Дәрт - даръя, дарман - донъя.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ҡайһыбыҙ иренмәй, ҡайһыбыҙ....
  • [b]Орлоҡ һалығыҙ, тип көтә ер[/b]
  • Оҙаҡламай электромобилдә йөрөрбөҙ әле...
  • Тойғоларым толпар булһа, фекер – нуҡта
  • Бала саҡ – сағыу мәл
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Һеҙ был бүләккә лайыҡ!» Яңылыҡтар

    «Һеҙ был бүләккә лайыҡ!»
    Fаилә көнө алдынан Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Республика йортонда күп бала тәрбиәләгән бер төркөм әсәне hәм ғаиләне тәбрикләне. Биш hәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән 75 әсә республика етәксеhе ҡулынан «Әсәлек даны» миҙалы hәм алты ғаилә «Газель» микроавтобусы асҡыстары алды.
    Салауат районының Юлай ауылынан Азалия hәм Нурғәли Fәйнетдиновтар, Ейәнсура районының Өмбәт ауылынан Эльвера hәм Фәйзулла Fәйнетдиновтар, Стәрлетамаҡ районынан Олеся hәм Джоракула Айморатовтар, Дәүләкәндән Надежда hәм Павел Пугачевтар, Ҡалтасы районының Краснохолм ҡасабаhынан Флүзә hәм Евгений Ишкузиндар, Иглин районының Көҙәй ауылынан Рәмил hәм Зөлфиә Садиҡовтар ғаиләләре өсөн автомобиль ҙур бүләк, әлбиттә. Хөкүмәттең бүләгенә эйә булған ғаиләләрҙең барыhы ла эшhөйәр, ипле балалар тәрбиәләй, ауылда ла абруйлы ғаиләләр исемлегендә йөрөй.

    авторы: Нур | 15 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Яңылыҡтар

    Яңылары ла, иҫкеләре лә бар
    Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев үҙенә ярҙамсылар һәм кәңәшселәр һайлаған.
    Дәүләт башлығының ярҙамсылары рәтендә – Александр Абрамов (төбәктәр башлыҡтары менән эшләйәсәк), Аркадий Дворкович (иҡтисади мәсьәләләр), Сергей Приходько (халыҡ-ара мөнәсәбәттәр), Джахан Поллыева (Президентҡа телмәрҙәр әҙерләү), Лариса Брычева, Константин Чуйченко.
    Ил тарихында тәүге тапҡыр Президенттың матбуғат секретары бурысын ҡатын кеше – Наталья Тимакова башҡарасаҡ.
    Президенттың кәңәшселәре итеп отставкаға китеүсе Леонид Рейман, Вениамин Яковлев, Михаил Тринога, Михаил Зурабов һәм Юрий Лаптев тәғәйенләнгән.

    авторы: Нур | 15 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мэглумэт Яңылыҡтар

    Баш ҡалабыҙ күркәм булһын тип


    Өфөлә йыл һайын уҙғарылып килгән Тәбиғәт һәм кеше – 2008 ҡала экологик акцияһы башланды.
    Баш ҡалабыҙҙы матурлау һәм йәштәрҙе экологик йәһәттән тәрбиәләү маҡсатында үткәрелгән был сараның тәүге этабы 2 июнгә тиклем дауам итәсәк.
    Акция ҡағиҙәһенә ярашлы, мәктәптәр, урта белем биреү һәм юғары уҡыу йорттары, ойошма һәм учреждениеларға айырым урман-парк массивтары, йәшел участкалар бүлеп биреләсәк. Бүленгән ергә яуаплылар уларҙы тейешле санитар хәлгә килтерергә тейеш буласаҡ.
    Айырым ерҙәрҙе таҙартыуҙан тыш, яңы йәшел зоналар булдырыласаҡ, йәш ағас үҫентеләре ултыртыласаҡ, уҡыу йорттары, дауахана, ойошма, учреждениелар территориялары йәшелләндереләсәк.
    Акция сиктәрендә мәктәп уҡыусыларының төрлө смотр-конкурстары, фестиваль, күргәҙмә, экскурсиялары үтәсәк.

    авторы: Нур | 15 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ялған аҡсанан hаҡ булығыҙ! Яңылыҡтар

    Өфөлә hуңғы ваҡытта әйләнештә ялған аҡса күбәйҙе. Уларҙы айырыуса байрам, халыҡтың отпуск миҙгелендә күпләп эшләйҙәр. Өфө эске эштәр идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, дүрт айҙа ғына 100, 500 hәм 1000 hумлыҡ 50 ялған аҡса әйләнештән алынған. Судҡа 13 енәйәт эше ебәрелгән. Юғары сифатлы итеп яhалған, ябай күҙ менән ялғанынан айырып булмаған купюралар айырыуса күп. Бигерәк тә үҫмерҙәр был шөғөл менән күпләп мауыға: өй шарттарында компьютер принтерҙарында аҡсалар яhай. Ялған аҡсаны түбәндәге билдәләр буйынса айырырға мөмкин:
    – уларҙа микроперфорация булмай (ялған булмаған банкноттан номиналдың тишекле цифрҙары күренә);
    – купюраның алғы яҡ өлөшөндә уң яҡта «Рәсәй Банкыhы билеты» тексы hәм hуҡырҙарға таныр өсөн рельеф булмай;
    – металл кеүек hаҡлаусы hыҙыҡ булмай.
    Ялғандың аяғы ҡыҫҡа. Күптән түгел ялған купюра яhаусы студенттар төркөмө ҡулға алынған. Улар бер ай эсендә 5 мең hум аҡса эшләhә лә, хәҙер hәр береhе 15-әр йыл төрмәлә ултырасаҡ. Әгәр ялған аҡса барлығын асыҡлағанhығыҙ икән, тиҙ арала милицияға шылтыратығыҙ.

    авторы: Нур | 15 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡорт балына – юғары дәрәжә Яңылыҡтар

    Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге дәүләт учреждениеһы продукцияһы Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә киң билдәлелек яулай. Бөгөн был учреждение дәғүәселеккә һәләтле, сифатлы һәм хәүефһеҙ продукция етештерһен өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Уға ХАССП (был система АҠШ-та аҙыҡ-түлектең хәүефһеҙлеген тикшереү маҡсатында булдырылған) принциптарына нигеҙләнгән сифат системаһына ярашлы сертификат тапшырылыуы ла юҡҡа түгел. Был юғары дәрәжәне тапшырыу тантанаһы БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министрлығында үтте.
    2005 йылда ғилми-тикшеренеү эштәре һөҙөмтәһендә учреждение Башҡорт балы сауҙа маркаһына лайыҡ булғайны. Әле лә ул был патентҡа эйә булған донъялағы берҙән-бер үҙәк булып ҡала.

    авторы: Нур | 15 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Дайджест Яңылыҡтар

    Яратаһыңмы? Премия ал!

    Ханты-Мансы Автономиялы Округында «Яратҡан йөрәк» тип аталған премия булдырылған. Уны йыл һайын ҡала халҡы файҙаһына ниндәйҙер изгелек эшләгән кешегә тапшырасаҡтар. Бындай супермендарҙы оҙаҡ эҙләргә тура килмәгән, романтик премияның тәүге лауреаттары билдәле лә инде. Өс номинация буйынса уның тәүге ете лауреаты иғлан ителгән. «Хозур йомартлыҡ», «Ҡаһарманлыҡ, юғары выжданлылыҡ һәм намыҫ» һәм «Яҡтылыҡ нуры» номинацияларында еңеүселәр араһында – күп балалы ғаиләләр, атҡаҙанған донорҙар, сәнғәт мәктәбе китапханасылары, меценаттар һәм дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре.

    авторы: Нур | 15 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Саралар берҙәм тормошҡа ашырыла Башҡортостан » Милли проекттар

    Республика Президенты Указы менән иғлан ителгән Ғаиләгә социаль ярҙам йылында Башҡортостанда ғаиләгә дәүләт ярҙамы күрһәтеүгә, балаларҙы ғаиләлә тәрбиәләү, үҫтереү, белем биреү өсөн шарттар булдырыуға, тыуым кимәлен күтәреүгә һәм демографик хәлде яҡшыртыуға, ғаилә институтын нығытыуға йүнәлтелгән комплекслы саралар тормошҡа ашырыла.

    Социаль пособиелар түләү

    Йыл сараларының комплекслы программаһы буйынса, ғаиләгә социаль ярҙам саралары күрелә. Атап әйткәндә, Башҡортостан Республикаһы Президенты Указына ярашлы, 2008 йылдың 1 ғинуарынан «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән күп балалы әсәләргә матди бүләк күләме 8 меңдән 10 мең һумға тиклем арттырылды. 1998 йылдан алып биш һәм унан да күберәк балаһы булған 4 мең самаһы әсә «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде, уларға бер тапҡыр бирелә торған матди бүләк тапшырылды. 2008 йыл башынан 135 күп балалы әсә матди бүләкте арттырылған күләмдә алды.

    авторы: Нур | 15 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Патронат тәрбиә: ғаилә усағы йылыһы барыһына ла етерлек Башҡортостан » Милли проекттар

    Рәсәйҙә 260 меңдән ашыу бала балалар йортонда тәрбиәләнә. Баймаҡ районының Түбә балалар йортонда иһә улар – 27. Хөкүмәт нисек кенә уларҙы хәстәрләргә тырышмаһын, бындағы хеҙмәткәрҙәр, тәрбиәселәр эшен ни тиклем генә күңелен һалып башҡармаһын, ата-әсә наҙына, һөйөүенә ни етә һуң? Ярай әле, шөкөр, арабыҙҙа бала йәнле кешеләр ҙә етерлек. Тормош һалҡынлығына бәрелеүҙән күңеле өшөгән, сәскәләй сабый осоро юҡ ителеүҙән күҙҙәрендә нур һүнгән кескәйҙәр йөрәгенә һөйөү уты һалырға ынтылыусылар бар әле. Һүҙем – патронат тәрбиәселәр хаҡында.

    Республикабыҙҙа 2006 йылда ҡабул ителгән «Патронат тәрбиә тураһында» Закон нәҡ ошондай үҙ йүнен үҙе күрергә мәжбүр булған балаларға ата-әсә наҙы, ғаилә тәрбиәһе, йылыһы биреүгә йүнәлтелгән дә инде. Төрлө сәбәптәр арҡаһында бала һөйөү бәхетенән мәхрүм кешеләргә бала ҡарау мөмкинлеге лә бирә ул. Патронат тәрбиә биреү балалар йорттарында тәрбиәләнгән етем балаларҙы тормошҡа әҙерләү өсөн ҡулайлашҡан. Ата-әсәһеҙ ҡалған балалар ябай ғаиләләрҙә булып, ысын тормошто күреп, уға яраҡлашырға өйрәнә. Патронат тәрбиәлә булған баланың ҡыҙыҡһыныуҙары һәм хоҡуҡтары балалар йорто һәм ғаилә араһында бүленә.
    Закон ҡабул ителеүгә йыл ярымдай ваҡыт үтте. Беҙҙең районда был йәһәттән эштәр нисек тора? Патронат тәрбиәселәрҙе ниҙәр борсой? Ошо hәм башҡа һорауҙарға яуаптар алыу маҡсатында беҙ, Түбә балалар йорто етәкселеге менән килешеп, унда «Патронат тәрбиә: ғаилә усағы йылыһы» тип аталған «түңәрәк өҫтәл» артында һөйләшеү ойошторорға булдыҡ.

    авторы: Нур | 15 мая 2008 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru