Ир ҡоралы - ҡамсылыр, ҡулда барҙа ҡәҙере юҡ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • ТАКСИ ЭШЕ ТӘРТИПКӘ ҺАЛЫНА
  • Йәнлектәр донъяһында
  • [b]Йәш эшҡыуарҙар мәктәбе[/b]
  • Мәңге уңалмаҫ сей яра
  • Ябай ғына ауыл кешеһе, үҙенең «Запорожец» автомобилендә юл ҡағиҙәһен боҙоп, «гаишник»ҡа эләгә:
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Янылыктар Башҡортостан

    Президентыбыҙҙы ҡотланылар

    РФ Президенты Дмитрий Медведев менән РФ Хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путин Республикабыҙ Президенты Мортаза Рәхимовты Еңеү көнө менән ҡотланы.
    Рәсәй Президенты Дмитрий Медведевтың ҡотлауында: Хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы!
    Һеҙҙе Бөйөк Еңеү менән ҡотлайым!
    Был байрам тарихыбыҙҙа, халҡыбыҙ хәтерендә мәңгегә ҡаласаҡ. Хәҙерге Рәсәйҙең барлыҡ ҡаҙаныштары һәм уңыштары был тантаналы, күҙ йәше менән тулы көн менән өҙөлмәҫлек итеп бәйләнгән.

    авторы: Нур | 10 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Еңеүҙең hәр бер яҙы ҡабатланмаҫ Башҡортостан » Хәтер

    Еңеүҙең hәр бер яҙы ҡабатланмаҫ
    Өфөнөң Еңеү паркында Бөйөк Еңеү байрамына арнап үткәрелгән тантаналар сафтары hирәгәйә барған ветерандарға ихтирам, иғтибар күрhәтеүсе бер матур йолаға әйләнде. Быйыл да Еңеү рухына тоғро ҡалып, Еңеү паркына йыйылған халыҡ, ветерандар менән бергә Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Хөкүмәт Премьер-министры Раил Сарбаев, Өфө ҡалаhы хакимиәте башлығы Павел Качкаев hәм башҡа рәсми вәкилдәр Башҡортостан батырҙары Миңлеғәле Fөбәйҙуллин менән Шакирйән Мөхәмәтйәновтың (Александр Матросов) hәйкәленә һәм ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың ҡәберенә сәскәләр hалды.

    авторы: Нур | 10 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Яңылыҡтар

    Тәүге сәфәрҙәр
    Дмитрий Медведевтың яңы вазифалағы тәүге халыҡ-ара сәфәре Ҡаҙағстанға буласаҡ.
    Медведев унда Ҡаҙағстан Президенты Нурсолтан Назарбаевтың саҡырыуы буйынса 22 майҙа бара. Унан һуң иһә Ҡытай Халыҡ Республикаһы Рәйесе Ху Цзинтьтао саҡырыуы буйынса Ҡытайға юлланмаҡсы.
    Тәүге визиттарҙың фәҡәт ошо илдәргә булыуын Евразия геосәйәси линияһының, йәғни, Путин курсының дауам итеүе дәлиле тип аңларға кәрәктер.

    авторы: Нур | 10 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бер ветеран да ситтә ҡалманы Башҡортостан » Хәтер

    Баш ҡалабыҙҙа, республикабыҙҙың бөтә район-ҡалаларында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын ҡотлау, ҡаhармандарҙың исемдәрен, батырлыҡтарын мәңгеләштереү буйынса саралар үтте.
    Өфөлә 8 майҙа Нефтселәр мәҙәниәт һарайында Бөйөк Еңеүҙең 63 йыллығына арналған тантаналы ултырыш үтте. Еңеү көнөндә БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты Советтар Союзы Геройы Шәкирйән Мөхәмәтйәновтың (Александр Матросов) һәйкәленә сәскә һалыу ойошторҙо.
    Һуғыш ветерандарының ҡала госпитале янында махсус һөйләшеү пункты ойошторолдо. Полкташтарға шылтыратыу акцияһы барышында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм хеҙмәт фронтында ҡатнашыусыларға Рәсәй, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе, алыҫ һәм яҡын сит илдә йәшәүсе яуҙаштарына һәм яҡын кешеләренә бушлай шылтыратыу мөмкинлеге бирелде.

    авторы: Нур | 10 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Путин – Премьер-министр Яңылыҡтар

    Кесе йомала РФ Дәүләт Думаһы үҙенең сираттан тыш ултырышында Владимир Путинды Рәсәй Хөкүмәтенең Премьер-министры вазифаһында раҫланы. Ултырышта 450 депутаттың 448-е ҡатнашты (ике мандат әлегә буш һанала).
    Пленар ултырышты асып, Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев депутаттарҙы Владимир Путинды Премьер-министр вазифаһында хупларға саҡырҙы.
    – Бер кемдең дә шиге юҡтыр – беҙҙең тандем, үҙ-ара хеҙмәттәшлек тағы ла нығына барасаҡ, Рәсәй йәмғиәте алған курстың үҫешен тәьмин итәсәк, – тине Дмитрий Медведев.
    – Рәсәй был осорҙа үҙгәрҙе генә түгел, бөтөнләй икенсе илгә әүерелде, – тип башланы сығышын Владимир Путин. Уның доклады РФ Хөкүмәте эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре программаһы тип аталды. Премьерлыҡҡа кандидат иҡтисадта һәм социаль өлкәлә хәл итәсәк өҫтөнлөклө программаларға ҡағылып үтте.
    45 минутлыҡ сығыштың иң мөһим тезистарына ғына туҡталып үтәйек.

    авторы: Нур | 10 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Таҡмаҡтары ғына ҡалды иҫләргә... Башҡортостан » Хәтер

    Ҡәhәрле hуғыштың тамамланыуына 63 йыл булып китhә лә, юғалтыуҙарҙы, барлыҡ ауырлыҡты, ҡайғы-хәсрәтте үҙ йөрәге аша үткәргән оло быуын кешеләренең күңеленән был дәhшәтле йылдар бер нисек тә юйылмайҙыр hәм онотолмайҙыр, моғайын. Ә, бәлки, киреhенсә, hулҡылдап торған йөрәк яралары яңынан асылалыр...
    Йылдар уҙған hайын, әсәйемдең hуғыш яланында ятып ҡалған ағаhын hағынып иҫләмәй ҡалған көнө бармы икән?! Йәшләй генә hуғышҡа китеп, хәбәрhеҙ юғалған уның ағаhы. Исмаhам, ҡәбере лә билдәле түгел.
    1941 йылдың 6 авгусында Баймаҡ районының Ишмырҙа ауылы халҡы ла байтаҡ ир-егетте яу яланына оҙата. Улар араhында әсәйемдең бер туған ағаhы – олатайым Нуриәслән Хөснөтдин улы Йәнбәков та була. 24 йәшлек был егет күрше Семеновск ауылынан Маhикамал исемле сибәрҙе яңы ғына кәләш итеп алған була, тик hуғыш барыhын да селпәрәмә килтерә.

    авторы: Нур | 10 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бында ил һаҡсылары үҫә Башҡортостан » Хәтер

    XVIII быуатта Европа илдәрендә хәрби әҙерлек мәктәптәре барлыҡҡа килә. Рәсәйҙең кадет корпустары ил өсөн физик яҡтан сыныҡҡан, әҙерлекле йәш үҫмерҙәрҙе тәрбиәләп сығара. Адмиралдар Ушаков, Нахимов, фельдмаршалдар Петр Румянцев, Михаил Кутузов hәм башҡаларҙың кадетсы булғанын тарихтан беләбеҙ. 1812 йылғы Ватан hуғышында 549 генералдың 119-ы кадет корпусында уҡыған.
    Кадет клубтарының бурысы – хәрби хеҙмәткәрҙәр әҙерләүҙән тыш, көслө рухлы, белемле, мәҙәниәтле, үҙ иленең ысын патриоттарын тәрбиәләү. Ниндәй дин тотоуына ҡарамаҫтан, ата-әсәне, өлкәндәрҙе ихтирам итеү, хөрмәт менән ҡарау, итәғәтле булып, ғилемгә ынтылыу – төп шарт.
    Әлеге ваҡытта Хөкүмәтебеҙ тарафынан үҫмерҙәрҙе хәрби илhөйәрлек тәрбиәләү буйынса күп эш башҡарыла. Төбәктәрҙә төрлө йүнәлешле хәрби-патриотик клубтар, балалар hәм үҫмерҙәр өсөн үҙәктәр, кадет корпустары барлыҡҡа килде. Мәҫәлән, Ишембай кадет мәктәп-интернаты хәрби-тарихи, тормош хәүефhеҙлеге, хәрби-техник hәм махсус әҙерлек йүнәлеше буйынса эшләй.

    авторы: Нур | 10 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Илап ҡаршыланыҡ Еңеүҙе» Башҡортостан » Хәтер

    Бөйөк Еңеүгә 63 йыл тулыу айҡанлы республикабыҙҙың һәр районында, ауылында, социаль һәм мәҙәни учреждениеһында тиерлек Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын, тыл хеҙмәтсәндәрен тәбрикләү саралары үтеүе – бик матур һәм күркәм күренеш. Ни тиһәң дә, илебеҙҙең яҡты киләсәге өсөн ғүмерҙәрен фиҙа ҡылған ҡаһармандарыбыҙҙың яҡты иҫтәлеген беҙ оноторға тейеш түгел, ә иҫәндәренең ҡәҙерҙәрен белеү, уларҙың һүҙҙәренән һабаҡ алыу – изге бурысыбыҙ. Ошо көндәрҙә Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы ҡарамағындағы уҡыу үҙәге лә ҡасандыр был учреждениела эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан һуғыш ветерандарын оло тантанаға саҡырҙы.
    Төрлө йылдарҙа ошонда уҡытҡан һуғыш ветерандары ла һанаулы ғына ҡалған – бары тик алты кеше. Үкенескә күрә, һаулыҡтары ҡаҡшау сәбәпле, уларҙың барыһы ла килә алмаған. Тантана көнөндә оҙаҡ йылдар уҡыу үҙәге начальнигы булған милиция полковнигы, Бөйөк Ватан hуғышы ветераны Fамил Fәликәев иҫтәлегенә арнап, мемориаль кабинет асылды.

    авторы: Нур | 10 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru