Белгән белгәнен эшләр, белмәгән беләген тешләр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Берҙәмлектә – көс
  • [b]УЛАРҘЫ «ХӘҮЕФҺЕҘ ТӘГӘРМӘС» САҠЫРҘЫ[/b]
  • Ғәйепһеҙме? Улайһа, ҡабаланма
  • Һаулыҡтың әhәмиәте электән килә
  • [b]Шәкәр[/b]
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Янылыктар Яңылыҡтар

    Китапханасыларҙы – Өфөгә

    15 майҙа БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы Өфөлә Башҡортостан китапханалары: бөгөнгө хәле һәм үҫеш перспективалары тип аталған китапхана белгестәренең I төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференцияһын үткәрә.
    Унда пленар һәм секция ултырыштары ҡаралған. Сара сиктәрендә шулай уҡ төбәктәрҙәге китапханаларҙың бөгөнгө хәле, үҫеше мәсьәләләре буйынса фекер алышыуҙар буласаҡ һәм дөйөм резолюция ҡабул ителәсәк.

    авторы: Нур | 13 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Баш ҡалала Еңеү эстафетаһы гөрләне ---

    Баш ҡалала Еңеү эстафетаһы гөрләне
    Йыл һайын уҙғарылған был бәйге Бөйөк Еңеүгә дан йырлаусы сараға әүерелде. Старт алдынан эстафетаны асыу тантанаһындағы тәбрикләүендә БР физик культура, спорт һәм туризм министры Владимир Самородов Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына күрhәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн рәхмәтен белдерҙе һәм бөгөнгө быуындың аяҙ күк аҫтында тик спорт ареналарында ғына көс һынаша алыуын ҙур бәхет, тип билдәләне.
    Эстафетала ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы «Молодежная газета» редакцияһының баш мөхәррире Татьяна Сырвачева ла сәләмләне.
    Быйылғы йыл икеләтә юбилейлы: гәзиттең сыға башлауына – 85 йыл, йолаға әүерелгән май эстафетаһы ойошторолоуға 60 йыл тулған. Уның беренсе ҡатнашыусыларының бөгөнгө байрамда булыуы сараға айырыуса йәм өҫтәне. Бөйөк Еңеүгә бағышланған эстафета оҙаҡ йәшәр һәм сәләмәт тормош эстафетаһы быуындан-быуынға тапшырыла килер, тигән өмөтөн белдерҙе Татьяна Николаевна.

    авторы: Нур | 13 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Яңылыҡтар

    Путин саҡырылышы
    Кисә РФ Хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путин командаһына инәсәк төп министрҙар һәм вице-премьерҙарҙы атаны.
    Шулай итеп, Виктор Зубков менән Игорь Шувалов – беренсе вице-премьерҙар. Александр Жуков, Сергей Иванов һәм Игорь Сечин – вице-премьерҙар. Сергей Собянин – вице-премьер, Хөкүмәт аппараты башлығы.
    Алексей Кудрин, Сергей Лавров, Анатолий Сердюков, Рәшит Нурғәлиев, Сергей Шойгу, Дмитрий Козак, Татьяна Голикова, Алексей Гордеев, Андрей Фурсенко һәм Юрий Трутнев элекке вазифаларында ҡалды.
    Яңыларға килгәндә, Игорь Щеголев – элемтә һәм киң коммуникациялар, Александр Авдеев – мәҙәниәт, Рәсәй футбол союзы башлығы Виталий Мутко – өр-яңы министрлыҡ, Спорт, йәштәр һәм туризм эштәре министрлыҡтары башлыҡтары итеп тәғәйенләнгән.
    Сәнәғәт һәм энергетика министрлығы икегә – Сергей Шматко етәкләйәсәк Энергетика министрлығына һәм Виктор Христенко етәкләйәсәк Сәнәғәт министрлығына бүленгән.

    авторы: Нур | 13 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өфө тамашасыhы Хворостовскийға алҡышланы Мәҙәниәт

    Өфө тамашасыhы Хворостовскийға алҡышланы
    Афишаларҙа Рәсәйҙең халыҡ артисы, РСФСР-ҙың Дәүләт премияhы лауреаты Дмитрий Хворостовскийҙың исемен уҡып, башта, моғайын, Өфө халҡы ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәгәндер. Нимә генә тимә, Рәсәйҙең «алтын баритоны» исемен яулаған был йырсыны донъяның hәр мөйөшөндә ихласлыҡ менән көтөп алалар.
    Донъяға танылыу Дмитрий Хворостовскийға 1985 йылда «Би-Би-Си» үткәргән «Донъя йырсыhы» телевизион конкурсынан hуң килә. Унда ул еңеп сыға. Ә Кардиффта (Бөйөк Британия) ул берҙән-бер призға hәм «Иң шәп тауыш» титулына лайыҡ була.
    1990 йылда Нью-Йорктың «PhiIips CIassics» компанияhы йырсы менән контракт төҙөп, уның 20-нән ашыу альбомын донъяға сығарҙы. Д. Хворостовскийҙың «Очи черные» альбомы 1992 йылда (дирижеры Н. Калинин, Осипов исемендәге халыҡ музыка ҡоралдары оркестры уйнай) Европала hәм АҠШ-та иң шәптәрҙең береhе, тип танылды.
    2005 йылда йырсы киң билдәле «Соотечественник года – 2005» премияhының лауреаты булды. Уны Рәсәйҙән ситтә йәшәгән, әммә Ватаны менән ижади бәйләнештәрен өҙмәгән шәхестәргә бирәләр. Бөгөн йырсы ғаиләhе – ҡатыны Флоранс hәм балалары менән Лондонда йәшәй. Үҙе әйтеүенсә, аҡ ҡайындарҙы күргән hайын hәр ваҡыт Рәсәйҙе hағыныу тойғоhо солғап алыуын йәшермәй.

    авторы: Нур | 13 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Төньяҡта хәлдәр нисек? Яңылыҡтар

    БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев республикабыҙҙың төньяҡ райондарында эш сәфәрендә булды. Хөкүмәт башлығы Бөрө, Борай, Балтас, Асҡын, Ҡариҙел һәм Мишкә районы предприятиеларының эшмәкәрлеге менән танышты. Раил Сарбаевтың иғтибары үҙәгендә ошо көндәрҙә яҙғы сәсеү эштәрен тамамлаусы ауыл хужалығы предприятиелары торҙо.
    Бөрө спирт-араҡы комбинаты – Премьер-министрҙың эш сәфәренең тәүге объекты. Раил Сарбаев заводтың етештереү эшмәкәрлеге, һауыт әҙерләү цехында яңы һауыт йыуыу машиналары менән танышты.
    Сувенир продукциялар цехы – предприятиеның тағы бер байлығы. Бында Премьер-министрға заводтың ике төр сувенир продукцияһы күрһәтелде.
    Бөрө районының Никитин ҙур булмаған индивидуаль предприятиеһы тәүлегенә 40 тоннаға яҡын һөт эшкәртә. Раил Сарбаев һөт заводы менән дә танышты, уның етештереү цехтарын ҡараны.

    авторы: Нур | 13 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан флагы – Төньяҡ ҡотопта! Яңылыҡтар » Спорт

    Башҡортостаныбыҙҙың флагы Төньяҡ Ҡотопта һалҡын-һыуыҡ ел-буранда елберләп тора, тигәнгә күптәр ышанмаҫ, моғайын. Ышанырлыҡ та түгел шул, үҙебеҙҙәге ҡыш һалҡындары менән йонсотоуы етмәгән, кемдең тағы шул мәңге туң ҡотопҡа флаг күтәреп барғыһы килһен, ти. Әммә бер ниндәй ауырлыҡтан ҡурҡмаған, көслө ихтыярлы, зирәк милләттәшебеҙ Венер Самарбаев өсөн был мәсьәлә hис тә ҡыйынға төшмәй. Күмертау педагогия колледжының физик культура факультетында белем алыусы Баймаҡ районы Ҡолсора ауылының 17 йәшлек егете, «Рәсәй саңғы юлы – Төньяҡ Ҡотопҡа!» Рәсәй йәштәр экспедицияһы составында Төньяҡ Ҡотопҡа барып етеп, Ер шарының өҫкө күсәренең ҡап уртаһына республикабыҙҙың флагын ҡаҙап ҡайтты. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында үткән матбуғат конференцияһы ла ошо ваҡиғаға арналды.
    – Республикабыҙ өсөн был ваҡиға бигерәк тә әһәмиәтле, сөнки бөтә Рәсәй кимәлендә бер нисә баҫҡыстан торған һайлап алыу турын үтеп, ете ҡатнашыусы исемлегенә эләгеү үҙе генә ни тора! Белеүебеҙсә, һайлап алыу бик ҡаты барған, акцияла барыһы 1000-дән ашыу үҫмер ҡатнашырға теләк белдергән. Киң күләмле проекттың үҫмерҙәргә төбәлеүе лә айырым иғтибарға лайыҡ, – тине БР физик культура, спорт һәм туризм министры урынбаҫары Василий Жирнов. – Был маршрутты үтеү өсөн кәрәкле ҡыйыулыҡ, батырлыҡ, сыҙамлылыҡ кеүек сифаттар бөгөнгө йәштәргә үҙҙәрен тормошта табыу өсөн дә бик әһәмиәтле.

    авторы: Нур | 13 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Еңеү еңелеү менән йәнәш йөрөй Башҡортостан » Хәтер

    Һиҙәhегеҙҙер, 45-тең майы алыҫлаша барған hайын Еңеү байрамдары хислерәк, ихласлыҡҡа йомартыраҡ шарттарҙа үткән hымаҡ. Батырҙар баҡый юлынан китеп бөтөп барғанда, бәлки, күңелдәребеҙ нескәрәлер, намыҫ йөрәккә яҡынаялыр. Кеше, шулай, ҡәҙерленең ҡәҙерен уны юғалтҡас ҡына аңлай. Ваҡыт ағышын туҡтатып торор әмәлдәр юҡ: Бөйөк Ватан hуғышы кешелек тарихында бер сәхифә генә булып ҡалған кеүек, уның яугирҙарын да хәтерләп кенә алыр көн килмәҫ тимә.
    Гәзит хәбәрҙәренә ышанған хәлдә, Европала, Америка Ҡушма Штаттарында Икенсе донъя hуғышы йәшерәк быуын хәтерендә бөтөнләй тоноҡланған икән. Бик теләгәндә, онотмаҫты – оноттороп, бахырҙы батыр итеп тә була. Фашистик Германияны совет халҡы, уның Ҡораллы Көстәре теҙ сүктерҙе, тип ышанып йөрөhәк, Көнбайышта, Гитлерҙың арт hабағын американ-инглиз-француз hалдаттары уҡытты, тип раҫлайҙар. Хәйер, сәйәсәт ялғанға – хәҡиҡәт кейемен, ә хәҡиҡәткә ялғанлыҡ кейемен кейҙерә, тиҙәр бит. Заман hәм ысынбарлыҡ быны раҫлай килә. Ул ғына ла түгел, бер яҡтан, Көнбайыштағы ҡайhы бер даирәләр Икенсе донъя hуғышы йомғаҡтарын йә онотторорға, йә бөгөнгө сәйәси конъюнктура мәнфәғәттәренән сығып баhаларға ынтылhа, икенсенән, үҙ кешеләребеҙ араhында ла Бөйөк Ватан hуғышын, изге Еңеүҙе кәмhетергә маташыу күренә. Йәш быуында халыҡтың фажиғәhе hәм ҡаhарманлығы беҙ аңға hәм ҡанға hеңдереп үҫкәнсә тетрәнеү уятмай. Бәлки, был минең шәхсән тойомлауым ғыналыр.
    Әгәр кешелек тарихын күҙ алдынан үткәрhәк, hил тип иҫәпләнгән йылдарҙың сираттағы hуғышҡа әҙерлек осоро ғына булыуына ышанырбыҙ. Ә заводта мылтыҡ эшләнә, пуля ҡойола икән, ул мотлаҡ атырға тейеш. Кешелек был йәhәттән ғүмер баҡый хаҡ йә нахаҡ яза көтөп йәшәй. Гүзәл донъяға ҡыуанып ҡына йәшәргә тыуған кеше өсөн күтәрелгән ҡылыстың ҡасан төшәсәген фаразлап көн күреү – ысын мәғәнәhендә яза.

    авторы: Нур | 13 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Силәбелә лә байрам матур үтте Башҡортостан » Хәтер

    Йәшлеген дәhшәтле Бөйөк Ватан hуғышы фронттарында илебеҙ, халҡыбыҙ азатлығы өсөн көрәшеп үткәргән быуын кешеләренең сабыр ҙа, рухлы ла булыуы hөйөндөрә.
    Үкенескә күрә, йылдан-йыл илебеҙҙе фашизм ҡоллоғонан азат итеүселәр сафы hирәгәйә бара. Fүмерҙәре ағышын бары тик Бөйөк Еңеү байрамы менән бәйләп: «Икенсе Еңеү байрамына хәтлем йәшәhәм, тағы бер йыл уҙа», – тип әйтеүсе олатай, өләсәйҙәр өсөн был көндөң ни тиклем әhәмиәтле икәнен аңлайбыҙ.
    Бөйөк Еңеү көнө Силәбе өлкәhендә лә тантаналы hәм тулҡынландырғыс итеп үтә. Бындағы бер генә район да, ауыл да байрам сараларынан ситтә ҡалмай.
    Ошо көндәрҙә өлкәнең Ҡоншаҡ hәм Арғаяш райондарында hуғыш ветерандарына оло хөрмәт күрhәтелде.

    авторы: Нур | 13 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru