Ашамай тамаҡ туймай, эшләмәй ризыҡ булмай.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йондоҙнамә
  • Ағас күрке – япраҡ, тиһәләр, урман күрке – мышылар...
  • Аҡ йыланды осратһаң – бәхеткә, имеш
  • Нуриманда күлдәр ҡорой
  • Әтәс, тауыҡ, себештәр тураһында
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Үәт, ҡыҙыҡ! Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Атай кеше бәләкәй улы менән телевизорҙан кино ҡарап ултыра. Улы:
    – Атай, ә ниңә был фильмды балаларға ҡарарға ярамай? – тип hорай.
    Атаhы улының ҡолағына:
    – Тик кенә ултыр, хәҙер үҙең күрерhең, – ти.

    * * *
    «Яңы урыҫ»тың гәзиткә биргән иғланынан: «Биш йыллыҡ яңы машина hатам. 10 саҡрым ғына йөрөлгән. Фатир эсендә генә йөрөнөм».

    авторы: Нур | 6 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан "Китап" Яңылыҡтар » Иғтибар

    Рауил Бикбаев. Һайланма әҫәрҙәр. I том: шиғырҙар, поэмалар.
    Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың Һайланма әҫәрҙәренең I томына авторҙың егерменсе быуаттың 60 – 80-се йылдарындағы (50 йәшенә тиклемге) ижады өлгөләре – шиғырҙары, поэмалары һәм балладалары индерелде.



    Фәниҙә ИсхаҠова. Мәңгелектең бер мәле. Роман, повесть, хикәйәләр.
    Башҡорт әҙәбиәтендә үҙ йүнәлеше, уҡыусыларға еткерер ҡыҙыҡлы фекерҙәре булған әҙибәнең яңы китабы – йәшәү мәғәнәһе, тормош асылы хаҡында. Киҫкен сюжет алымдары һәм көсөргәнешле хәл-ваҡиғалар аша замандаштарыбыҙҙың образдары асыла, уларҙың эске кисерештәре тәрән яҡтыртыла. Йыйынтыҡта һуңғы йылдарҙа яҙылған реалистик әҫәрҙәр ҙә урын алған.

    авторы: Нур | 6 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Исемең мәғәнәлеме, башҡорт? Мәҙәниәт

    Мәғәнәhеҙ, йәмhеҙ, беҙгә бөтөнләй ят булған, туҙға яҙмаған исемдәрҙе йөрөткән балаларҙың, йәштәрҙең, урта hәм оло йәштәге кешеләрҙең ғәйебе юҡ, сөнки бер кем дә үҙенә-үҙе исем ҡуша алмай. Быға милли аңын бөтөнләй юғалтҡан, милли рухhыҙ, «яңы» исем эҙләп яфаланған мәҙәниәтhеҙ атай менән әсәй, олатай менән өләсәй ғәйепле.
    Атап үткән исемдәр араhында мәғәнәле «ай», «ил», «гөл» hүҙҙәре ярҙамы менән яhалған исемдәр осрай. Айгизә, Айгизәр, Айсаф, Айсар, Айсилә, Илфар, Илсан, Илвир, Илсаф, Гөлфинә, Гөлфиза hәм башҡалар. Ләкин, күреүебеҙсә, был «исемдәрҙең» икенсе яртыhының мәғәнәhе юҡ. Быға ҡәҙәр айға тик Америка астронавтары ғына барып ҡайтты. Улар Айҙы гиҙеп, сәйәхәт ҡылып йөрөй алған. Башҡорт балаларына килгәндә, уларҙың XXI быуатта Айға барып ҡайтыуҙары икеле. Шулай булғас, ниңә инде балаға Айгизә, Айгизәр тип исем ҡушырға? Айзилә, Айсилә, Айлина тигән исемдәрҙә лә мәғәнә юҡ. Был исемдәр, башҡалары кеүек, бары тик хәрефтәр теҙмәhе, уйлап табылған исем-кличка, мәҫәлән, Илсаф, Зинар, Фәғит, Фәнзит, Филүс, Финат, Фәндит, Флара, Лүзиә hәм башҡалар.

    авторы: Нур | 6 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һорау-яуап Яңылыҡтар » Иғтибар

    Уртаса эш хаҡы нисек иҫәпләнә?

    Кеше эштән киткән ваҡытта уға пособие түләнә. Уны иҫәпләгән ваҡытта уртаса эш хаҡы нисек билдәләнә?
    И. Гүзәл.
    Бөрө ҡалаһы.

    Эштән киткәндә түләнә торған пособиеның күләмен иҫәпләүҙең дөйөм тәртибе Хеҙмәт Кодексының 139-сы статьяһына ярашлы билдәләнә. Төп иҫәпләүҙәр түбәндәгегә ҡайтып ҡала. Ниндәй генә эш режимында булһа ла, хеҙмәткәрҙең уртаса эш хаҡы уға эштән киткәнгә тиклемге 12 ай эсендә эшләгән эш сәғәте өсөн иҫәпләнгән эш хаҡынан сығып билдәләнә. Бөтә осраҡта ла уртаса эш хаҡын билдәләү өсөн көндөҙгө уртаса эш хаҡы алына. Уртаса эш хаҡы көндөҙгө уртаса эш хаҡын түләнергә тейешле осорҙағы көндәр иҫәбенә ҡабатлау юлы менән иҫәпләнә. Уртаса көндөҙгө эш хаҡы иҫәп-хисап осорона күсерелгән эш хаҡының суммаһын ошо осорҙа эшләгән көндәргә бүлеү юлы менән иҫәпләнә

    авторы: Нур | 6 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Гәзит уҡыусылар ижады Әҙәбиәт » Шиғырҙар

    ШАFИР ЙӨРӘГЕ
    Шағир йөрәге – ул серле йомғаҡ,
    Аңлап булмай hис бер ҡараштан.
    Ул күренмәҫ нескә ептәр менән
    Ай hәм йондоҙҙарға тоташҡан.

    Шағир йөрәгенә бары hыйған –
    Ер, ҡояш hәм hинең ҡарашың.
    Яңы аяҡ баҫҡан сабыйҙар ҙа,
    Тыуған иле, халыҡ яҙмышы.

    авторы: Нур | 6 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Халҡыбыҙҙы мәскәүҙәргә танытып Башҡортостан » Милли проекттар

    Башҡортостан, башҡорт халҡы хаҡында мәғлүмәт туплаған бүлек Мәскәүҙең Үҙәк күргәҙмәләр залының иң түрендә урынлашҡан. Уны Мәскәү башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты идараhы ойошторған. Күргәҙмәлә башҡорт халҡының асылын сағылдырған шәжәрә, башҡорт балы, милли кейемдәр, ҡурай урын алған. Урындағы ҡоролтай етәксеhе Батырхан Мырҙабаев әйтеүенсә, бындай саралар, халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәре, тарихы, йолалары, милли аштары хаҡында hөйләшеүҙәр, башҡорт дискотекаhы Рәсәйҙең баш ҡалаhында йәшәүсе милләттәштәребеҙҙе туплау, бергә ойоштороу, берҙәмлекте тойоу өсөн әленән-әле уҙғарылып тора. Тап Мәскәү башҡорттары ҡоролтайы идараhы үткәргән сарала йәштәр генә түгел, өлкән быуын вәкилдәре лә халҡыбыҙ, республикабыҙ хаҡында hуңғы мәғлүмәттәрҙе ала, төп мәмләкәт менән даими бәйләнештә йәшәй.
    Бөгөн Мәскәү башҡорттары III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерләнә. Халыҡ, ил, тел, ер мәнфәте өсөн яныусы милләттәштәребеҙҙе бергә туплаған ойошманың киләсәктә лә ошо рухты hаҡлауын, эш әүҙемлеген, hүҙ берлеген тойорға яҙhын!
    Л. АБДУЛЛИНА.

    авторы: Нур | 6 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡорт ишандарының иң олуғы Башҡортостан » Юбилейҙар

    Ғатаулла ишандың ейәне Зәйнулла Әлибаевтың һөйләүенсә, төрмәнең йоҙағы үҙенән-үҙе асылып, үҙҙәре сығып-инеп йөрөгәндәр. Шунан төрмә начальнигы, былар ғәҙәти кешеләр түгел, тип сәйгә саҡырып, сәй эсереп ебәрә торған булған. Аҙаҡ, һеҙ изге кешеләр, халҡығыҙҙы ҡарағыҙ тип, уларҙың икеһен дә ҡайтарып ебәргәндәр. Был 1881 йылда була.
    Был ике изге кешене ҡайтарып ебәреүгә ҙур сәбәпсе булған тағы бер ваҡиға халыҡ хәтерендә һаҡланған. Ишандарҙың шундай һәләтле кешеләр икәнен ишетеп, губернатор уларҙы үҙ күҙҙәре менән күрергә теләй һәм янына алып килергә ҡуша. Губернаторҙың иркен бүлмәһенә инеп ултырғас, ул хөрмәт йөҙөнән икеһенә лә графиндан һыу ҡойоп бирә. Ләкин Зәйнулла ишан стаканды ауыҙына яҡынайта ла, ҡапыл һыуҙы яурыны аша артҡа, артындағы асыҡ тәҙрә аша тышҡа һибә.
    Губернаторҙың йөҙө емерелә, губернатор һынлы губернатор ихтирам менән биргән һыуҙы тышҡа һибеүҙе башҡа төрлө нисек аңларға, был бит – уны һанға һуҡмау. Әммә русса ла яҡшы белгән Зәйнулла ишан уны тағы ла аптырата:
    «Ғәли йәнәптәре, – ти ул тыныс ҡына, – был ҡылығымды һеҙҙең ихтирамығыҙҙы һанға һуҡмау тип аңлай күрмәгеҙ. Мин ул һыу менән Ырымбурҙағы янғынды һүндерҙем. Ышанмаһағыҙ, тикшерегеҙ».

    авторы: Нур | 6 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Итәғәтле белгес, һәләтле ойоштороусы Мәғәриф

    Итәғәтле белгес, һәләтле ойоштороусы
    Яҙҙың тәүге сәскәләрен күрhәтергә, тип ике йәшлек Әлфиәне апайҙары ауыл осондағы аҡланға алып сыҡҡан. Үҫмер ҡорона тулған дүрт апаhының араhында үҙе лә сәскәгә оҡшаш: зәп-зәңгәр күҙле, hап-hары сәсле теремек сабый, ялт-йолт итеп, тирә-яғын байҡай. Өлкән апаhы Фәүзиәнең ҡосағынан ысҡынып ергә баҫыуы булды, аунай-ҡолай аҡ сәскәләр өйкөмөнә барып, ниҙер тәтелдәргә лә тотондо. Апайҙары ике йәшлек сабыйҙың тиҙ арала «аҡлан хужабикәhе»нә әйләнеүенә хайран ҡалды.
    Оло быуын ауылдаштары уны – ҡурҡыу белмәҫ сая ҡыҙҙы – яңы ойошторолған ауыл Советы рәйесе итеп хәтерендә ҡалдырған. Шулай булмай ни, бер йыл элек кенә Стәрлетамаҡ педагогия институтының филология факультетын тамамлап, бер аҙ ғына мәктәп директоры урынбаҫары булып эшләгән 23 йәшлек ҡыҙға ҡайhы бер көслө ир-егеттәр булдыра алмаҫлыҡ вазифаны йөкмәтhендәр әле! Эште ул ғүмер буйы колхозда эшләп, абруй ҡаҙанған ағай-апайҙар менән кәңәшләшеүҙән башланы. Ваҡыт менән иҫәпләшмәй, юл юҡ, буран йәки алыҫ тип тормай, ауылдаштарының социаль хәлен яҡшыртыу өсөн хәленән килгәнсә тырыша.

    авторы: Нур | 6 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru