Ҡытай кешеhе Мәскәүҙән командировканан ҡайта. Унан: – Шунан, Мәскәүҙә нисек? – тип hорайҙар икән. – Унда яҡшы. Халыҡ шул тиклем аҙ. Метролары ярым буш.
* * * – Ханым, hеҙҙең ирегеҙ үҙенә хыянат итеүегеҙҙе беләме? – Юҡ. Ә hеҙҙеке?
* * * Ике ханым ирҙәренең тоғролоғо хаҡында hөйләшә. – Ул яҡтан ҡурҡмайым, – ти береhе, – мине ирем аҡылдан яҙып ярата. – Ә hин уйламағанда ул аҡылына килhә? – ти икенсеhе.
* * * Телефон шылтырай: – Алло, алло, был hалым инспекцияhымы? – Эйе. Трубканы ташлайҙар. Бер аҙҙан тағы шылтыраталар: – Алло, был hалым инспекцияhымы? – Эйе. Тағы трубканы ырғыталар. Ярты сәғәттәй ваҡыт үткәс, тағы шылтыраталар: – Был hалым инспекцияhымы? – Эйе, тип торам бит инде, нимә кәрәк, ниңә трубканы ташлайhығыҙ? – тип асыуланып ҡысҡыра инспекция хеҙмәткәре. – Аңламайым, бер нәмә лә аңламайым. – Нимә аңламайhығыҙ? – Һеҙҙе бит бер сәғәт элек үк шартлатырға тейештәр ине лә инде...
* * * Айыу кафеға инә, ултыра, уның эргәhенә берәү ҙә килмәй. Көтә-көтә – юҡ. Йәне көйөп, ҡысҡырайым ғына тигәндә ишектән Ҡуян килеп инә. Бер юлы өс-дүрт официант уның янына йүгерә. Береhе өҫтәлгә аҙыҡ килтерә, икенсеhе өҫтөн hалдыра, өсөнсөhө Ҡуяндың ҡолағына ярамhаҡланып ниҙер hөйләй. Быны күреп, Айыуҙың тағы ла нығыраҡ асыуы ҡабара hәм ул, тауышын күтәреп: – Директорҙы саҡырығыҙ! – тип ҡысҡыра. Директор килә. Айыу: – Быны нисек аңларға? Мин ярты сәғәттән ашыу көтөп ултырам, ә эргәмә берәү ҙә килеп ураманы. Ә Ҡуян яңы килде, уға ашарға килтерҙеләр ҙә, – ти. – Һеҙҙең фамилияғыҙ кем hуң? – ти директор. – Тайыштабанов. – Ә Ҡуяндыҡын беләhеңме? – Юҡ, – ти айыу, hаман ҡыҙып. – Ул – Косыгин. |