Биш мәртәбә уйла, бер мәртәбә эшлә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Кейемдең... төҫөнә ҡарап та ҡаршы алалар
  • ҠӘҘЕР КИСЕ
  • Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән!
  • Ҡәҙерле дуҫтар!
  • Яҡташыбыҙ – ғорурлығыбыҙ!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Республикала – Оберхаузен ҡунаҡтары Яңылыҡтар

    Ошо көндәрҙә Башҡортостанға Германияның Оберхаузен ҡалаһынан йәштәрҙең социаль эш өлкәһе белгестәре килде. Делегация составында балалар һәм үҫмерҙәр менән эшләүсе уҡытыусылар, социаль хеҙмәткәрҙәр бар ине.
    БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетында уҙған "түңәрәк өҫтәл"дә сит ил вәкилдәре республика балалар һәм йәштәр йәмәғәт ойошмалары активистары менән осрашты.

    авторы: Нур | 28 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    КҮҘ – МЕЙЕНЕҢ ТЫШҠЫ ЯҠҠА СЫҒАРЫЛҒАН ӨЛӨШӨ ---

    Бөгөн Өфөлә "Күҙҙең алғы һәм артҡы сегменттары ауырыуҙарын дауалауҙың заманса технологиялары" тип аталған халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция башлана. Шулай уҡ сарала күҙ яҫмығының ҡатламланыуы буйынса 61-се тапҡыр халыҡ-ара Тюбинг курстары ла үтәсәк. Фәнни-ғәмәли конференция 31 майға тиклем дауам итә. Сарала ҡатнашыу өсөн Рәсәй һәм сит илдәрҙән офтальмология үҙәктәре белгестәре киләсәк.

    авторы: Нур | 28 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Яңылыҡтар

    Самолет төҙөк булмағанмы?

    Силәбелә «Московия» авиакомпанияhының АН-12 самолеты hәләкәткә осраған.
    Һауа лайнерындағы экипаж ағзаларының туғыҙы hәләк булған. Әле ҡорбандарҙың мәйеттәрен таныу бара. Силәбе аэропортының hауа хәрәкәте идаралығы киске сәғәт 6-ла кабинала төтөн сығыуы, ултырыуға рөхсәт hорау тураhында хәбәр ала. Күп тә үтмәй, самолет радиолокатор экрандарынан юғала. Ул аэропорттан 10 саҡрым алыҫлыҡта ҡолай. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, был hауа транспорты аҡса ташыған булған.

    авторы: Нур | 28 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бына улар – илдең киләсәге! Мәғәриф

    Башҡортостанда уҡыусы студенттар араһында фәнни эштәргә конкурс быйыл ун өсөнсө тапҡыр үткәрелде.
    Юғары уҡыу йорттарында белем алыусылар унда йылдан-йыл әүҙемерәк ҡатнаша. Ни тиһәң дә, фәнни эш менән шөғөлләнеү хәҙерге көндә еңел булмаһа ла, фәһемле һәм мөһим йүнәлеш hанала. БР юғары уҡыу йорттары араһында республика фәнни эштәр конкурсын Мәғариф министрлығы, Башҡортостандың демократик йәштәре союзы, БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты, БР Фәндәр академияһы ойошторған. Яңыраҡ еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаhы булды.

    авторы: Нур | 28 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бейеүсенең рухы Мәҙәниәт

    Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында мәшһүр балет бейеүсеһе Рудольф Нуреевтың тыуыуына 70 йыл тулыуға арналған XIV Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале башланды.
    Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов ошо уңай менән унда ҡатнашыусыларға һәм ҡунаҡтарға ҡотлау телеграммаһы ебәрҙе. Республика башлығының ҡотлауында: «Ҡәҙерле дуҫтар! Рудольф Нуреев исемендәге XIV Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивалендә ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы Башҡортостан һәм бөтә Рәсәйҙең мәҙәни тормошондағы иҫтәлекле ваҡиға менән ихлас тәбрикләйем!

    авторы: Нур | 28 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Башҡортостан

    ТӨРКСОЙ-ҙың сираттағы ултырышы

    Төркиәнең Анкара ҡалаһында ТӨРКСОЙ Даими советының XXIV ултырышы үтте.
    Унда республикабыҙҙан БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев, уның урынбаҫары Ольга Ижбулдина һәм БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығының ТӨРКСОЙ-ҙағы вәкиле Әхәт Сәлихов ҡатнашты.

    авторы: Нур | 28 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хәҙер Өфөгә бармаhаң да була Башҡортостан » Милли проекттар

    Хәҙер Өфөгә бармаhаң да була
    Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаhы ғына түгел, бөтә Урал аръяғы халҡы өсөн дә шатлыҡлы ваҡиға булды. 24 майҙа Сибай үҙәк ҡала дауаханаhының яңы корпусы сафҡа индерелде.
    Башҡортостан Республикаhы Президенты Мортаза Fөбәйҙулла улы Рәхимов Урал аръяғы райондары буйлап эш сәфәре барышында яңы дауахананы асыу тантанаhында ҡатнашып, сибайҙарҙы күптән көтөп алынған ҡыуаныслы ваҡиға менән ҡотланы.

    авторы: Нур | 28 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Йәшлек»-фараз» конкурсында ҡатнашығыҙ! Яңылыҡтар » Иғтибар

    Ҡәҙерле дуҫтар, гәзитебеҙҙе
    яҙҙырып уҡып барыусылар!


    «Йәшлек» гәзите редакцияhы 2008 йылдың икенсе яртыhына подписка барған мәлдә, hеҙҙең үтенескә ҡолаҡ hалып, тағы ла «Йәшлек»-фараз» конкурсы үткәрергә ниәтләне. Иҫләйhегеҙҙер әле, үткән йыл был бәйгелә еңеүселәр электр сепараторы, бер тоҡ шәкәр, ике кубометр таҡта, биш центнер иген, бер пар ҡаҙ hәм башҡа үҙенсәлекле бүләктәрҙең эйәләре булғайны. Быйыл иhә, тағы ла hеҙҙең теләктәрҙе иҫәпкә алып, еңеүселәргә бүләктәрҙе аҡсалата бирергә булдыҡ.
    «Йәшлек» - фараз» конкурсының шарттары ябай ғына.

    авторы: Нур | 28 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru