Булырҙайҙың - ҡулынан, булмаҫтайҙың - уйынан (билгеле).

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • «Йәшлек»тә һәр төбәк һулышы сағыла»
  • Арғымаҡ «Керчь»тың яҙмышы
  • Йондоҙнамә
  • Башҡортостан яңылыҡтары
  • Байрамығыҙ менән, почтальондар!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Янылыктар Сәйәсәт

    Штраф – 10 СМС-хәбәр

    Красноярск ҡалаһында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәмәүсе водителдәрҙе СМС менән язалау буйынса үҙенсәлекле тәжрибә үткәрә башлаған.
    Тәү ҡарауға ғәжәйеп күренгән штрафҡа автомобилдең хәүефһеҙлек ҡайыштарын эләктермәгән водителдәр тарттырыла. Юл ҡағиҙәһен боҙоусы водителдәргә 500 һум күләмендә штраф түләргә йәки, туған-тыумасаһына, дуҫ-иштәренә юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәргә саҡырып, кеҫә телефонынан 10 СМС-хәбәр ебәрергә тәҡдим ителә. Бындай «язалау» ысулын милиционерҙар түгел, ә ҡалала үткәрелгән социаль проекттар конкурсында ҡатнашыусы урындағы уҡыусылар уйлап тапҡан. Етәкселәргә был идея оҡшаған һәм улар тәжрибәне ысынбарлыҡта һынап ҡарарға булған. Водителдәр, әлбиттә, 500 һум штраф түләгәнсе, туғандарына ун СМС-хәбәр ебәрергә ҡуш ҡуллап риза. Ойоштороусылар фекеренсә, был сара юл ҡағиҙәләрен боҙоуҙы иҫкәртеү өсөн һөҙөмтәле.

    авторы: Нур | 19 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янып-көйөп эшләр мәл Яңылыҡтар

    Яҙҙың иртә килеүе йөрәктәрҙе дәртләндереп, иләҫ-миләҫ уйҙар менән күңелдәрҙе елкендерhә лә, ауыл хужалығы эшсәндәре өсөн билдәле бер уңайhыҙлыҡтар тыуҙырғандыр, моғайын. Ни тиhәң дә, сәсеү эштәрен йыл да ғәҙәттәгенән аҙна-ун көнгә алдараҡ башлау hәүетемсә барған эш ағышына үҙгәрештәр индереүҙе талап итә, ашығыслыҡ өҫтәй.
    «Сибай», ауыл хужалығы етештереү кооперативы директоры Рим Һатыбалды улы Сыңғыҙов төшөнкө уйҙарымды юҡҡа сығарҙы.

    авторы: Нур | 19 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    "Ҡолонсаҡ"тан ситтә ҡалмағыҙ! Мәҙәниәт

    Һуңғы йылдарҙа баш ҡалабыҙ Өфөлә халыҡ-ара һәм республика кимәлендәге мәҙәни саралар йыш уҙғарыла. Бының менән төбәгебеҙ Рәсәйҙә алдынғы бер мәҙәни үҙәк булараҡ танылыу яуланы. Халҡыбыҙҙың милли-мәҙәни йолаларына өҫтөнлөк бирелеп, үҫеп килгән быуын хаҡында ла хәстәрлек күрелә. Ҡояшлы, матур яҙ көндәренә ҡабатланмаҫ йәм өҫтәп, республикабыҙҙың иң һәләтле артистары, Башҡортостан театрҙары оҫталары балаларға онотолмаҫ, сағыу байрам бүләк итмәксе. Ул байрамдың исеме лә яңғырашлы – 
    .[/b]"Ҡолонсаҡ"тан ситтә ҡалмағыҙ!
    Ҡолонсаҡ".
    "Ҡолонсаҡ – 2008" Республика балалар өсөн спектаклдәр фестивале Башҡортостанда өсөнсө тапҡыр уҙғарыла. Ә быйылғы фестиваль төбәгебеҙҙә иғлан ителгән Ғаиләгә социаль ярҙам йылына бағышлана. Әһәмиәтле сарала республикабыҙҙың 11 профессиональ драма театры ҡатнаша. Спектаклдәргә баһа биреүсе жюри ағзаларының махсус конкурс аша һайлап алынған 10 – 15 йәшлек балалар булыуы ла ҡыҙыҡлы.

    авторы: Нур | 19 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Башҡортостан

    Президент Италияла булды

    БР Президенты Мортаза Рәхимов ике көнлөк эш сәфәре менән Италияла булып ҡайтты.
    Уның менән бергә сит илгә составына БР Хөкүмәте Премьер-министры Рәил Сарбаев, Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары, республиканың сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министры Юрий Пустовгаров ингән делегация ла барҙы.
    Эшлекле сәфәр барышында Италиялағы машиналар эшләү һәм металлургия өлкәһендәге партнерҙар менән осрашыуҙар ойошторолдо һәм бик күп файҙалы килешеү төҙөлдө. Әйткәндәй, Башҡортостанда сығарыласаҡ урта класлы тәгәрмәсле универсаль «Толпар» тракторын йыйыуҙа ла Италия менән хеҙмәттәшлек итәсәкбеҙ.

    авторы: Нур | 19 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ИМТИХАНДАРҒА ӘҘЕРЛЕК БАШЛАНДЫ Мәғәриф

    21 апрелдә республика мәктәптәрендә рус теле буйынса берҙәм дәүләт имтиханының әҙерлек этабы үтә. Билдәле булыуынса, берҙәм дәүләт имтиханы, сығарылыш синыф уҡыусыларының йомғаҡлау аттестацияһының бер формаһы булараҡ, республика мәктәптәрендә 2002 йылдан алып үткәрелә башлағайны. Тәүге йылда сығарылыш синыф уҡыусылары математиканан берҙәм дәүләт имтиханы тапшырҙы. Имтихандың был төрө йылдан-йыл киңерәк тарала бара. Былтыр бер нисә мәктәптә тәжрибә рәүешендә уҡыусылар башҡорт теленән дә берҙәм дәүләт имтиханы тапшырҙы. Быйыл иһә 11-се синыф уҡыусылары мотлаҡ рәүештә математика һәм рус теленән берҙәм дәүләт имтиханы тапшырасаҡ. Шулай уҡ башҡорт теле, инглиз теле, химия, физика, география һәм биология фәндәренән дә берҙәм дәүләт имтиханын һайлай ала. Әйткәндәй, был фәндәр буйынса берҙәм дәүләт имтиханы тапшырған уҡыусылар уның һөҙөмтәһе буйынса юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарының ҡабул итеү имтихандарында ошо фәндәр буйынса имтихандар ҡаралған бүлектәренә уҡырға инә ала. Ә башҡорт теле буйынса БДИ һөҙөмтәһе БДУ-ның һәм М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетына уҡырға ингәндә кәрәк буласаҡ.

    авторы: Нур | 19 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Оло йөрәкле ғаилә Башҡортостан » Милли проекттар

    Сибай ҡалаhының «Ышаныс» приютында тәрбиәсе булып эшләүсе Мөнирә Сәйфелмөлөк ҡыҙы hәм уның тормош иптәше Хәйҙәр Ҡорбанғәле улы Йәрмиевтар алты етем баланы тәрбиәгә ала. Үҙҙәренең дүрт улы менән бергә, уларҙы 10 бала атай, әсәй, тип ололай.
    Мөнирә Сафа ҡыҙы хаҡында коллегалары, өйө ҙурыраҡ булhа, бөтә приют уға ҡасып барыр ине, тип мәрәкәләй. Әсә наҙына, ата ҡурсалауына мохтаж приют тәрбиәләнеүселәре элек-электән Йәрмиевтарҙың өйөнә килеп, бер нисә сәғәткә булhа ла үҙҙәрен татыу ғаилә ағзаhы итеп хис итеү өсөн атлығып тора икән. Шулай итеп, приюттан көн hайын тигәндәй өйҙәренә килеп йөрөгән Владислав, Игорь, «Ҙур» Артур, Дима hәм «Бәләкәй» Артур үҙҙәренә яңы атай-әсәй, йорт таба. Әйтеүҙәренсә, күпселек осраҡта балаларҙы йәлләп, нисек тә холоҡ-фиғелен төҙәтергә, донъяға, кешеләргә ҡарата ышаныстарын арттырырға тигән ниәт уларҙы ошо тәүәккәл аҙымға этәргән.
    «Минең бәләкәй генә ҡустым бар ине», – тигәс, бәләкәй Артурҙың әсәhенең тағы бер балаhынан баш тартыуын асыҡлай Йәрмиевтар. Ул ғына ла түгел, сабыйҙы Сермән балалар йортонан барып табалар. Шулай итеп, ғаиләгә Родион исемле яңы ағза өҫтәлә. Тәүҙә Артур үҙенең бер туған ҡустыhын ятhыратhа ла, хәҙер йәнендәй яҡын күрә. Хатта мәктәптә тәнәфес ваҡытында йүгереп килеп хәлен белеп китә.
    Оло йөрәкле ғаилә

    авторы: Нур | 19 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Йәшлегебеҙ» яңғыҙ ҡалдырмай» Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Камила инәй яңғыҙы ғына йәшәй.
    – Бер үҙегеҙгә күңелhеҙ түгелме? – тип ҡыҙыҡhынам.
    – Юҡ, янымда айырылмаҫ әхирәтем – «Йәшлегем» бар бит, БСТ каналы тапшырыуҙарын да яратып ҡарайым. Үҙебеҙҙең тарих, тормош тураhында ишетеп, йыр-моңобоҙға күмелhәм, йәшәреп китәм, хатта hыҙланыуҙарым онотола.
    Бына шулай, өлкән быуын вәкилдәре олоғайғанда ла мәғлүмәт даирәhендә ҡайнап йәшәй, улар менән яңғыҙлығын онота. Ә йәштәр араhында башҡортса гәзит-журналдар алдырыусылар бармы икән? Быны асыҡлау өсөн уларға мөрәжәғәт иттем.

    авторы: Нур | 19 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Телеңде йоторлоҡ Яңылыҡтар » Конкурстар

    Ит менән йәшелсә кәтлите

    Бер стакан фаршҡа яртышар стакан ваҡлап туралған кәбеҫтә, кишер, ике ҡалаҡ манный ярмаһы, бер стакан һыу, тоҙ алына.
    Ит менән бергә туралған йәшелсәләрҙе лә ит турағыс аша үткәрегеҙ. Фаршҡа тоҙ, манный ярмаһы, һыу ҡушып иҙегеҙ. Ҙур булмаған кәтлиттәр әүәләп, табаға һалығыҙ һәм, 250 – 270 градусҡа тиклем эҫетелгән духовкаға урынлаштырығыҙ. Бешкәс, дөгө, ҡарабойҙай бутҡаhы, картуф йәки туҡмас менән табынға ултыртығыҙ.

    авторы: Нур | 17 апреля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru