Балаһыҙҙың малы хәрәм, эшлекһеҙҙең йәне хәрәм.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Балыҡҡа йөрөгән һайын сәм арта
  • «Гөрләтеп эшләрлек шарттар бар»
  • Компьютерға аллергиямы?
  • Сабый бишектән тәрбиәләнә
  • Йондоҙнамә 14 - 20 июнь
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Янылыктар Башҡортостан

    Байрамығыҙ менән!

    Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов Рәсәй эшҡыуарлыҡ көнө уңайынан республика эшҡыуарҙарын профессиональ байрамдары менән ҡотланы.
    «Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешендә бәләкәй һәм урта бизнес мөһим роль уйнай. Ирекле һәм социаль яуаплы эшҡыуарлыҡты үҫтереү – дәүләт сәйәсәтенең стратегик бурысы», – тиелә ҡотлауҙа.

    авторы: Нур | 27 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ЙӘЙ ЕТТЕ, ЙӘЙ! ---

    Ошо көндәрҙә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының коллегия ултырышы үтте. Унда республиканың бик күп ойошма вәкилдәре ҡатнашты, үҙ тәжрибәләренә таянып, йәштәр һәм үҫмерҙәрҙең йәйге ялын ойоштороу, һаулығын нығытыуҙың юлдары хаҡында һөйләне, кәңәшләште.

    авторы: Нур | 27 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Яңылыҡтар

    Киев мэр hайлай

    Киевта мэр hайлауҙары үтте.
    Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса Леонид Черновецкий hайлаусыларҙың иң күп тауышын йыйған. Икенсе урында – Юлия Тимошенко блогы (БЮТ) вәкиле Александр Тюрчинов, өсөнсөлә – бокссы Виталий Кличко. Һайлау исемлегендә 70 фамилия булған. Был кампания Украина Премьер-министры Юлия Тимошенконың тәҡдиме менән үтә. Ул, ғәмәлдәге мэрҙы коррупцияла ғәйепләп, ҡала башлығын ҡабаттан hайлау тәҡдиме менән сыҡҡайны.

    авторы: Нур | 27 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Билдәhеҙҙәрҙең яҙмышы асыҡлана Яңылыҡтар

    Башҡортостан эҙәрмәндәре ошо көндәрҙә оҙайлы экспедициянан ҡайтты.
    «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияhында БР Эҙәрмәндәр отряды төбәк йәмәғәт фонды етәксеhе Илдар Бикбаев, «Ватан» клубы командиры Юля Апанасевич, Дәүләкәндең «Вауровец» клубы етәксеhе Гөлнара Хәлитова журналистар менән осрашып, үҙҙәренең сәфәре йомғаҡтары, тәьҫораттары менән бүлеште.
    Башҡортостандан барған 85 эҙәрмәндән торған 14 отряд Ленинград өлкәhенең Киров, Тосненск, Выборг райондарында, Новгород hәм Смоленск өлкәләрендә ҡаҙыныу эштәре алып барған. Һөҙөмтәләр ҡәнәғәтләнерлек: ике аҙналыҡ экспедицияла 57 яугирҙың кәүҙә ҡалдыҡтары табылған. «Ватан» клубы эҙәрмәндәре миҙалы буйынса Волгоград өлкәhенән 1943 йылдың октябрендә хәбәрhеҙ юғалған өлкән сержант Тимофей Рыковтың кәүҙәhен тапҡан. Улар hалдаттың ҡыҙы менән дә бәйләнешкә ингән. 22 июндә БДУ-ның «Ватан» клубы вәкилдәре, Волгоградҡа барып, миҙалды hалдаттың туғандарына тапшырасаҡ.

    авторы: Нур | 27 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңы баҫманы теркәргә теләһәң... Яңылыҡтар

    Продукцияһы Башҡортостан территорияһында ғына таралыусы киң мәғлүмәт сараларын теркәү һәм Башҡортостан Республикаһы биләмәһенән мәҙәни ҡомартҡыларҙы сығарыу, ваҡытлыса сығарыу өсөн рөхсәтте 1 июндән Киң мәғлүмәт коммуникациялары, бәйләнеш һәм мәҙәни мираҫты һаҡлауҙы күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең (Россвязьохранкультуры) Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы бирәсәк. Хәбәрсебеҙ яңы ведомствоның етәксеһе урынбаҫары Гөлдәр Рәшит ҡыҙы Камалова менән осрашты.

    авторы: Нур | 27 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кешеләр, ишетегеҙ, мин ишетәм! Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Донъяның матурлығына, ундағы hәр моңдоң аhәңенә таң ҡалырлыҡ! Үҙе ишеткән, күргән кеше бер ҡасан да hаңғырауҙың, hуҡырҙың хәлен аңламаясаҡ. Ә инде балаhы ауырыу ата-әсәнең михнәттәрен Хоҙай үҙе генә беләлер.
    Шуға күрә сирле сабыйы hауығыу юлына баҫҡан кешенең ҡыуанысының ниндәй булыуын аңлап та, тойоп та бөтә алабыҙмы икән?! «Беҙҙең ғәзизебеҙ Булатҡа 12 йәш, ул тыумыштан ишетмәй. Әммә операциянан hуң уның ишетеренә hәм hөйләшеренә өмөтөбөҙ ҙур. Былар барыhы ла hеҙҙең ярҙам менән эшләнде, Мортаза Fөбәйҙуллович! Инвалид балаларға, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ярҙам күрhәткәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Операцияға анау хәтлем аҡса йыйырға беҙҙең бер ҡасан да мөмкинлегебеҙ булмаҫ ине», – тип яҙа малайҙың әсәhе Лилиә Fәлиханова республика башлығына.

    авторы: Нур | 27 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәш ғаиләләрҙе хәстәрләп Башҡортостан

    Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт hәм йәштәр эштәре буйынса комитеты «Йәштәр сәйәсәте. Замандың йәш ғаиләhе проблемалары hәм уларҙы хәл итеү перспективалары» тигән темаға «түңәрәк өҫтәл» ойошторҙо. Унда Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт hәм йәштәр эштәре буйынса комитеты рәйесе, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев, инеш телмәр менән сығыш яhап, республикала йәштәрҙе, йәш ғаиләне ҡеүәтләү өсөн закондар базаhы формалаштырылыуын, бай тәжрибә тупланыуын билдәләп үтте. «Башҡортостанда Рәсәй Федерацияhы субъекттарында тәүгеләрҙән булып «Башҡортостан Республикаhында йәштәр сәйәсәте тураhында» Закон ҡабул ителде», – тине ул үҙ сығышында. Уға ярашлы, республикала йәш быуынға ҡарата йүнәлеш билдәләнhә, «Балалар, үҫмерҙәр, йәштәр клубтарын hәм үҙәктәрен ҡеүәтләү эшмәкәрлеге тураhында», «Башҡортостан Республикаhында йәш ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураhында», «Башҡортостан Республикаhында балалар-үҫмерҙәр спорты тураhында» hәм башҡа Закондар төбәктә йәштәрҙең эшмәкәрлеген, йәшәйешен, ялын ойоштороуға ыңғай йоғонто яhай. «Йыйылыштың төп маҡсаты ыңғай үҙгәрештәрҙе hанап китеү генә түгел, ә йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу өсөн даими рәүештә яңы юлдар эҙләү», – тине комитет рәйесе. Төрлө министрлыҡтар, ведомстволар вәкилдәре, юғары уҡыу йорттары ректорҙары, махсус урта hәм башланғыс профессиональ белем биреү уҡыу йорттары етәкселәре, райондарҙың йәштәр сәйәсәте буйынса комитет рәйестәре, йәштәр, үҫмерҙәр ойошмалары ҡатнашҡан был «түңәрәк өҫтәл» яңы йүнәлешле юлдың башы булыр, тип өмөтләнәйек. Сөнки артабанғы сығыштар республикалағы йәштәрҙең дөйөм хәлен күҙ алдына баҫтырырға ярҙам итте.

    авторы: Нур | 27 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Үткенселәр түгел, игенселәр кәрәк Сәйәсәт

    Бәлки, осраҡлы ғына тап килгәндер, майҙың икенсе ун көнлөгө ахырында илдең эске тормошонда иғтибарға алырлыҡ өс ваҡиға булды. Йәш Президент Д. Медведев коррупцияға ҡаршы көрәш комитеты ойошторҙо hәм үҙе үк уны етәкләргә ҡарар итте. Хөкүмәттең яңы Рәйесе В. Путин Ставрополь өлкәhенең Ессентуки ҡалаhында агросәнәғәт тармағын үҫтереү мәсьәләләре буйынса ҙур кәңәшмә йыйҙы. Һәм, ниhайәт, Новосибирскиҙа мәғариф өлкәhендәге осhоҙ-ҡырыйhыҙ проблемаларҙы йәнә тикшерҙеләр. Дәүләтебеҙҙәге бихисап эш араhынан ошо өсәүҙе айырып алыуым осраҡлы түгел, сөнки, төрлө йүнәлештәрҙә булhалар ҙа, уларҙы берләштереүсе уртаҡ сифат бар: коррупция ла, ауыл хужалығы ла, хәҙерге белем биреү системаhы ла – мәңге йырып сыҡҡыhыҙ шырлыҡ, үҙебеҙҙе үҙебеҙ батыра торған hаҙлыҡ, ямғырhыҙ ғына күкрәүсе ҡоро йәшен.

    авторы: Нур | 27 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru