡа алып китергә йыйыналар. – Зөлҡәғиҙә инәй, hәр утлыҡса янында туҡтап, барыhын да тикшереп сыҡты. – Ете баш йылҡы киткән...
    ... Ат hарайын йорттан үтә алыҫ, баҡса артына – Урғаҙа буйына урынлаштырыуға ла, hарай менән йорт араhында йышлатылған бейек таҡта ҡойма ҡойоуға ла Зөлҡәғиҙә инәй ҡаршы булғайны.
    – Хәҙер, әсәй, йорт-ҡураны шулай ҡоралар, – тип Басиры ныҡышҡас, ризалашырға мәжбүр булды. Ат hарайы янына башҡа мал ҡаралдыларын да күсереп hалдылар, ҡош- ҡорт өсөн бик уңайлы булды. Ҡаҙҙар өсөн бигерәк тә. Уның ҡарауы ихата эсе бәрхәттәй бәпкә үләне менән ҡапланды. Ейәнсәрҙәре Айгөл менән Асия түтәлдәр яhап, аллы-гөллө сәскәләр ултыртты...

    авторы: Нур | 22 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru