Кешенең ниндәйлеге төҫтә түгел, эштә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ҡыҙыҡлы яҙмыштар журналы
  • Октябрь (Ҡарасай)
  • Йыланлы урын
  • «ПРЕМЬЕР-МИНИСТР БУЛЫР!»
  • Осрашҡанға тиклем, «Имәнкәй»!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Үәт, ҡыҙыҡ! Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Хужалар сәй эсеп ултыра. Көтмәгәндә күптәнге таныштары килеп инә. Уларҙы ла сәй эсергә саҡыралар.
    – Ҡулдарымды йыуырға мөмкинме? – ти теге.
    – Һеҙ hабын менән йыуаhығыҙмы? – ти хужа.
    – Эйе.
    – Улайhа сәйҙе шәкәрhеҙ эсәhегеҙ инде, – ти хужабикә.

    авторы: Нур | 1 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Телеңде йоторлоҡ Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Һаумы, ҡәҙерле «Йәшлек»!
    «Телеңде йоторлоҡ!» бәйгеhенә үҙемдең яратҡан салат рецебын ебәрергә булдым. Ул бик тәмле лә, файҙалы ла, сөнки төп составын тәшкил иткән ҡара торма С витаминына бик бай. Тик ул әсе булғас, күптәребеҙ ҡулланып бармай. Ә минеңсә әҙерләгәндә әсеhе бөтөнләй ҡалмай, төҫө лә матур килеп сыға.

    авторы: Нур | 1 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Уйлыларҙы уйландырып Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    – Беҙҙә ҡыҙыҡ бер мәғлүмәт бар, әгәр «Йәшлек» гәзите өсөн кәрәк тип тапһаң, хәҙер үк уның менән бүлешергә әҙербеҙ. – Һәйтәк ауылынан Венера Шаһиева шылтыратҡас, ҡолағым шунда уҡ «ҡарп» итеп ҡалды. – Хәйретдин Аллаяров исемле ауылдашыбыҙ былтыр октябрҙә утын әҙерләгәндә ҡайын ағасының киҫемендә яҙыуға оҡшаған нәмә күргән. Беҙ Фәнит ағайың менән (тормош иптәше – авт.) шул киҫемде һиңә күрһәтәйек тигәйнек.
    «Йәшлек» гәзите уҡыусылары өсөн ҡыҙыҡ мәғлүмәтте үҙҙәре тәҡдим итеп торған кешеләргә нисек итеп, «юҡ, кәрәкмәй», тиһең – шунда уҡ осрашыу ваҡытын билдәләп, Шаһиевтарҙы түҙемһеҙлек менән көтә башланым. Һәм күп тә үтмәне, Фәнит ағай Һәйтәктән елдереп килеп тә етте. Уйлыларҙы уйландырып

    авторы: Нур | 1 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хыянат Әҙәбиәт » Хикәйә

    ҠайҺылай ҡыҙыҡ йәшәй икән Ришат. Әле, үҙенең өйөн тәү күргәндәй, ғәжәпләнеп бүлмә уртаһында баҫып тора. Йоҡонан бына шулай, икенсе кешеләй, килеп уянды ул. Әйтерһең, тәне үҙенеке, ә мейеһе менән башы – бүтәндеке. Шулай булғас, уйлауы, фекер йөрөтөүе лә башҡаса бөгөн. Күҙе лә элекке нәмәләрҙе бөтөнләй икенсе төрлө күрә. «Малосемейка» бүлмәһенең тарлығы ла күҙенә салынмаған бөгөнгә тиклем: ә ул ус аяһындай ғына икән дә баһа! Ишек өҫтөнән, тәҙрә аҫтынан обойҙары ҡубып, «баштарын» һәлендереп тора. Минән киткәнсе, эйәһенә еткәнсе тип үҙе эшләнеме, әллә алмаштырырға ваҡыт еткәнгә шулай айырыла башлағанмы? Стенаның ҡап уртаһына ҡәҙерле нәмәләй шәрә ҡыҙҙың һүрәтен йәбештереп ҡуйған. Ян-яғынан билдәле-билдәһеҙ артист, йырсыларҙың фотолары урын алған. Ҡайһылай йәмһеҙ...

    авторы: Нур | 1 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Кантон начальнигы»ның сере Мәҙәниәт

    Шулай бер ваҡыт Мәскәүҙең Тарих музейында мин «Рәсәй халыҡтары» серияһынан уҙған быуаттың бер нисә фарфор фигураһын күргәйнем. Улар араһында башҡорт фигураһы ла бар. Статуэткалағы яҙыу ошо хаҡта һөйләй ине. Минең алда зәңгәр елән, лампаслы күк ыштан, иң мөһиме, беҙҙең өсөн ғәҙәти булмаған бейек конус формаһындағы баш кейеме кейгән, ҡулына ҡылыс тотҡан уҫал яугир тора ине. Ә беҙ үҙебеҙҙең бейеүселәрҙе бөтә донъяға танылған төлкө тиреһенән тегелгән, оҙон ҡойроҡло осло башлы бүректәрҙә күреп өйрәнгәнбеҙ.

    авторы: Нур | 1 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Спорт Яңылыҡтар » Спорт

    «Салауат Юлаев» –Чемпиондар лигаhында

    Быйылғы миҙгелдән хоккей буйынса Чемпиондар лигаhы турниры уҙғарыла башлаясаҡ. «Салауат Юлаев» командаhы «С» төркөмөндә Словакияның «Слован» hәм Чехияның «Ческе Будейовице» хоккейсылары менән көс hынашасаҡ. Командалар үҙ-ара икешәр осрашыу (береhе – үҙендә, береhе – ҡунаҡта) үткәреп, ярымфиналда башҡа төркөмдөң еңеүселәре менән төп приз өсөн көрәшен дауам итәсәк. Уйындар 8, 22, 29 октябрҙә, 12, 19 ноябрҙә hәм 3 декабрҙә булhа, ярымфинал 10 декабрҙә, 7 ғинуарҙа, финал иhә 21, 28 ғинуарҙа буласаҡ.
    Тәүге уйынын «Салауат Юлаев» хоккейсылары 8 октябрҙә «Ческе Будейовице» командаhы менән үҙ майҙанында уҙғарасаҡ.
    Күршеләребеҙ – Магнитогорскиҙың «Металлург»ы үҙ төркөмөндә Германияның «Айсбэрен» hәм Финляндияның «Кэрпет» клубтары менән сәкәләшәсәк.

    авторы: Нур | 1 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Исемең мәғәнәлеме башҡорт? Мәҙәниәт

    Ислам дине аша килеп ингән ай, исемдәре, көн атамалары ла кеше исемдәре булып киткән hәм халҡыбыҙ араhында киң таралған. Әгәр ҡыҙ бала ғинуар айында (башҡорт календары буйынса «hыуығай») донъяға килhә, уға Зөлҡәғиҙә тип исем ҡушҡандар, февралдә (шаҡай) тыуhа, Зөлхизә тип исем ҡушҡандар. Бөгөн был исемдәр hирәк осрай.
    Әгәр ир бала март айында (буранай) донъяға килhә, уға Мөхәррәм тип исем ҡушҡандар, апрелдә (алағарай) тыуhа – Сәфәр, Сәфәрғәли, июлдә (майай) тыуhа – Әүәл, августа (урағай) донъяға килhә – Йомадил, сентябрҙә (hарысай) – Рәжәп, октябрҙә (ҡарасай) – Шаhбан, ноябрҙә (ҡырпағай) – Рамаҙан, декабрҙә (аҡъюлай) донъяға килhә, уға боронғо башҡорттар Шәүәли тип исем ҡушҡан. Көн атамаларынан барлыҡҡа килгән исемдәрҙән Аҙнағол, Аҙналы, Аҙнабикә, Йомағол, Йомағужа, Йомабикә киң таралып киткән. Был исемдәр ҙә бөгөн бик hирәк осрай

    авторы: Нур | 1 мая 2008 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Ике сәғәтлек һынау Яңылыҡтар » Иғтибар

    Ниндәй генә крем йәки битлек ҡулланырға йыйынһаң да, иң элек тиренең төрөн асыҡларға кәрәк. Быны өй шарттарында эшләргә буламы? Була! Бары ике сәғәт буш ваҡыт кәрәк.
    Биттең тиреһен йыуыныу өсөн күбек йәки гель менән таҙартыуҙан башлайыҡ. Йыуынғандан һуң битте таҙа таҫтамал менән һөртөргә лә ...башҡа бер ни эшләмәҫкә кәрәк! Хәҙер инде ике сәғәт үткәс, тиреләге үҙгәрештәрҙе байҡап сығығыҙ:
    Битте күбек йәки гель менән йыуғандан һуң тире тартылған кеүек тойолоп тора. Әгәр был тойғо тиҙ арала ғына юҡҡа сыҡһа, бит ялтырай башлаһа, тимәк, тирегеҙ майлы төргә ҡарай.

    авторы: Нур | 1 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3 4  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru