Изге эштә ашығыу хәйерле.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • ЭШЕ БАРҘЫҢ – КӨСӨ БАР
  • Суд приставтары бала хоҡуҡтарын яҡлай
  • Телефон таныштырҙы уларҙы
  • Рәхмәтле hәм мәрхәмәтле Аллаh исеме менән
  • Баш йортомдағы телде башҡорт аңлаймы?
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Анонс! Яңылыҡтар » Иғтибар

    МИН БАРЫ ТИК КӨЙ ЯҘАМ
    Композитор Урал Иҙелбаевтың 12 майҙа Нефтселәр мәҙәниәт hарайында ижад кисәhе була. Ә беҙ, гәзитебеҙҙең киләһе һанында һеҙҙе уның менән яҡындан таныштырасаҡбыҙ.
    Анонс!

    авторы: Нур | 8 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ярҙам итегеҙ! Яңылыҡтар » Иғтибар

    Хөрмәтле редакция!

    Атайым – 1928 йылғы Мөхәмәтйәнов Сәлимйән Fәлимйән улы быйыл 14 апрелдә өйҙән сығып киткәндән hуң ҡайтманы. Аяғына ҡыҙыл резина итек, өҫтөнә күк фуфайка, башына ҡолаҡсын бүрек кейгәйне. Һуңғы тапҡыр Таҙлар ауылы эргәhендә күргәндәр. Нотоҡ hалыусы инәйҙәр, ул иҫән, ти. Атайым склероз менән ауырый ине, үҙенең кемлеген әйтә алмауы ла мөмкин. Бәлки, бөгөн берәй изге күңелле кеше уны тәрбиәләп, кемлеген белә алмайҙыр. Әгәр атайым хаҡында белеүселәр булhа, 8 (34785) 2-65-89 телефоны буйынса хәбәр итhендәр ине.
    Гөлкәй ИШМЫРҘИНА.
    Ейәнсура районы,
    Иҙәш ауылы.

    авторы: Нур | 8 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Фронтовиктар шаяра Әҙәбиәт

    Бынан 30 – 40 йылдар элек Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары районда байтаҡ ине. Бер-береһенә, иптәш фронтовик, тип кенә өндәшәләр ине, башҡаһын үҙһенмәнеләр. Уларҙың үҙ-ара һөйләшеүҙәре, үҙҙәрен тотоштары, ситтән ҡарағанда, бик ҡыҙыҡ күренә ине. Бигерәк тә шаян, тапҡыр һүҙҙәргә бик маһир булдылар. Бөгөн шуларҙың бер-нисәһен гәзит уҡыусыларға тәҡдим итәм.

    авторы: Нур | 8 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ә таңдар бында тып-тын... Башҡортостан » Хәтер

    «Ә таңдар бында тып-тын» (»А зори здесь тихие») кино-фильмын тәүге тапҡыр армияла хеҙмәт иткән осорҙа (1972 – 1974 йылдар) ҡарағайным. Йәш кенә ҡыҙҙарҙың hәләк булыуы күңелемде тетрәтте hәм хистәрем шиғыр юлдарына төштө. Күпме йылдар үтһә лә, яҙғандарым һаман тынғы бирмәй.
    Таңдар бында шундай
    тыныс ата,
    Хатта ҡоштар бер мәл тын ҡала.
    Таң нурҙары иркәләнеп кенә
    Аҡ томанға инеп юғала.
    Йомшаҡ ҡына наҙлы шул томан
    Ниндәйҙер сер hаҡлай шикелле.
    Бына-бына томан таралыр ҙа
    Биш ҡыҙ сығып килә түгелме?

    авторы: Нур | 8 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Минең кеүек миллион ҡыҙҙар шулай Башҡортостан » Хәтер

    Бала сағымды яҡты, ҡояшлы бер көн тип күҙ алдыма килтерәм мин. 1965 йылда тыуғанмын, бала сағым, үҫмер йылдарым 70 – 80-се йылдарҙа үтте. Советтар Союзы тип аталған бөйөк илдең гөрләп сәскә атҡан сағы ине.
    Күңелем менән ул яҡты йылдарға әйләнеп ҡайтһам, иң тәүҙә тыуған өйөм һәм ауылыбыҙҙың иң хөрмәтле кешеләре – әбейҙәрем менән бабайҙарым иҫкә төшә. Бабайҙарым – олпат ҡына, таяҡтарына таянып, ә әбейҙәрем – мөләйем генә йылмайып, һаман да ҡапҡа янындағы эскәмйәләрендә ултыраларҙыр кеүек...

    Тыуған ауылым – Миәкә районының Йәнәби-Урсай ауылында берҙәм, татыу, бер-береһенә ярҙамсыл халыҡ йәшәй. Халҡыңа, уның тарихына хөрмәт мәктәп йылдарынан тәрбиәләнә. Афарин, мәктәбебеҙҙә тыуған яҡты өйрәнеү музейы бик яҡшы эшләй, унда бай мәғлүмәт тупланған. Минең өсөн ошо музейҙа иң ҡәҙерлеһе – унда һаҡланған оло быуын кешеләренең хәтирәләре. Ауылға һуңғы ҡайтҡанымдың береһендә лә, музейға барып, шул ҡағыҙҙарға күмелеп ултырҙым...
    Түбәндәге шиғырҙың авторы, Мәғфирә әбей Дәүләтшина, беҙгә күрше генә йәшәне. Мөләйем йөҙлө, сабыр холоҡло әбейем 1925 йылғы ине, үҫмер йылдарында һуғыштың бар михнәттәрен кисергән. Тыуған ауылы Боғҙан беҙҙең ауылдан Дим йылғаһы аша урынлашҡайны.

    авторы: Нур | 8 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Етемhерәп ҡалды ауыл Башҡортостан » Хәтер

    1941 йылдың 22 июнендә немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы Бөйөк Ватан hуғышы башланды. Ауылыбыҙҙан Яҡшыбирҙе Fөбәйҙуллин, Тәфҡәлүн Закиров, Хан Әхмәтйәнов, Баймөхәмәт Әхтәров, Заhит Fәлиуллин, Йыhанур Исламов, Көҫәп Мөхәмәҙиев кеүек ҡулдарында ут уйнатырлыҡ 60-лап кеше фронтҡа китә.
    1942 йылдың көҙөндә атайыма ла сират етә. Уның менән бергә Хафиз Ғарипов, Мырҙахан Динисламов, Ғилметдин Хилаев, Ишмырҙа Нурыев, Сабир Хәжипов, Бәҙретдин Ғәйнетдинов, Әхмәт Нурыев, Алексей Соколов, Мөхәмәт Ғафуровтарҙы саҡыралар. Ауыл етемһерәп ҡала. Моңһоу ҡараңғы көҙ күңелгә шом һала. Буласаҡ һалдаттар Алкинда хәрби әҙерлек үтә, шунан фронтҡа китергә йыйына башлай. «Бер аҙнанан беҙҙе һуғышҡа оҙаталар. Һыйырҙы бөтөрмә, балаларҙы һаҡла, ярҙам кәрәкһә, Хөснит ағайыма мөрәжәғәт ит», – тип яҙа атайым әсәйемә ебәргән ҡош телендәй генә бер хатында.

    авторы: Нур | 8 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Оло яуҙың тере шаhиты Башҡортостан » Хәтер

    Оло яуҙың тере шаhиты
    – Ҡасим олатай, оло байрам алдынан хәтерҙе тағы бер яңыртып алайыҡ әле...
    – Германия беҙҙең илгә hуғыш иғлан иткән, тигән хәбәрҙе мин радио аша ишеттем. Сәсеү бөткән ваҡыт ине. Халыҡ был шомло яңылыҡты ишетеү менән оло ҡайғыға батты: ҡайҙа ҡарама илаш-hыҡташ. Беҙҙең Стәрлебаш ауылының аҫты-өҫкә әйләнә инде. Икенсе көндө үк hуғышҡа оҙатыуҙар башланды. Минең атай оло булғас, уны алманылар. Мансур ағайым хәрби училищела уҡып йөрөгәс, тәүге көндәрҙән үк алынды. Минең йәшем тулмай ине әле.
    Көндән-көн hуғыштан күңелhеҙ хәбәрҙәр килеп кенә тора, беҙгә, тылдағыларға ла, еңел түгел. Колхозда ал-ял белмәй эшләйбеҙ. 1941 йылдың авгусында миңә лә повестка килде. Алкинда hигеҙ ай кесе командирҙар әҙерләүсе полк мәктәбендә уҡытып, апрелдә генә фронтҡа оҙаттылар. Фронтҡа яңы алыныусылар Сталинградта күп юғалтыуҙар кисергән армияны тулыландырҙы. 5-се армияның 49-сы дивизияhының 121-се полкында пулеметсы булып хеҙмәт иттем. Иң тәүҙә Белгород өлкәhенең Яңы Сергеевка йүнәлешендә hөжүм иттек. Ошондағы hуғышта тәүге сирҡаныс алдым инде. Шунан hуң беҙҙе Прохоровка станцияhына оҙаттылар. Дошман Сталинградты баҫып ала алмағас, артҡа сигенде hәм, нығынып, Курск дуғаhына hөжүм итте

    авторы: Нур | 8 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ӨС АУЫЛҒА – БЕР ВЕТЕРАН Башҡортостан » Хәтер

    Нисек кенә үкенесле булмаһын, тәбиғәт ҡанундары менән көрәшеү мөмкин булмаған эш – Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының сафы йылдан-йыл hирәгәйә. Ҡайһы бер ауылдарҙа улар юҡ та тиерлек, шулай ҙа хәтер мәңгелек, ҡаһарманлыҡтарын аңлатып биреү өсөн һүҙҙәр ҙә табып булмаҫ кеүек.
    Ауылда Бөйөк Еңеүҙе байрам итеү ошолай иҫемдә ҡалған: беҙ, башланғыс синыф уҡыусылары, 9 Май байрамын билдәләү тантанаһына йыйылабыҙ, шиғырҙар һөйләйбеҙ, «Катюша»ны йырлайбыҙ. Мәңгелек утты һаҡлаған пионер ҡыҙ-малайҙарҙан көнләшәбеҙ... Концерт ҡарарға Иҫке Күл, Иҫке Исай, Ишморат ауылдарынан ветерандар йыйыла, улар Бөйөк Еңеүгә арналған обелиск янындағы яландай ерҙә күмәк булып, берсә ҡыуанып, берсә моңайып ултыра, бөтәһенең дә миҙалдары, ҡайһыларының ордендары ла бар. Барса ыхалыҡ өсөн дә оло байрам инде!

    авторы: Нур | 8 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru