Изге эштә ашығыу хәйерле.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Эҙләү
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
» Байрамдар, иҫтәлекле көндәр
» Һөйөү менән түләрмен
» Ул шунан hуң тәмәке тартмай, йырлай hәм спорт ...
» Кем йылдың иң яҡшы уҡытыусыһы булыр?
» Өс һөйләм менән
» «БӘХЕТЛЕ ТРОЛЛЕЙБУС» КӨТӘ ҺЕҘҘЕ



Һуңғы уҙаман Башҡортостан » Хәтер
Баймаҡ районының Төркмән ауылында йәшәүсе 82 йәшлек Әхмәтдин Шәриповты шулай тип нарыҡларға була: Бөйөк Ватан hуғышында ҡатнашып, фашизмды дөмөктөрөүгә тос өлөш индереүсе ветеран Еңеүҙең 63-сө яҙын ауылдан бер үҙе, йәғни яуҙаштарhыҙ, ҡаршылай.
Хәрби хеҙмәткә Әхмәтдин олатай 1943 йылда, 17 йәше тулғас та алына. Бер йыл Алкинда зенитсыларҙың әҙерлек курсында уҡығандан hуң, Беренсе Украина фронты составында hуғышҡа инә. Дрогобыч, Варшава ҡалаларын дошмандан азат итеүҙә ҡатнаша. Одер йылғаhын кискән саҡта күкте фашист ҡоҙғондарынан hаҡлаусы йәш hуғышсы йәрәхәтләнә. Яраланыуына, контузия алыуына ҡарамаҫтан, үҙ посын ташламай алышҡаны өсөн Әхмәтдин Шәрипов «Хәрби батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ була. Еңеү яҙын Германияла ҡаршылай, ошонда уҡ 1950 йылға тиклем хәрби хеҙмәтен дауам итә.
Тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтҡан Әхмәтдинде ауылында еңел тормош көтөп тормай: ул hуғыш михнәттәрен үҙ иңендә күтәргән, фронттағы кеүек үк ауырлыҡтар кисергән ауылдаштары менән ауыл хужалығын аяҡҡа баҫтырыуға тотона. Малсылыҡта көс түгә, ғаилә ҡора, хәләл ефете менән өс бала тәрбиәләп үҫтерә.
Тормош гел ыңғай аҡhа икән ул! 1977 йылда Әхмәтдиндең ҡатыны үлеп китеп, ул 51 йәшендә яңғыҙы тороп ҡала. Был ҙур ҡайғыны ла яугир түҙемлек менән кисерә, эшенән йыуаныс табып йәшәй бирә. Әкренләп, тол ир халәтенә күнегә башлай. Был хәлгә борсолған яуҙаштары, уны яңғыҙ ҡартайыуҙан ҡурсалап, яңынан күҙле-башлы итмәксе була. Башланған эш – бөткән эш! Яугир Рамаҙан Ҡужин, бер нисә ҡорҙашын эйәртеп, яңғыҙ ҡалған Әлифә Fәлинаның өйөнә килә, hәр тол ҡатындың йөрәген телерлек хәлде бәйән ҡыла:
– Бынамын тигән фронтовик ир яңғыҙлыҡтан бөлөп бара: йылы аш, яҡты йөҙ күргәне юҡ. Йәйләүгә сыҡҡанда, дүрт көнгә биш буханка икмәк, бер ҡап маргарин алып барып, шуның менән генә туҡлана. Бәлки, икегеҙҙең яҙмышығыҙ берегеп китер, ә?
Әлифә инәй яусыларға нимә тип яуап биргәндер, уныhын хәҙер берәү ҙә иҫләмәй. Был бигүк мөhим дә түгел, сөнки йөрәге, күңеле менән Хоҙайға тапшырып, артабанғы ғүмерен Әхмәтдин менән ҡулға-ҡул тотоношоп үтергә тәүәккәлләй. Был ваҡиғаға 30 йылдан ашыу ғүмер үтеп тә киткән. Әйткәндәй, 30 йылдан ашыу бергә йәшәhәләр ҙә, былтыр ғына Әлифә инәй менән Әхмәтдин олатай никахтарын ауыл хакимиәтенең ныҡышыуы сәбәпле генә, рәсми органдарҙа теркәгән.
Әңгәмәбеҙ барышында, уртаҡ көнитмештәренең тәүге көндәрен хәтерләп, Әлифә инәй йылмайып ҡуйҙы:
– Эштән йүгереп ҡайтам да, аш hалып ебәрәм. Бабайым ҡайтып инеүгә ҡулын йыуҙырырға йылы hыу тотоп көтөп торам, өҫтәлдә ризыҡ әҙерләнгән. Алтынсы көн тигәндә: «Их, әбекәй, тағы ла бер ун йыл ошо рәүешле йәшәhәк, үлhәм дә үкенмәҫ инем», – тип ысҡындырҙы Әхмәтдин. «Туҡта әле, – тинем, – hин минең яйымда булып, мин hинең hүҙеңдән сыҡмайса ғына 20 – 30 йыл матур итеп бергә донъя көтөүгә нисек ҡарайhың? Уның аръяғындағыhы ла Аллаhы Тәғәлә ҡөҙрәтендә».
Юрағаны юш килеп, Әлифә инәй Әхмәтдин олатай менән hаман да көңгөр-ҡаңғыр донъя көтә. Йәй етhә, ҡарты ат менән бесән саба, тырмата. Әлифә инәй иhә бесән күбәләй, йорттағы ҡырылмаhа ҡырҡ эште башҡарып өлгөрә. Ат йәнле Әхмәтдин олатай быйыл ғына үҙенең аттарын бөтөргән. Татыу ғаиләнең өлгөрлөгөнә хатта мәктәп уҡытыусылары аптырай – быға тиклем бер генә тапҡыр ҙа мәктәп балаларынан ярҙам hорамаған улар, тимурсыларҙы кире бороп ҡайтарып торғандар икән. Һикhәнгә етеп килhә лә, Әлифә инәйҙең ҡартының бер алдына, бер артына сығып ҡәҙер күрhәтеүе йәш килендәр өсөн өлгө булырлыҡ. Әле лә, ике сәғәт hайын, аштан оло булма, тип өҫтәл янына саҡыра ла тора, тип ризаhыҙлыҡ белдермәмеш булып, асылда килешле генә итеп әбейен маҡтап ҡуйҙы Әхмәтдин олатай.
Fөмүмән, Әлифә инәйҙең тилберлегенә, йәштәрсә дәртле булыуына хайран ҡалырлыҡ: hигеҙенсе тиҫтәне түңәрәкләп килеүенә ҡарамаҫтан, йорт-ҡураhын да тәрбиәләй, йәмәғәт байрамдарына сығып күренергә лә, ауылда яңыраҡ төҙөлгән мәсетте ҡарауылларға ла өлгөрә. Инәйебеҙҙең hәр саҡ тигәндәй үҙе менән фотоаппарат алып йөрөүе, фотопленкаларын почта аша Өфөгә оҙатып ҡағыҙға баҫтыртып алыуы, ҡайһы бер оло быуын кешеләре кеүек «Тайны здоровья», «ЗОЖ» гәзиттәрен түгел, ә мотлаҡ «Йәшлек» гәзитен яҙҙыртыуы ғына ла үҙе ни тора! Һуғыштан контузия менән ҡайтып, хәтеренә зарар килгән Әхмәтдин олатайҙың шәхси сәркәтибе ролен дә башҡара ул: ғаилә фотоальбомдарын алып бара, ҡартының hаман да hуғыш яландарында аҙашып ҡалған наградаларын, уларға бәйле льготаларын юллау менән булыша. «Әле, – ти Әлифә инәй, – инвалидлыҡҡа дусар булған hуғыш ветерандарына Путин, еңел машина, йә булмаhа аҡсалата хаҡын түләргә кәрәк, тигән ҡарар сығарҙы. Машина йөрөтөү түгел, автобусҡа ултырырға ла ҡыйынhынған ҡартымды ете йыл буйы ватанын hаҡлағаны өсөн аҡсалата компенсация менән ҡыуандырhалар, hәйбәт булыр ине».

Илшат ҠАНСУРИН.
Баймаҡ районы.
 (голосов: 0)
авторы: Нур | 8 мая 2008 | | Фекерҙәр (0)
Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Тормош hынауҙары аша – 50 йыл бергә
  • Таҡмаҡтары ғына ҡалды иҫләргә...
  • Хөснөтдин Хәйбулла улы Хәмитов
  • Бер миҙалдың тарихы
  • Ул Берлинды алыуҙа ҡатнашҡан
  • Радио Юлдаш на башкирском языке Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Радио Ашкадар в уфе Баш портал


      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru