Башланған эштең бөткәне яҡшы.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Бөрйәндең күренекле зыялыһы
  • АУЫЛЫБЫҘҒА ИМАН КИЛТЕРҘЕ
  • Тиҙ ышаныусан булмағыҙ
  • Ҡыҙыҡлы яҙмыштар журналы
  • Йондоҙнамә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Тармаҡты заманлаштырыу өсөн Яңылыҡтар

    20 майҙа Өфөлә Рәсәйҙең иң эре нефть һәм газ форумдарының береһе – «Газ. Нефть. Технологиялар – 2008» күргәҙмәһе асылды. XVI тапҡыр ойошторолған экспофорумды тантаналы асыуҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов, Рәсәй нефть һәм газ сәнәғәтселәре союзы президенты Геннадий Шмаль, Рәсәй химиктар союзының вице-президенты Юрий Филалеев һәм башҡалар ҡатнашты.
    Геннадий Шмаль нефть һәм газ өлкәһенең илдәге иң ҙур сараларының береһен ойошторғаны өсөн республика етәкселегенә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Шулай уҡ тармаҡҡа инвестициялар йәлеп итеү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

    авторы: Нур | 22 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Курск дуғаһында еңеүгә – 65 йыл Башҡортостан » Хәтер

    Курск дуғаһындағы еңеүҙең 65 йыллығын байрам итеү айҡанлы быйыл апрелдән июлгә тиклем «Ватаныбыҙ тарихында Курск һуғышы» Бөтә Рәсәй конкурсы үткәрелә. Конкурсты ойоштороусылар – Бөйөк Ватан һуғышының Үҙәк музейы, Белгород өлкәһе хакимиәте. Сарала граждандарға илһөйәрлек тәрбиәһе биреүгә булышлыҡ итеүсе, федераль һәм төбәк кимәлендәге бөтә теркәлгән электрон һәм баҫма киң мәғлүмәт саралары, шулай уҡ конкурс үткәрелгән осорҙа донъя күргән, Курск һуғышына арналған һәм ватансылыҡ йүнәлешенә эйә булған материалдарҙы ижад итеүсе авторҙар йәки авторҙар коллективтары ҡатнаша ала.

    авторы: Нур | 22 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Урал моңо» Салауат hәйкәленән башлана ---

    «Урал моңо» Салауат hәйкәленән  башлана
    Төрки йәштәренең ике йылға бер үткәрелеп килгән халыҡ-ара «Урал моңо» конкурс-фестивале яҙ hуңғы аккордтарын биргәндә ойошторолған торған матур йолаға әйләнеп китте. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: сараны ойоштороусылар – ТӨРКСОЙ халыҡ-ара ойошмаhы, Башҡортостандың Мәҙәниәт hәм милли сәйәсәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Өфө ҡалаhы хакимиәте, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияhы, Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты, Башҡорт дәүләт филармонияhы.
    Фестивалдең маҡсаты – төрки йәштәренең заманса милли музыка ижадын пропагандалау, милли йолаларҙы, традицияларҙы hәм төрки халыҡтарының мәҙәниәтен hаҡлау, улар араhында мәҙәни бәйләнештәрҙе үҫтереү, йәш башҡарыусыларҙың ижади мөмкинлектәрен асыу, йәштәрҙең ялын киңерәк йәйелдереү.

    авторы: Нур | 22 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Яңылыҡтар

    ЮЛДАРҒА АҠСА КӘРӘК

    Рәсәйҙәге юлдар шәхси инвесторҙар һәм буласаҡ «өндәшмәгән» пенсионерҙар иҫәбенә төҙөләсәк.
    «Өндәшмәүселәр» – пенсияға йыйылған аҡсаһын шәхси фондтарға йәки идара итеүсе компанияларға күсермәгән, йәғни уны, өнһөҙ ризалыҡ биреп, «Внешэкономбанк» дәүләт корпорацияһында һаҡлаған кешеләр. Ошо көндәрҙә РФ Хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путин был халыҡтың пенсия иғәнәһе булараҡ йыйылып барған аҡсаһын инвестиция рәүешендә транспорт системаһына индереү идеяһын хуплаған.
    Рәсәй юлдарының дөйөм хәле күптән инде миллиардлаған капитал тотоноуҙы талап итә. Хәтерегеҙҙәлер, күптән түгел Сочиҙа Рәсәй тарихындағы иң күләмле инвестиция программаhы хупланды (»Рәсәй транспорт системаһының 2010 – 2015 йылдарға үҫеше»). Уны финанслау 13 трлн һумдан ашыуға төшәсәк, шул иҫәптән 4,7 трлн һумды – бюджет аҡсаhы, ҡалған 7 трлн һумды иһә шәхси инвестициялар тәшкил итә.
    Бөгөн «Внешэкономбанк»та «өндәшмәүсе» 40 миллион кешенең 350 млрд һум аҡсаһы тупланған.

    авторы: Нур | 22 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ЗАКОН КАМИЛЛАШТЫРЫУҒА МОХТАЖ Башҡортостан » Милли проекттар

    Бөгөн Башҡортостанда 1019 муниципаль берәмек иҫәпләнә. Уларҙың һаны буйынса республикабыҙ Рәсәй Федерацияһының иң эре субъекты һанала. Беҙҙә 9 ҡала округы, 14 ҡала биләмәһе, 54 муниципаль район һәм 942 ауыл биләмәһе бар.
    Билдәле булыуынса, республикабыҙҙа инде өсөнсө йыл урындағы үҙидараның яңы системаһы ғәмәлгә индерелә. Дөйөм алғанда, тотош ил буйынса был реформа ауыр бара, күп төбәктәр «көтмәгәндә генә һыуға ырғытылған» хәлдә ҡалды, законды тормошҡа ашырыуҙағы дәүләт алымдары ла камиллашыуға мохтаж. Шөкөр, Башҡортостанда был эш республика Президенты һәм Хөкүмәтенең ярҙамы менән башҡа төбәктәргә ҡарағанда ыңғайыраҡ бара.
    Ошо көндәрҙә «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһы «БР Муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһының эш йомғаҡтарына, урындағы үҙидараның төп принциптары тураһындағы 131-се Федераль закондың үтәлешенә арналды.

    авторы: Нур | 22 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Ололаhаң ололарҙы, ололарҙар үҙеңде» Мәғәриф

    Тормошта иң мөhиме – үҙеңдең буласаҡ hөнәреңде дөрөҫ hәм ваҡытлы hайлай белеүҙер ул. Еңел булмаған, шул уҡ ваҡытта ил, ата-әсәләр алдында иң яуаплы уҡытыусы hөнәрен hайлап, Шәүрә Мәжит ҡыҙы Рәхмәтуллина яңылышмаған. Сибай ҡалаhының алдынғы мәктәптәренең береhе – 2-се гимназияла эшләгән мөғәллимәнең дәрестәрен райондарҙан килгән уҡытыусылар, завучтар, методистар ҙа hоҡланып ҡарай.
    Ысынлап та, уҡытыусылар курстар үткәндә, методистар, завучтар кәңәшмәләре булғанда иң яҡшы дәрестәрҙе күрhәтеү өсөн мотлаҡ Шәүрә Мәжит ҡыҙына мөрәжәғәт итәләр. Уның дәрестәрендә бер генә бала ла ҡатнашмайынса ҡалмай, кәрәк икән, уҡылған хикәйә геройҙары менән бергә ҡайнап, уларҙың кисерештәрен кисереп, бергә йәшәргә мәжбүр итә.

    авторы: Нур | 22 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Йондоҙҙар парады» Мәғәриф

    Йондоҙҙар парадын төнгө аяҙ күктә йәиһә сәхнә йондоҙҙары араһында ғына күҙәтергә була, тиһегеҙме?! Юҡ, әлбиттә. Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында баш ҡаланың Ленин районы үҙҙәренең «йондоҙҙар»ының – һәләтле уҡыусыларының ысын сағыу парадын ойошторҙо. Унда тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшеүсе, район, ҡала, республика күләмендәге олимпиадаларҙа, конкурстарҙа призлы урындар яулап, мәктәбенең, районының данын күтәреүсе 100-ҙән ашыу уҡыусы ҡатнашты.
    Бындай матур тантана, уҡыу йылына үҙенсәлекле йомғаҡ Ленин районында беренсе тапҡыр уҙғарыла. Сәхнәгә бер-бер артлы математика, рус теле, туған телдәр, сит телдәр, география, химия, биология, тарих һәм башҡа фәндәрҙән юғары уңыштарға өлгәшкән уҡыусылар күтәрелә. Уларға райондың мәғариф бүлегенең Рәхмәт хаты һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырыла. Сәхнәгә сығып баҫҡан уҡыусыларҙың һәр төркөмөнән айырым еңеүсе билдәләнә. «Йондоҙло уҡыусы» исеменә Балалар ижады йортонан Эльвина Ғәлләметдинова, 91-се гимназиянан Сергей Вавилов, 12-се мәктәптән Розалия Ҡашҡарова, 91-се гимназиянан Александра Конкина, 39-сы гимназиянан Маргарита Әғлиуллиналар лайыҡ булды. Уларҙың яулаған ҡаҙаныштары барыһынан да күберәк.

    авторы: Нур | 22 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Нисек ҡулдары барғандыр? Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Нисек ҡулдары барғандыр?
    Беҙҙе, туғыҙ баланы, ғаиләбеҙҙә ҙур тырышлыҡ hәм сабырлыҡ менән тәрбиәләп, наҙлап үҫтерҙеләр. Йортобоҙҙа атай абруйы ҙур булды. Бер ваҡытта ла ҡәҙерле кешебеҙҙең hүҙен йыҡманыҡ, ҡаршы төшмәнек. Әсәйебеҙҙең дә гел генә: «Атайығыҙ ризамы? Атайығыҙҙан hорап эш итегеҙ», – тиеүе уға ҡарата hөйөүҙе, ихтирамды тағы ла арттыра ине.
    Өҫтәл артына ашарға ултырғанда ла атай башлап hүҙ әйтер, «Бисмилләhир-рахманир-рахим», тип ризыҡҡа тотонор, ә беҙ – уның артынса. Ҡыҙыҡ хәбәрҙәр hөйләп, барыбыҙҙы ла көлдөрә-көлдөрә, йә етди генә булып, кәңәштәр бирә-бирә сәй эсер ине. Их, үҙе бер бәхет булған икән бит шул күмәкләшеп, күңел тулғансы hөйләшеп, киләсәккә пландар ҡороу.

    авторы: Нур | 22 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru