Кешегә ҡул бәхете бирмәһен, баш бәхете бирһен.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йондоҙнамә
  • «ИҒТИБАР: БАЛАЛАР!»
  • Эсергәме-эсмәҫкәме – үәт мәсьәлә!
  • Ураҙа ғәйете ҡотло булһын!
  • һорау-яуап
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Хөрмәтле дуҫтар! Яңылыҡтар » Иғтибар

    Бер тамсы дымға интизар булып ҡорғаҡhыған ер кеүек, шифалы ямғыр, ҡөҙрәтле ҡояш нуры, еләҫ ел рәүешендә килеп инер рухи аҙыҡтың – «Йәшлек» гәзитенең сираттағы hанын көтөп зарыҡтығыҙмы? Баҡса мәшәҡәттәренә сумып, донъя ығы-зығыhына батып, үҙегеҙҙе киләhе йылға ошо бәхеттән мәхрүм итмәгеҙ. Әле йылдың икенсе яртыhына гәзитебеҙгә яҙылыу дауам итә.
    6 айға яҙылыу хаҡы – 270 hум. Индексыбыҙ – 80148.
    «Йәшлек» менән бергә ҡалып, hыуhынығыҙҙы ҡандырығыҙ, зиhенегеҙҙе яҡтыртығыҙ, рухығыҙҙы байытығыҙ!

    авторы: Нур | 22 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һабантуйҙар башлана! Яңылыҡтар

    Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов яҙғы сәсеү эштәре тамамланыуға арналған һабантуйҙар үткәреү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.
    Һабантуйҙар:
    24 майҙа – Әлшәй һәм Благовещен райондарында, Стәрлетамаҡ ҡалаһында,
    30 майҙа – Баймаҡ районында,
    31 майҙа – Әбйәлил, Архангел, Асҡын, Ауырғазы, Балтас, Бишбүләк, Бөрө, Благовар, Бүздәк, Ғафури, Дәүләкән, Дүртөйлө, Йәрмәкәй, Йылайыр, Ишембай, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Краснокама, Мәләүез, Миәкә, Нуриман, Стәрлебаш, Тәтешле, Туймазы, Шаран һәм Яңауыл райондарында, Күмертау һәм Салауат ҡалаларында,
    1 июндә – Бөрйән, Көйөргәҙе райондарында, Ағиҙел ҡалаһында,
    7 июндә – Иглин, Илеш райондарында,
    8 июндә – Белорет, Ейәнсура, Ҡалтасы, Күгәрсен, Кушнаренко, Мәсетле, Мишкә, Өфө, Федоровка, Хәйбулла һәм Шишмә райондарында,
    12 июндә – Бәләбәй, Балаҡатай, Борай, Ҡыйғы, Салауат, Стәрлетамаҡ, Саҡмағош райондарында, Өфөлә һәм Нефтекамала,
    13 июндә – Дыуан районында,
    14 июндә – Учалы районында,
    21 июндә – Октябрьский ҡалаһында,
    31 июндә – Баҡалы районында,
    23 июлдә – Сибайҙа үткәрелә.
    «Башинформ».

    авторы: Нур | 22 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Башҡортостан

    «Полиэф» ҡеүәтен арттыра

    20 майҙа Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов «Полиэф» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең эшмәкәрлеге менән танышты.
    Унда республика башлығы ҡеүәте йылына 120 мең тонна тәшкил иткән полиэтилентерефталат етештереү буйынса комплексты сафҡа индереү сараһында ҡатнашты.
    Полиэфир комплексын үҫтереүҙең инвестиция программаhына ярашлы, 2011 йылға ТФК етештереү буйынса ҡеүәтте йылына 400 мең тоннаға тиклем арттырыу планлаштырыла. 2011 йылға предприятие 3,5 меңдән ашыу кешене яңы эш урыны менән тәьмин итәсәк.

    авторы: Нур | 22 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тармаҡты заманлаштырыу өсөн Яңылыҡтар

    20 майҙа Өфөлә Рәсәйҙең иң эре нефть һәм газ форумдарының береһе – «Газ. Нефть. Технологиялар – 2008» күргәҙмәһе асылды. XVI тапҡыр ойошторолған экспофорумды тантаналы асыуҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов, Рәсәй нефть һәм газ сәнәғәтселәре союзы президенты Геннадий Шмаль, Рәсәй химиктар союзының вице-президенты Юрий Филалеев һәм башҡалар ҡатнашты.
    Геннадий Шмаль нефть һәм газ өлкәһенең илдәге иң ҙур сараларының береһен ойошторғаны өсөн республика етәкселегенә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Шулай уҡ тармаҡҡа инвестициялар йәлеп итеү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

    авторы: Нур | 22 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Курск дуғаһында еңеүгә – 65 йыл Башҡортостан » Хәтер

    Курск дуғаһындағы еңеүҙең 65 йыллығын байрам итеү айҡанлы быйыл апрелдән июлгә тиклем «Ватаныбыҙ тарихында Курск һуғышы» Бөтә Рәсәй конкурсы үткәрелә. Конкурсты ойоштороусылар – Бөйөк Ватан һуғышының Үҙәк музейы, Белгород өлкәһе хакимиәте. Сарала граждандарға илһөйәрлек тәрбиәһе биреүгә булышлыҡ итеүсе, федераль һәм төбәк кимәлендәге бөтә теркәлгән электрон һәм баҫма киң мәғлүмәт саралары, шулай уҡ конкурс үткәрелгән осорҙа донъя күргән, Курск һуғышына арналған һәм ватансылыҡ йүнәлешенә эйә булған материалдарҙы ижад итеүсе авторҙар йәки авторҙар коллективтары ҡатнаша ала.

    авторы: Нур | 22 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Урал моңо» Салауат hәйкәленән башлана ---

    «Урал моңо» Салауат hәйкәленән  башлана
    Төрки йәштәренең ике йылға бер үткәрелеп килгән халыҡ-ара «Урал моңо» конкурс-фестивале яҙ hуңғы аккордтарын биргәндә ойошторолған торған матур йолаға әйләнеп китте. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: сараны ойоштороусылар – ТӨРКСОЙ халыҡ-ара ойошмаhы, Башҡортостандың Мәҙәниәт hәм милли сәйәсәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Өфө ҡалаhы хакимиәте, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияhы, Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты, Башҡорт дәүләт филармонияhы.
    Фестивалдең маҡсаты – төрки йәштәренең заманса милли музыка ижадын пропагандалау, милли йолаларҙы, традицияларҙы hәм төрки халыҡтарының мәҙәниәтен hаҡлау, улар араhында мәҙәни бәйләнештәрҙе үҫтереү, йәш башҡарыусыларҙың ижади мөмкинлектәрен асыу, йәштәрҙең ялын киңерәк йәйелдереү.

    авторы: Нур | 22 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Яңылыҡтар

    ЮЛДАРҒА АҠСА КӘРӘК

    Рәсәйҙәге юлдар шәхси инвесторҙар һәм буласаҡ «өндәшмәгән» пенсионерҙар иҫәбенә төҙөләсәк.
    «Өндәшмәүселәр» – пенсияға йыйылған аҡсаһын шәхси фондтарға йәки идара итеүсе компанияларға күсермәгән, йәғни уны, өнһөҙ ризалыҡ биреп, «Внешэкономбанк» дәүләт корпорацияһында һаҡлаған кешеләр. Ошо көндәрҙә РФ Хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путин был халыҡтың пенсия иғәнәһе булараҡ йыйылып барған аҡсаһын инвестиция рәүешендә транспорт системаһына индереү идеяһын хуплаған.
    Рәсәй юлдарының дөйөм хәле күптән инде миллиардлаған капитал тотоноуҙы талап итә. Хәтерегеҙҙәлер, күптән түгел Сочиҙа Рәсәй тарихындағы иң күләмле инвестиция программаhы хупланды (»Рәсәй транспорт системаһының 2010 – 2015 йылдарға үҫеше»). Уны финанслау 13 трлн һумдан ашыуға төшәсәк, шул иҫәптән 4,7 трлн һумды – бюджет аҡсаhы, ҡалған 7 трлн һумды иһә шәхси инвестициялар тәшкил итә.
    Бөгөн «Внешэкономбанк»та «өндәшмәүсе» 40 миллион кешенең 350 млрд һум аҡсаһы тупланған.

    авторы: Нур | 22 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ЗАКОН КАМИЛЛАШТЫРЫУҒА МОХТАЖ Башҡортостан » Милли проекттар

    Бөгөн Башҡортостанда 1019 муниципаль берәмек иҫәпләнә. Уларҙың һаны буйынса республикабыҙ Рәсәй Федерацияһының иң эре субъекты һанала. Беҙҙә 9 ҡала округы, 14 ҡала биләмәһе, 54 муниципаль район һәм 942 ауыл биләмәһе бар.
    Билдәле булыуынса, республикабыҙҙа инде өсөнсө йыл урындағы үҙидараның яңы системаһы ғәмәлгә индерелә. Дөйөм алғанда, тотош ил буйынса был реформа ауыр бара, күп төбәктәр «көтмәгәндә генә һыуға ырғытылған» хәлдә ҡалды, законды тормошҡа ашырыуҙағы дәүләт алымдары ла камиллашыуға мохтаж. Шөкөр, Башҡортостанда был эш республика Президенты һәм Хөкүмәтенең ярҙамы менән башҡа төбәктәргә ҡарағанда ыңғайыраҡ бара.
    Ошо көндәрҙә «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһы «БР Муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһының эш йомғаҡтарына, урындағы үҙидараның төп принциптары тураһындағы 131-се Федераль закондың үтәлешенә арналды.

    авторы: Нур | 22 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru