Кеше эше - ярты эш, үҙ эшең - бөтөн эш.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ҡолаҡ һал!
  • ӨС АУЫР ҺОРАУ
  • Былар ҡыҙыҡлы
  • Йондоҙнамә 9-15 июнь
  • Суд приставтары бала хоҡуҡтарын яҡлай
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Көлкөлиум Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Колхоз йылылышы бара. Рәйес:
    – Иптәштәр! Беҙ тиҙҙән тағы ла яҡшыраҡ йәшәй башлаясаҡбыҙ, – ти.
    Залдан берәү:
    – Ә беҙ?

    * * *
    Ҡала урамында өй ҡыйығынан кирбес төшөп, үтеп барыусыны үлтерә. Халыҡ йыйыла. Бөтәhе лә зарлана, кемделер hүгә.
    – Хәҙер бит урамдан йөрөрлөк түгел, башҡа кирбес төшә, был ҡасан тамамланыр икән?
    Бер ир ерҙә ятҡан кешегә эйелеп ҡарай ҙа:
    – Йәмәғәт, был иптәш бик ҙур түрә, мин уны беләм, – ти.
    – Бына нисек күбәйҙе бит улар, хатта кирбес төшөрлөк тә урын ҡалманы, – ти ҙә халыҡ тарала башлай.

    авторы: Нур | 17 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Аманатҡа юҡ хыянат Әҙәбиәт

    Азат ауыл Советына инеп торманы. Тән hыҙлауына йән hыҙлауы өҫтәлhә лә, аманат hүҙҙәрен тәпсүрләй-тәпсүрләй үҙе яҙҙы. Төн ҡуйынынан наҙланып ҡына, теләр-теләмәҫ hурылып сыҡҡан таң шәфәғе hынланғас та Мәҙинәhенең: «Семтем ял итhәңсе!» – тип ялбарыуын да ишетмәй, машинаhына бағаналығын, таҡтаhын тейәп, Сейәлетүңгә елдерҙе.
    Иртәнге сәйҙән hуң байрамға ағылған халыҡты иhә ҡапҡанан уҡ Түләкәйҙең аманаты ҡаршыланы. Үҙ эшенән ҡәнәғәт булған Азат тәпсүрҙәр ҡорған тирмә янында мәж килде: ҡунаҡтар менән хәл-әхүәл белешергә лә, ейәндәрен сырҡылдатырға ла, ҡайынлыҡта үлән уртлаған аҡ турыҡайын hөйөргә лә өлгөрҙө. Уларҙың сығышы иң аҙаҡ булhа ла күңеле тәпсүрлекте көҫәй, әсә яғынан әсе ҡымыҙҙар ҡаны ла урғылып, ҡайнап тора, ахыры. Сабырhыҙлана. Әленән-әле ҡул сәғәтенә күҙ ташлай.
    Шул саҡ кемдер: «Тәпсүрҙәргә сират етә!» – тип hөрәнләй. Азат был хәбәргә төшөнөп өлгөрмәй, тирмә артына килеп туҡтаған машинаны күреп, ауыҙы йырыла. Машинанан төшкән буйсан егет менән ҡара күҙлекле баhадир ирҙең ҡаршыhына hылтыҡланы. Шул ыңғайҙан барҙы ла йәбеште бит баhадирға. Китте көрмәкләшеүҙәр, яурын-күкрәктәргә төрткөләүҙәр, арҡа тапап hөйөшөүҙәр, тамаҡ төбө менән ахылдауҙар.

    авторы: Нур | 17 мая 2008 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Тулҡындарҙа бер аҡ елкән Әҙәбиәт » Шиғырҙар

    Гөлфиә Юнысова – башҡорт шиғриәтендә иң емешле эшләгән шағирәләрҙең береһе. «Башҡортостан ҡыҙы» кеүек абруйлы баҫманы етәкләгән, РСФСР Юғары Советы депутаты булған осорҙарҙа ла, ул һәр ваҡыт ҡулынан ҡәләмен төшөрмәгән. Әлбиттә, етәкселек эшен ижад менән бергә алып барыуы еңел дә булмағандыр. Әммә Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙының әүҙемлеге тап күңел талабына, моңдо тойоуға тоғро ҡалыуына бәйлелер, моғайын.
    Ә уның балалар өсөн яҙған шиғырҙары?! Улар – үҙе бер донъя.
    Ошо көндәрҙә З. Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә шағирәнең шиғырҙарын, уларға яҙылған йырҙарын туплаған «Ғүмер юлы» исемле өр-яңы китабы донъя күрҙе. Ошо уңайҙан әҙибәне ихлас ҡотлап, гәзит уҡыусыларға йыйынтыҡтан бер шәлкем тәҡдим итәбеҙ.

    авторы: Нур | 17 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ялҡаулыҡ насар ғәҙәтме? Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Ялҡаулыҡ – кешелектең иң насар сифаттарының береһе һанала. Ялҡауҙарҙы нисек кенә мыҫҡыл итмәйҙәр ҙә, нисек кенә яманламайҙар. Шул уҡ ваҡытта халыҡта «Ялҡау бәхетле була» тигән мәҡәл дә бар. Рус халыҡ әкиәттәрендә иһә бошмаҫ тормошто хатта пропагандалағандар. Мәҫәлән, Емеля мейес башынан тормайынса ғына батша ҡыҙы менән ярты батшалыҡҡа хужа булған. 33 йыл буйы йоҡлаған Илья Муромец йоҡонан уяныуы була, бөтә дошмандарҙы еңә. Иҫәр Иван да артыҡ көс түкмәй, уның өсөн барыһын да Конек-горбунок эшләй. Тимәк, уйланырға урын бар. Бәлки, ялҡаулыҡ бигүк насар сифат та түгелдер?! Германия профессоры Петер Акстың «Ялҡаулыҡ шатлығы» тигән китабы донъя күргән. Унда ул: «Маҡсатһыҙ эшһеҙлек – сәләмәтлек, бәхет һәм оҙон ғүмер нигеҙе», – тип белдерә. Ә француз психологы Майер Корин «Һаумы, ялҡаулыҡ! йәки Мөмкин тиклем әҙерәк эш эшләү сәнғәте» тигән китап сығарған. Был китаптарҙы һатыу рейтингы күрһәтеүенсә, кешеләрҙең эшһеҙ тороу темаһы менән ҡыҙыҡһыныуы Германия менән Францияла ғына түгел, бөтә донъяла ла ҙур.

    авторы: Нур | 17 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Мин әйтмәнем, араҡы әйтте...» Яңылыҡтар » Иғтибар

    Автобус туҡталышында ғына танышып алған бер кешенән ишетелгән хәлде, бәлки, гәзит биттәренә баҫтырыуҙың кәрәге лә юҡтыр, тип икеләнhәм дә, оҙаҡ та үтмәй, күптәнге бер танышым шуға оҡшаш тағы бер ваҡиға менән уртаҡлашты. Икеләнеүҙәрем юҡҡа сыҡты: ысынбарлыҡтағы хәл күптәргә фәhем булыр, бәғзеләрҙе телен тыйырға, иң мөhиме – хәмерҙән алыҫ йөрөргә өйрәтер.
    Беренсе тарих

    Камил, исемен шулай тип алайыҡ, бала саҡтан төрлө ҡул эшенә маhир булып үҫә, зирәклеге менән тиҫтерҙәренән айырылып тора. Бәләкәй сағында самокат булhынмы, үҫә төшкәс, мотоцикл йә машинамы – ҡулы аҫтындағы техникаға берәүҙе лә яҡынлатмай, гел үҙе йүнәтә. Оҫта ҡуллы hөнәрсе булараҡ, тирә-яҡҡа даны тарала. Һәр яңылыҡты кәрәкле ваҡытынан алдараҡ элеп ала торған hәләте булған был егет «ҡырағай капитализм» шарттарына тиҙ яраҡлаша: көнкүрештә кәрәкле тауар алып ҡайтыр өсөн Мәскәүгә юлланhынмы, эштәре гел уң килеп тора. Шулай булhа ла Камил яйлап ҡына hатып алынған сире – эскелегенә баш була алмай башлай. Тормошҡа ҡыҙыҡhыныуы hүрелә төшә, «дарыhы еүешләнә». Шул ваҡыттарҙа уҡ был күсмә тормошомдан тыйылырға, өйләнеп берәй төплө эш менән булышырға хыяллана башлағайным, ти ул хәҙер. Камил ошо эсеп йөрөгән арала, быға тиклем буш булған баҙар кәштәләре яйлап тула, алыпhатарҙар өсөн элекке иркенлек кәмей төшә. Элекке кеүек ҡана, бөгөн шуның менән булышып, аҡса hуғайым әле, тип өмөтләнеү көндән-көн ҡыйыныраҡ була башлай Камилға: төрлө тауарҙарға ҡытлыҡ бөтә, халыҡтың кәрәк-яраҡҡа hыуhыны ҡана, дәғүәселек иртәнсәк ҡалҡҡан ҡояш кеүек инҡар иткеhеҙ фактҡа әүерелә. Шулай ҙа, тырыша торғас, егет бер шәп идеяға юлыға. Фурнитура! Бына нимә сереп байытасаҡ Камилды, бына ҡайҙа уның улдарына мираҫ итеп ҡалдырырлыҡ кәсебе! Сибайға корпуслы мебель эшләү «бумы» яңы килеп еткән: эшсеhен, хужаhын, бухгалтерын ҡушып иҫәпләгәндә, өс ярым кешенән торған «фирма» барлыҡҡа килә, ул ғына түгел, hатып алыусыны, унан бигерәк үҙҙәрен итальяндарҙыҡынан ла яҡшыраҡ шкаф йә диван эшләй алыуҙарына ышандырырға тырыша. Һәм барыhына ла көн hайын шкафҡа беркетергә ялтыр тимерле тояҡ, алтын ялатылған тотҡа hәм шөрөп-фәлән кәрәк...

    авторы: Нур | 17 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя ---

    ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
    Ижад. Ижад менән йәшәү. Йәшәү өсөн ижад итеү. Кешелеккә ҡояш күтәреп килеү. Янып көлгә ҡалыу...
    Был hүҙбәйләнештәрҙә үҙен әҙәбиәткә, сәнғәткә арнаған кешеләрҙең булмышы, ғүмере сағылған төҫлө миңә. Ижадсы йөрәгендә бөтә донъяны бәпләп йөрөтөп, уның болғанышын, хәрәкәтен, ҡайнар-hыуыҡлығын үҙ hәләте, аңы еткәнсе ҡабул итеп, аңлаған-тойғандарын аҡ ҡағыҙға төшөрә, көйгә hала, hынландыра, ҡылҡәләм осонан пәйҙә итә... Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияhына тәҡдим ителгән шағирә, үткер ҡәләмле журналист Лариса Абдуллина менән әңгәмәбеҙ ана шул ижад уты менән йәшәгәндәр, уларҙың сере, көмөшө hәм өлөшө хаҡында. Һәм улар хаҡында ғына ла түгел

    авторы: Нур | 17 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Балет, балет – хыял осошо! Мәҙәниәт

    Башҡортостандың Мәҙәниәт hәм милли сәйәсәт министрлығы, Рәсәйҙең Мәҙәниәт hәм кинематография буйынса идаралығы, Башҡорт дәүләт опера hәм балет театры ойошторған Р. Нуреев исемендәге XIV халыҡ-ара балет фестивале 24 майҙан 5 июнгә тиклем Өфөлә үтәсәк. Ул донъяның мәшhүр бейеүсеhе Р. Нуреевтың тыуыуына 70 йыл тулыуға арнала.
    Фестиваль баш ҡалабыҙ тамашасыhына Чайковскийҙың «Аҡҡош күле», «Йоҡоға талған hылыуҡай», Левенсхольдың «Сильфида», Минкустың «Дон Кихот» hәм Адандың «Жизель» спектаклдәрен тәҡдим итә. Төп партияларҙы донъяның hәм Рәсәйҙең бөгөнгө балет йондоҙҙары башҡарасаҡ – Мәскәүҙән Виктория Капитонова, Андрей Евдокимов, Мария Аллаш, Морихиро Ивата, Р. Нуреев исемендәге Башҡорт дәүләт хореография училищеhын тамамлаусыларҙан Германиянан Наталья Соголуб, Николай Годунов, шулай уҡ немец Дину Тамазлакару hәм испандар Оскар Торрадо, Лаура Ормигон. Беҙҙең театр труппаhынан Гүзәл Сөләймәнова, Илдар Маняпов, Гөлсинә Мәүлекәсова, Руслан Мөхәммәтов, Римма Закирова сәхнәгә сыға.
    Унан тыш, фестиваль сиктәрендә 29 майҙа Мәскәүҙән, Ҡаҙандан, Израилдән саҡырылған ҡунаҡтар менән «түңәрәк өҫтәл» ойоштороласаҡ, ә 3 – 5 июндә Башҡорт дәүләт опера hәм балет театрында Италияның «Модерн» замана хореографияhы театрының балет төркөмө сығыш яhаясаҡ. Гала-концерт 1 июндә була.
    Фестиваль барышында театр бинаhында «Рудольф Нуреев» экспозицияhының исем туйы ла ойошторола. Унда бейеүсенең костюмдары, бүләктәре, приздары, грим өҫтәле hәм башҡа шәхси әйберҙәре күрhәтеләсәк. Башҡорт дәүләт опера hәм балет театрының музейына был экспонаттарҙы яңыраҡ Р. Нуреев исемендәге Халыҡ-ара фонд тапшырған.

    «Башинформ».

    авторы: Нур | 17 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Беҙҙең бал Францияны яулай Сәйәсәт

    Башҡортостан Республикаһының Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министрлығында Францияны башҡорт балы менән тәьмин итеү буйынса килешеү төҙөлдө. Документҡа "Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге дәүләт учреждениеhының генераль директоры Әмир Ишемғолов менән Франциянан AUVERIMPEX фирмаһы президенты Клод Гранд ҡул ҡуйҙы.
    Башҡортостан элек-электән үҙенең балы менән дан тота. Француздар башҡорт балы менән тәүге тапҡыр 1900 йылда II Халыҡ-ара умартасылар конгресы сиктәрендә уҙған Париж йәрминкәһендә таныша. Унда беҙҙең бал иң юғары наградаға – алтын миҙалға лайыҡ була. Ә һуңғы тапҡыр башҡорт балы донъя күләменә быйыл республикабыҙҙың ЮНЕСКО-ның штаб-квартираһында үткән халыҡ-ара презентацияһында сыға.

    авторы: Нур | 17 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru