Бер көн артта ҡалһаң, биш көн йүгерерһең.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • ПЕНСИОНЕРҘАР «ҠАРТАЯ»
  • Эшләгең килмәһә... алма аша!
  • Аллаhы Тәғәлә бойороҡтары
  • Бала саҡ – сағыу мәл
  • Аҡ йыланды осратһаң – бәхеткә, имеш
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • "Аҙашҡандыр, тиеп уйламағыҙ, Офоҡтарға китеп юғалһам..." Әҙәбиәт

    Шағир, драматург Рәмил Ҡолдәүләттең тыуыуына – 50 йыл
    Беҙ Сибайҙы Сибай тинек,
    Өфө тинек Өфөнө,
    Яндағы Магниттың ғына
    Әйтмәй инек исемен.

    авторы: Нур | 31 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Шағир hыҙланыуы Әҙәбиәт

    Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер ЙОСОПОВҠА – 70 йәш

    Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер Йосопов хаҡында бер кәлимә яҙырға ниәтләгәс, Максим Горький тураһында замандаштары ҡалдырған бер хәтирәне иҫкә төшөрҙөм. Ул моряктар менән осрашыуға бара. Һүҙ бирелгәс, бер ни әйтә алмай һәм: «Һеҙгә арнап берәй хикәйә яҙырмын», – тигән һөйләм менән сикләнә. Тимер ағайҙы хәтерләтте миңә ошо ҡылыҡ. Ул да, ижады хаҡында уңлы-һуллы һөйләп, һәр ерҙә үҙен пропагандалап, әҙәпһеҙлек күрһәтеп, һәр урынға тығылып йөрөй торған әҙиптәрҙән түгел. Уның тураһында ижады, бигерәк тә шиғырҙары һөйләй. Шәхсән үҙемә һуғыш осорон күргән, унан һуңғы михнәттәрҙе үҙ иңендә татыған быуын вәкиленең тотош ил, халыҡ әсенеүен, һыҙланыуын халыҡсан образдар аша бирә алыуы яҡын.

    авторы: Нур | 31 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көлкөлиум Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Эштәге тәмәке тартыу урынында өс ир үҙ ҡатындары хаҡында hөйләшеп китә:
    – Һинең ҡатының төшкө ашҡа нисә hум аҡса бирә? – ти береhе.
    – 10 hум, бер тин дә артыҡ бирмәй, йылан.
    – Ә минеке 5 hум ғына бирә, ҡороғор, сәсрәп киткер, – ти икенсеhе.
    Өсөнсө ирҙән:
    – Ә hинеке күпме арттыра? – тип hорайҙар.
    – Әй, минең Fәйшәм бер генә hум бирә, – ти теге.
    – Шунан hуң да hин уны «Минең Fәйшәм» тиhеңме? – тип аптырай ирҙәр.
    – О-о, ул бит ҡот осҡос ағыулы ҡара йылан, – тип уфтанған ир

    авторы: Нур | 31 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Сапогты плохой итәhең бит!» Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Ауылыбыҙҙың ике егете мәрйә кәләштәре алып ҡайтты. Ауыл халҡы, быларҙың ҡәйнәләре русса белмәй, нисек hөйләшерҙәр икән, тип аптыраны. Надя килен килгәс тә фермаға hауынсы булып эшкә инде. Ул иртән эштән ҡайтhа, ире hаман да йоҡо hимертә икән. Ҡатын, асыуланып, уны йоҡоhонан уятhа, Бәширә инәй (мәрхүмә инде) килененә: «Он ребенок, пусть спит, а ты – баба, работай», – тигән.
    Fәйшә инәйҙең килене – ҡала ҡыҙы Валя иҙән йыуырға булған. Инәйҙең яңы итеген кейгән дә тимер йыуғыс менән иҙәнен ҡырған. Сөнки иҙән элек буялмаған ине. Инәй ҡарап торған да: «Сапогты плохой итәhең бит!» – тип асыуланған.

    Асия ЙОСОПОВА.
    Күгәрсен районы.

    авторы: Нур | 31 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «КӨЙӨР» ТИП ЮҠҠА КӨЙГӘН Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Был ҡыҙыҡ хәл редакция бүлмәләренең береhендә булды. Матбуғат йортоноң 9-сы ҡатында эшләп йөрөгән сағым. Төрлөбөҙ – төрлө редакциянан. Биш-алты машинистка бер бүлмәлә эшләйбеҙ. Ул заманда компьютерҙар юҡ, шуға материалдарҙы көнө буйы машинкала шаҡ-шоҡ йыя инек. Башҡаларға нисек ишетелгәндер, үҙебеҙҙең тауышҡа үҙебеҙ өйрәнеп тә, күнеп тә бөттөк.

    авторы: Нур | 31 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Педро, Капиту hәм башҡалар Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Беҙҙең быҙау үлде. Рита уны hалҡын аҙбарҙа тыуҙырған да, сығып хәлен белеүсе булмағас, быҙау туңып үлгән. Рита – өсөнсө быҙау килтергән hыйыр ул. Әгәр ҙә «Семейные узы» тигән фильм күрhәтелмәhә, быҙауыбыҙ иҫән булыр ине. Телевизорға ҡарап, сериалдағы Ританың бала тапҡанын көтөп ултырҙыҡ. Ярата инек үҙен, шуға hыйырыбыҙға ла уның исемен ҡуштыҡ. Беҙ ете серия буйы илай-илай Ританың бала тапҡанын көтөп ултырғанда, hыйырыбыҙ иҫтән сыҡҡан. Үлгән быҙау өсөн ысынлап иларға тура килде.
    Был сериалдар беҙҙе бөтөнләй бөлгөнлөккә hалды бит. «Рабыня Изаура»ны хәтерләйhегеҙҙер әле. Быйыл уны ҡарауға 15 йыл тула. Ауыл менән байрам итергә торабыҙ. Шул сериалды ҡарап, күрше Хәлим картуфhыҙ ҡалды. Изаура меҫкенде йәлләп, ҡатыны Хәлимә менән илай-илай телевизор ҡарап ултырғандар ҙа, картуф баҡсаhына сыҡмағандар. Колорадо ҡуңыҙы кино ҡарамай бит ул, меҫкен Хәлим, кино бөткәс, баҡсаhына сығып ҡараhа, гөрләп үҫеп ултырған картуфтың hабаҡтары ғына тороп ҡалған, ти, япраҡтарын теге мәлғүн ҡуңыҙҙар ашап бөтөргән.

    авторы: Нур | 31 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡойроҡ хикмәте Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Эй, ошо томаналыҡ бәләhе, эй-й-й-й. Берәйhенән сала-сарпы имеш-мимеш ишетеп ҡалабыҙ ҙа, йөҙөбөҙгә аҡыллы ҡиәфәт сығарып, тотонабыҙ ҡайҙа етте шунда hөйләп йөрөргә.
    Бөгөн ҡайhы бер хәстрүштәрҙең, әҙәм балаhы маймылдан килеп сыҡҡан, тигән ҡарашҡа ҡаршы килеп маташыуына аптырайым. Эй, дуҫҡайҙарым, ни эшләп буш хәбәр hөйләйhегеҙ, ә, тиhәң, күҙҙәрен дә йоммай, ул саҡта ниңә бөгөнгө маймылдар кешегә әүерелмәй hуң, тип мейене серетәләр. Йә, Хоҙай, шуны ла аңламағас, ул ҡаҙан ҙурлыҡ башты нимә тип йөрөтәләрҙер. Кит инде, кит. Маймылдарҙың кешегә әүерелеү күренеше әле лә дауам итеүен әллә белмәйҙәр, әллә белеп тә баштарын иҫәргә hалалар. Тышҡы торошо менән маймыллыҡтан азат булып, шулай уҡ кеше ҡиәфәтенә инеп бөтмәгән ҡойроҡло әҙәмдәр менән донъя тулған. Ана, ана, hеҙҙең арала ла бар шикелле ундайҙар. Йә, шуны күрмәү өсөн тома hуҡыр булыу кәрәк тә инде.

    авторы: Нур | 31 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Июнь ай башы Яңылыҡтар

    Июнь ай башы
    Байрамдар, иҫтәлекле көндәр

    1 – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө.
    5 – Бөтә донъя тирә-яҡ мөхитте hаҡлау көнө.
    6 – Рәсәйҙә Пушкин көнө.
    8 – Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө.
    – Туҡыу hәм еңел сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре көнө.
    12 – Рәсәй Федерацияhының Дәүләт суверенитеты тураhында декларация ҡабул итеү көнө.
    14 – Башҡортостан Республикаhы матбуғат hәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө.
    – Миграция хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре көнө.

    авторы: Нур | 31 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru