Иртә торған егеттең ырыҫы артыҡ, иртә торған ҡатындың өлөшө артыҡ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • ДОНОР ЙӨРӘКЛЕ ЛИНАРҒА – ФАТИР АСҠЫСЫ
  • Тәмле
  • [b]ИҒлан[/b]
  • Көлә-көлә «Һәнәк» килә
  • Кем аҡыллыраҡ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Көлкөлиум Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    – Мин ҡайҙан барлыҡҡа килдем? – тип hорай бәләкәй бәрәс ҡарт тәкәнән.
    – Мин йәш саҡта тауҙар буйлап йөрөй инем, шунда әсәйеңде осраттым, hуңынан hин тыуҙың.
    Кәзә балаhы шатлығынан hикереп, сабып китә лә, әсәhенә бара:
    – Әсәй, мин ҡайҙан барлыҡҡа килдем? – ти.
    – Йәш саҡта мин бик матур кәзә инем, тауҙарҙа йүгереп йөрөргә ярата торғайным. Шунда бик етеҙ hәм көслө болан менән осраштыҡ, аҙаҡ hин тыуҙың.
    – Ә атайым?
    – Атайың нисек ҡарт, тиҫкәре кәзә тәкәhе ине, әле лә шулай булып ҡалды.

    авторы: Нур | 20 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияhына тәҡдим ителде Яңылыҡтар » Конкурстар

    Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияhына тәҡдим ителде
    Афарин, Азат ҡустым!
    Был донъяны, кешеләр яҙмышын күберәк белгән hәм күргән hайын бер hорауҙы йышыраҡ ҡабатлайым үҙ-үҙемә – кеше ғүмере ниҙән ғибәрәт hуң? Күрәhең, бәндәләр был hорауға аныҡ ҡына яуап таба алмағанғамы, әллә инде hәр кем уны үҙенсә аңлағанғамы, үҙ-ара ғына түгел, халыҡ-ара низағлашыу, hуғыш, енәйәтселек кешеләргә тәбиғәттән бирелгән башҡа матур сифаттар менән типә-тиң йәшәп килә.
    Ни өсөн hүҙемде былай башланым hуң? Сәнғәт донъяhы ла үрҙә телгә алынып киткән hәм башҡа бик күп насарлыҡҡа әйҙәүсе сифаттарға ҡаршы бер ҡасан да туҡтамаясаҡ көрәш алып бара. Ошо көрәш барышында ҡайhылары яңылыша, хаталана, ҡайһы берәүҙәр үҙҙәрен ҡорбан итә hәм, киреhенсә, башҡаларҙы ҡорбан итеп, үҙҙәре үрҙәр яуларға тырыша, ҡайhылары фиҙаҡәр хеҙмәте менән хаҡлы бейеклектәр яулай.

    авторы: Нур | 20 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Табышлы «тайга» Иҡтисад

    Был хужалыҡтағы теплицаға килеп ингәс, сәләм бирергә лә онотоп: «Уй, күҙ теймәһен!» – тип ҡысҡырып ебәргәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. 20 сутыйҙы биләгән майҙанда лиана кеүек үрмәләп ҡыяр үҫә, бөтә ерҙә бөхтәлек, һиллек. Тыштағы һалҡынса һауанан килеп ингәс, иҙрәткес йылы, ә иң мөһиме – иҫәпһеҙ-һанһыҙ, теҙелеп кенә өлгөрөп, күҙҙе ҡыҙҙырған ҡыярҙар!
    Үҙ хужалыҡтарында центнерлап ҡыяр үҫтереүсе уңғандар – Фәүзиә hәм Насрулла Бикмаевтар Көйөргәҙе районының Яҡшымбәт ауылында йәшәй. Ҡыяр үҫтереү менән алтынсы йыл шөғөлләнәләр, инде был тармаҡта ысын профессионал булып киткәндәр тиерлек. Насрулла ағай һөнәре буйынса зооинженер, ни тиһәң дә, ауыл хужалығына яҡын кеше. Ә Фәүзиә апай – шәфҡәт туташы, эшенән ҡайта ла, «ҡыярҙар тайгаһы»на инеп: «Биш минутҡа ғына!» – тип сыҡҡан еренән өс-дүрт сәғәткә юғала ла ҡуя. Уның өсөн ҡыяр үҫтереү физик эш, килем сығанағы ғына түгел, ысын мәғәнәһендә күңеле теләгән шөғөл. «Тайга» тип юҡҡа ғына әйтмәйбеҙ, хужалыҡта кешеләр ҡыярҙар араһына инеп юғалып, бер-береһен таба алмай йонсой – майҙан, ысынлап та ҙур. Шулай ҙа Бикмаевтар әлеге майҙан менән генә сикләнеп ҡалырға йыйынмай.

    авторы: Нур | 20 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Шәхси хужалыҡ Иҡтисад

    Шәхси хужалыҡ
    Ҡыяр
    Түтәлдән яңы ғына өҙөп алынған, кетерҙәп торған ҡыярҙы кем генә яратмай икән?! Ул – салат эшләр өсөн дә, мәжлес табынын биҙәгәндә лә алмаштырғыһыҙ йәшелсә. Ҡыҫҡаһы, унһыҙ бер генә байрам да, өҫтәл дә күркәм булмай.
    Ҡыяр – нәзәкәтле лә, ҡырыҫ та йәшелсә. Ул яҡтылыҡты, иркенлекте, һыуҙы ярата. Һауа температураһының 5 градустан түбән булыуын йәшелсә насар кисерә, ә инде температура нулдән кәм булғанда үҫемлек һәләк була. Оптималь вариант – көндөҙ һауа температураһы 20 градус йылылыҡтан да кәм түгел, ә төнөн 16 – 17 градус тирәһе булырға тейеш.
    Ҡыяр үҫкән тупраҡҡа тиреҫ, былтырғы япраҡтарҙы индереү отошло, ул органик ашламаларҙы үҙ итә.

    авторы: Нур | 20 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Нәҙекәйбил менән Себендең дуҫлығы ни өсөн боҙола? Яңылыҡтар » Конкурстар

    Борон-борон заманда йәшәгән, ти, Нәҙекәйбил исемле бал ҡорто. Уның күршеhендә ялҡау, әрпеш кенә себен көн иткән, ти. Нәҙекәйбил егәрле, йомарт, ярҙамсыл булған. Ул үҙенә барыhын да hоҡландырырлыҡ ҡара төҫтәге күлдәк тегеп алған, ти. Бөтә иптәштәре лә уға бик hоҡланып ҡараған, хатта себен көнләшеүенән ни эшләргә белмәгән. Шуға нисек тә булhа был күлдәкте ҡулға төшөрөү хаҡында уйлана башлай.
    Бер көндө Себен Нәҙекәйбилгә килеп, былай ти:
    – Нәҙекәй дуҫ, мине күрше ауылға байрамға саҡырғайнылар, күлдәгем бигерәк алама, зинhар өсөн миңә бынау өҫтөңдәге матур күлдәгеңде бер генә көнгә биреп торhаңсы?
    – Ярай, дуҫҡай, тик иртәгә килтерерhең.

    авторы: Нур | 20 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Айыу менән бал ҡорто Яңылыҡтар » Конкурстар

    Борон бал ҡорто менән айыу бик дуҫ йәшәгән, ти. Айыу бал ҡортоноң ояһын башҡа хайуандарҙан, ҡош-ҡорттарҙан һаҡлаhа, бал ҡорто айыуҙы көн дә тәмле бал менән һыйлаған. Тайыштабандың тағы бер дуҫы – хәйләкәр төлкө булған. Ул айыу менән бал ҡортоноң дуҫлығына бик көнләшкән. «Быларҙы нисек талаштырырға?» – тип көнө-төнө баш ватҡан һәм әмәлен тапҡан.
    Көҙ көнө төлкө юрамал ғына ауырыуға һабышҡан һәм айыуға хәбәр ебәргән. Уныhы төлкөгә нисек ярҙам итергә белмәй, баш ватып йөрөй икән.
    – Төлкө дуҫ, бер ҙә ашамайһың, нисек һауығырға уйлайһың? – тип борсолған айыу.
    – Эй, айыу дуҫ, хуш еҫле бал ғына ашағым килеп тик тора, – тигән хәйләкәр төлкө.
    Айыу бал ҡортоноң ҡышҡылыҡҡа тип әҙерләгән балын урлаған һәм төлкөнө һыйлаған. Ә бал ҡорттары үҙҙәрен аслыҡҡа дусар иткән айыуға бик асыуланған һәм уларҙың дуҫлығы мәңгелеккә өҙөлгән.

    Рәсилә РӘСҮЛЕВА.
    Сибай ҡалаһы.
    Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейының 4-се синыф уҡыусыһы.

    авторы: Нур | 20 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мөғжизә Яңылыҡтар » Конкурстар

    Бал ҡортоноң һәр ниғмәте лә шифалы. Бәлки, шуға ла халҡым умартасылыҡ шөғөлөн яҡын күргәндер, үҙ иткәндер. Боронғо ғәрәп табиптары яҙыуынса, ҡанатлы эшһөйәрҙәр ете шифалы мөғжизә тыуҙыра: бал, балауыҙ, һеркә, ҡорт ағыуы, инә ҡорт һөтө, прополис һәм бал ҡорто торағының хуш еҫе. Fөмүмән, бөтә дәүерҙәрҙең табиптары һәм философтары тәбиғәттең ошо ғәжәп мөғжизәһе тәндең һәм йәндең сәләмәтлеге өсөн нигеҙ булыуын раҫлай. Эйе, бал бик күп ауырыуға дауа hәм файҙаһы күп. Шулай ҙа уның иң ҡиммәтле сифаттарына туҡталып китеү мөhим. Беренсенән, бал бер ваҡытта ла боҙолмай. Мәҫәлән, Мысырҙағы пирамдаларҙың береһендә бал һалынған һауыт табылыуы һәм, өс мең йыл һаҡланһа ла, балдың төҫө лә, тәме лә үҙгәрмәүе быны асыҡ дәлилләй. Икенсенән, бал витаминдарға һәм минераль тоҙҙарға бай. Тынысландырыу сараһы ла булған татлы ризыҡ шулай уҡ микробтарҙы үлтерә, ҡанды таҙарта, тамырҙарҙы дауалай, эсәктәр эшмәкәрлеген яҡшырта, йөрәк, үпкә, ашҡаҙан ауырыуҙарынан яфа сигеүселәргә лә ярҙам итә. Бына шундай мөғжизәле сифаттарға эйә ул бал.

    авторы: Нур | 20 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Конкурс дауам итә Яңылыҡтар » Конкурстар

    “Йәшлек" гәзите мөхәрририәте» Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге" дәүләт учреждениеһы менән берлектә мәктәп уҡыусылары араһында "Умартасылыҡ – Башҡортостан биҙәге тип аталған өр-яңы конкурс иғлан иткәйне. Конкурстың ике этаптан тороуын, тәүгеһенең "Ижади эш" тип аталыуын иҫегеҙгә төшөрәбеҙ. Умартасылыҡ, бал ҡорттарына арналған ижади эштәр редакциябыҙға килә башланы ла инде. Эштәр әүәлгесә түбәндәге жанрҙарҙа ҡабул ителә:
    – шиғыр, хикәйә, әкиәт йә инша;
    – ҡыҫҡа сәхнә әҫәрҙәре (кимәле сикләнмәй);
    – һүрәт (альбом битендә, жанры сикләнмәй);

    авторы: Нур | 20 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru