Ҡул ҡарышмаһа, эш ҡарышмай.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ауыл тергеҙелә икән, тимәк, республикала хәл тотороҡло
  • Йондоҙнамә
  • [b]Зөһрә – йондоҙ![/b]
  • Берҙәмлектә – көс
  • Яуығыҙ ҡарҙар күберәк!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Бар яҡлап та дан ғаилә Мәҙәниәт

    Бар яҡлап та дан ғаилә
    Башҡортостанда быйылғы йылдың Ғаиләгә социаль ярҙам йылы тип иғлан ителеүе бик күп ғаиләләр тормошона шатлыҡ килтерҙе һәм килтерә. Был йәһәттән республикабыҙҙың барлыҡ төбәктәрендә лә әһәмиәтле саралар күрелә, күп балалы һәм мохтаж ғаиләләргә ярҙам күрһәтелә. Ошо көндәрҙә Халыҡ-ара ғаилә көнө уңайынан Башҡортостан телерадиокомпанияһы Ғаиләм менән ғорурланам хәйриә телерадиомарафоны үткәргәйне. Тура эфир аша республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән йыйылған күп балалы, патронат ғаиләләр үҙҙәре, уңыштары, киләсәккә пландары хаҡында һөйләне. Шунда осраттыҡ та инде Федоровка районының Яңы Яуыш ауылынан килгән береһенән-береһе һөйкөмлө биш бала тәрбиәләүсе Илһөйәр менән Вадик Рафиҡовтар ғаиләһен.

    авторы: Нур | 21 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Сәйәсәт

    КОРРУПЦИЯНЫ БӨТӨРӨП БУЛАМЫ

    Рәсәйҙә коррупцияға ҡаршы көрәшеүсе махсус Совет төҙөләсәк.
    Советты Дмитрий Медведев етәкләйәсәк. Бынан тыш, ришүәтселеккә ҡаршы көрәш буйынса милли план проектын булдырыу ҙа планлаштырылған. Был пландың кәрәклеген Президентыбыҙ коррупцияға ҡаршы көрәшкәндә берәм-берәм түгел, ә дөйөм, комплекслы саралар ҡулланылырға тейеш, тип аңлата. Үҙ сиратында, РФ Генераль прокуроры Юрий Чайка, коррупцияға ҡаршы һөҙөмтәле көрәшеү өсөн киләсәктә Енәйәт кодексы ҡатыландырыласаҡ, тип белдерҙе

    авторы: Нур | 21 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Башҡортостан

    Волга буйы федераль
    округында – яңы етәксе


    БР Президенты Мортаза Рәхимов Түбәнге Новгородта үткән кәңәшмәлә ҡатнашты.
    Унда РФ Президенты Хакимиәте етәксеһе Сергей Нарышкин Волга буйы федераль округы субъекттары башлыҡтарын һәм федераль инспекторҙарын РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота менән таныштырҙы.
    Григорий Рапота Волга буйы федераль округының илдең иң перспективалы һәм уның иҡтисад үҫешен билдәләүсе округтар рәтендә һаналыуын, округтың ауыл хужалығы продукциялары күләме буйынса беренсе урын биләүен, ҡеүәтле индустриаль базалы һәм квалификациялы кадрҙарға бай булыуын, федерацияның дүрт субъекты – Башҡортостан, Татарстан Республикалары, Һамар, Нижегородка өлкәләренең иҡтисади яҡтан үҫешкәнен билдәләп үтте.
    Яңы тулы хоҡуҡлы вәкил үҙенең сығышында Волга буйы федераль округы субъекттары башлыҡтары менән уңышлы хеҙмәттәшлеккә ышаныс белдерҙе.
    Башҡортостан Президенты үҙ сиратында: "Беҙ хеҙмәттәшлеккә шат буласаҡбыҙ, шуға күрә мин уға яңы яуаплы вазифаһында уңыштар теләйем', – тине.

    авторы: Нур | 21 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru