Бушты бушҡа бушатма.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • ЕЛӘКТЕҢ ХАҠЫ ТОТОРОҠЛО
  • Алсаҡ кеше ул еңгәбеҙ
  • Йондоҙнамә
  • [b]Афарин, Иршат![/b]
  • Яҡты йортта тыуған йылылыҡ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Янылыктар Яңылыҡтар

    Бюджет-ара мөнәсәбәттәр

    Бөгөн баш ҡаланың Конгресс-холында Рәсәй субъекттары финанс органдары етәкселәренең Бөтә Рәсәй семинар-кәңәшмәһе тамамланды.
    Өс көн дауамында барған форум «2009 – 2011 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһында бюджет-ара мөнәсәбәттәрҙе булдырыуға төп ҡараш» темаһына арналды.

    авторы: Нур | 31 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Президент – «Рәсәй патриоты» Яңылыҡтар

    Республика йортонда Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Волга буйы федераль округы буйынса төбәк сик буйы идаралығы начальнигы, генерал-лейтенант Виктор Губенко менән осрашты.

    авторы: Нур | 31 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «ХЫЯЛЫМ ТОРМОШҠА АШҺЫН, ШАРЫМ!» Яңылыҡтар » Конкурстар

    «ХЫЯЛЫМ ТОРМОШҠА АШҺЫН, ШАРЫМ!»
    Кисә баш ҡаланың Совет майҙанында балалар «Мөғжизәле бала саҡ донъяһы» тип аталған сағыу байрамға йыйылды. Байрам кәйефен хатта күктәге болоттар ҙа боҙа алманы, республиканың 46 социаль приютынан, 26 балалар йортонан килгән шат йөҙлө балалар үҙҙәре үк ҡояш кеүек ине!
    БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте һәм башҡа дәүләт органдары ярҙамында ойошторолған байрамда 400-ҙән ашыу тирәһе бала ҡатнашты. Сара былай ҙа үҙенсәлекле, ҡыҙыҡлы, ә райондарҙан баш ҡалаға килеү күптәр өсөн үҙе үк байрам инде ул.

    авторы: Нур | 31 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Почтальондар, еңегеҙҙе hыҙғанығыҙ! Башҡортостан

    Матбуғат баҫмалары бер ваҡытта ла үҙ аллы ғына йәшәй алмай. Гәзит-журнал дуҫтары менән көслө. Гәзит менән уҡыусыны кем дуҫлаштыра, осраштыра ла кем ҡауыштыра? Димсе кем? Эйе, хат ташыусы, почта хеҙмәткәре. Шәп тауар рекламаға мохтажлыҡ кисермәй тиhәләр ҙә, тәжрибәлерәк, уңғаныраҡ ағай-апайҙарҙың hүҙҙәренә ҡолаҡ hалмайынса ла булмай ҡай саҡ. Ябай ауыл кешеhе күп баҫмаларҙы яҙҙырып ала алмай хәҙер, ә почта хеҙмәткәрҙәренең күҙе аша бөтә баҫмалар ҙа тиерлек үтә. Тимәк, ҡайhы баҫма уҡымлы, ҡайhыhы зауыҡ менән биҙәлгән, ҡайhыhы артыҡ хәҡиҡәтте ярата, ҡайhыhы Интернет материалдары менән генә мөрхәтhенә – улар барыhын да белә. Ниндәй гәзиткә яҙылырға икән, тигән hорау тыуhа, почтальондарҙың hүҙенә ҡолаҡ hалмай булмай.

    авторы: Нур | 31 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Төркиә йылы ҡабул итте Яңылыҡтар

    ТӨРКСОЙ халыҡ-ара ойошмаhы төрки телле ағза-илдәренең мәҙәниәт министрҙары даими советының сираттағы ултырышында ҡатнашыу маҡсаты менән Төркиә Республикаhында булғанда Хөкүмәт Премьер-министры, мәҙәниәт hәм милли сәйәсәт министры урынбаҫары Илдус Илешев Төркиә Республикаhы Президенты Абдулла Гюль менән осрашты. Осрашыуҙа Премьер-министр урынбаҫары Төркиә Президентына Башҡортостан Республикаhы халҡы исеменән hәм республика Президентынан ҡотлау тапшырҙы.

    авторы: Нур | 31 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Яңылыҡтар

    Билдәhеҙ халыҡ

    Бразилия менән Перу сигендә Көньяҡ Америкаға ҡараған бер ҡәбилә табылған.
    Бразилия хөкүмәте хәбәр итеүенсә, быға тиклем был ҡәбилә менән бер ниндәй ҙә бәйләнеш булмаған. Әле уларҙы самолеттан фотоға төшөрөп алғандар. Ул яҡтарҙа бер кем менән дә бәйләнеш тотмаған ерле халыҡтар ҡәбиләләренең күпселек өлөшө йәшәй. Шуға уларҙың ерен һаҡлауҙа ярҙам итергә тура килә. Юҡһа, ҡәбиләләр тиҙҙән юҡҡа сығасаҡ. Был ерле халыҡ джунглиҙа йәшәй, урмандарҙы ҡырҡыу арҡаһында уларҙың йәшәү шарттары насарая, ауырлаша бара.
    Башҡа халыҡтар менән бәйләнештә булмаған ерле ҡәбиләләрҙе фотоға төшөргәс, уларҙың донъяла барлығына шикләнгән хөкүмәт етәкселәре лә уйға ҡалған. Хәҙер аҫаба халыҡҡа ярҙам итеүе еңелерәк буласаҡ. Ни тиһәң дә аборигендар цивилизациялы халыҡтан күскән ауырыуҙарҙан күпләп һәләк була. Сөнки уларҙа «яңы тормош»ҡа ҡаршы иммунитет үҫешмәгән.

    авторы: Нур | 31 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Алтын» хоккейсылар орденлы булды Яңылыҡтар » Спорт

    «Алтын» хоккейсылар орденлы булды
    Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Указына ярашлы, «Салауат Юлаев» хоккей командаhының баш тренеры Сергей Михалев, хоккейсылар Николай Заварухин, Владимир Антипов – «Башҡортостан Республикаhы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены менән, ә хоккейсылар Руслан Нуретдинов, Андрей Сидякин, Игорь Волков, Андрей Кутейкин, Павел Доронин, Игорь Григоренко, Александр Пережогин, Виталий Прошкин, Вадим Тарасов, Дмитрий Тарасов, Андрей Таратухин, Олег Твердовский, Алексей Терещенко, Радек Филипп, Мирослав Блатяк, Александр Бойков, Владимир Воробьев, Артем Гордеев, Александр Еременко, Кирилл Кольцов, Константин Кольцов, Михаил Чернов, Алексей Шкотов, Игорь Щадилов, Александр Логинов, Алексей Медведев, Михаил Микеска, «СЮ»-ның генераль менеджеры Олег Гросс Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде

    авторы: Нур | 31 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Баш ҡаланың үҙәге һәм йөҙө Башҡортостан » Юбилейҙар

    Баш ҡаланың үҙәге һәм йөҙө
    Кисә «Юбилейный» мәҙәниәт һарайында Совет районы ойошторолоуға 70 йыл тулыуға арналған байрам сараһы үтте. Тантанала абруйлы ҡунаҡтарҙан БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Павел Качкаевтар ҡатнашты.

    авторы: Нур | 31 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 29  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru