Иренмәгән иртәгәге эшен бөгөн бөтөргән.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Эҙләү
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
» «Аҙаштырған болан балаһылай, Иңләйем мин ...
» Волонтерҙың шәхси кенәгәһе буласа& ...
» Алексей Ягудин(Йәһүҙин), һин дә "б ...
» Һәр бала туған телендә белем алырға хо&# ...
» Рэсми хроника
» Әгәр әсәйем эргәлә булһа...



«КӨЙӨР» ТИП ЮҠҠА КӨЙГӘН Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!
Был ҡыҙыҡ хәл редакция бүлмәләренең береhендә булды. Матбуғат йортоноң 9-сы ҡатында эшләп йөрөгән сағым. Төрлөбөҙ – төрлө редакциянан. Биш-алты машинистка бер бүлмәлә эшләйбеҙ. Ул заманда компьютерҙар юҡ, шуға материалдарҙы көнө буйы машинкала шаҡ-шоҡ йыя инек. Башҡаларға нисек ишетелгәндер, үҙебеҙҙең тауышҡа үҙебеҙ өйрәнеп тә, күнеп тә бөттөк.
Беҙҙең бүлмәләр hыуыҡ ҡына була торғайны. Шуға йыш ҡына йылытҡысты тоҡандырып, уларҙы әҙерәк йылытып алабыҙ.
Бишенсе ҡатта эшләгән бер йәш кенә ҡатын да йылынырға, унан да бигерәк ләстит hатырға тип беҙҙең янға менергә күнегеп китте. Аяҡтарын, арҡаhын йылытҡыс янына ултырып йылыта, шул йылытҡыс эргәhенән ары китмәй торғайны. Ә үҙе бер ыңғайы булған хәбәрен беҙгә түкмәй-сәсмәй hөйләй.
Ҡышҡы hыуыҡ ҡына бер көндә бүлмәбеҙгә, ғәҙәттәгесә, беҙҙән бер аҙ өлкәнерәк тәржемәсе ағай килеп инде. Бик сибәр генә була торғайны, суҡынмыш. Килеп инеү менән беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, бөтә иғтибарҙы уға йүнәлтәбеҙ. Тәржемәсе ир йылытҡыс эргәhендә бөтөрөлгән ҡатынды ситтән генә күҙәтеп ултырҙы-ултырҙы ла:
– Һеңлекәш, теге шерстяной әйберҙәреңде көйҙөрәhең бит, кейәү балаға ла ҡалhын, – тип әйтеп hалмаhынмы.
Был көтөлмәгән хәбәрҙән бер аҙ ғына аптырап ҡалған ҡатын:
– Ҡурҡма, ҡалғаны ла уға етә ул, – тип яуапланы.
Беҙ, баш та күтәрә алмай ултырған ҡатын-ҡыҙҙар, быны ишетеүгә дәррәү көлөп ебәрҙек.
Ошо ваҡиға оҙаҡ ҡына онотолмай торҙо. Теге ҡатын беҙгә ингән hайын: «Шерстяной әйберҙәреңде тағы көйҙөрөргә килдеңме?» – тип мәрәкәләйбеҙ.
Тәүҙәрәк үсегеңкерәп йөрөнө, аҙаҡ өйрәнеп киткәндер, күрәhең, үҙе лә беҙгә ҡушылып, рәхәтләнеп көлөп ебәрә торғайны.

Л. САЙРАНОВА.
Өфө ҡалаhы.
 (голосов: 0)
авторы: Нур | 31 мая 2008 | | Фекерҙәр (0)
Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Сасҡау һыуығы
  • Ҡатын
  • Кемгәлер - күңел зауығы, кемгәлер – йәш ...
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Абыныр өсөн түңгәк табыла...
  • Радио Юлдаш на башкирском языке Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Радио Ашкадар в уфе Баш портал


      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru