Көн күрмәҫ көндөҙ йоҡлар, кис торор.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Тарих менән киләсәкте бәйләй шәжәрә
  • ӨФӨ ЯНЫНДА ИГЕН ҮҪТЕРЕП, ҠОРТ ҮРСЕТЕП...
  • Наркоманияға – юҡ!
  • Октябрь (Ҡарасай)
  • Йондоҙнамә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Йәй нисек килә, тиһегеҙме? Яңылыҡтар

    Быйыл йәйгеһен Башҡортостанда ҡоролоҡ һәм һыуыҡ буласаҡ, тип фаразлай Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы белгестәре. Июнь-июлдә көтөләсәк был тәбиғәт бүләктәре һауа торошона бәйле, тип иҫәпләй улар.
    Шулай итеп, йәй башында республикабыҙҙа көслө ҡойма ямғырҙар башланасаҡ, күк күкрәүҙәр йышаясаҡ. Тағы ла был осорҙа көслө ел күтәрелеүе мөмкин. Ел ҡотороуы былтыр йөҙләгән халыҡты йорт-ҡаралтыһыҙ ҡалдырған дауылдар кеүек булмаһын инде, тип теләргә генә ҡала.

    авторы: Нур | 1 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Министрлыҡ – янғынға ҡаршы Яңылыҡтар

    Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында республикабыҙҙың агросәнәғәт комплекстарында янғынды булдырмау саралары эшләнде. Уларҙың тормошҡа ашырылыуы тураһында ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре 10 авгусҡа тиклем отчет бирергә тейеш.
    Ауыл хужалығы министрлығы комиссияларға күҙәтеү органдары вәкилдәре ҡатнашлығында иген һаҡланған, ҡабул ителгән һәм эшкәртелгән урындарҙы тикшереп, янғын хәүефhеҙлеге хәленә килтерергә, иген йыйыу техникаhын янғын һүндереү саралары менән тәьмин итергә тәҡдим итә. Малдарҙы йәйгелеккә көтөүгә сығарыуға бәйле, мал фермалары һәм комплекстарында электр утын һүндереп ҡуйыу, электр сымдарының хәүефһеҙлеген тикшереү ҙә талап ителә. Шулай уҡ 1 – 20 июндә янғын хәүефһеҙлеге айлығы үткәреү ҙә ҡаралған.
    Бындай сараларҙың уҙғарылыуы юҡҡа түгел. Былтыр төбәктең агросәнәғәт комплекстарында янғын сығыуҙар йыш күҙәтелгән. Ҡыҙыл әтәс бигерәк тә Өфө, Учалы, Туймазы, Шаран, Йәрмәкәй райондары хужалыҡтарында ҡоторонған. Ут сығыуҙың төп сәбәбе – электр ҡорамалдарының төҙөк булмауы, тейешһеҙ урында тәмәке тартыу, эш ҡорамалдарының техник төҙөкһөҙлөгө.

    А. ИСМӘҒИЛЕВ.

    авторы: Нур | 1 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Яңылыҡтар

    ТӘМӘКЕ
    УРЫНЫНА – БАНАН


    Башҡорт социаль технологиялар институтында «Йәштәр: алкоголизм һәм наркомания проблемалары» тип аталған вуз-ара фәнни-ғәмәли конференция уҙҙы. Унда йыйылған уҡытыусылар һәм студенттар тәмәке менән наркоманияға ҡағылышлы проблемаларҙы барланы. Һөҙөмтәлә, бер уйға килделәр – күңел төшөнкөлөгө менән көрәшеү, дуҫтар табыу өсөн зыянһыҙ нәмәләрҙе лә ҡулланырға була. Мәҫәлән, университет ашханаһында банан ашау күңелде «һә» тигәнсе күтәрергә һәләтле. Әйткәндәй, бер килограмм банандың хаҡы үтә ҡиммәтле булмаған бер ҡап тәмәкенекенә тап килә.

    авторы: Нур | 1 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Исемен алмаштырыуҙан есеме үҙгәрмәй Яңылыҡтар

    Ҡомарлы уйындар ойоштороу, наркотик һәм ҡорал менән сауҙа итеү иң төшөмлө кәсептәрҙән һанала. Был «сауҙа»ла сарыф ителгән һәр бер һум хужаһына йөҙәр генә түгел, меңәр тапҡыр артып әйләнеп ҡайта.
    Бындай шәп килемде бер генә эшҡыуар ҙа ҡулынан ысҡындырырға риза булмаҫын барыһы ла аңлайҙыр.
    Ысынлап та, Башҡортостанда ҡомарлы уйындар бизнесы йыл башынан – 1 ғинуарҙан уҡ туҡтатылыуға ҡарамаҫтан, һаман да нәфсеһен тыя алмағандарҙың кеҫәләрен бушатыусы «һыңар ҡуллы бандиттар» эшләй. Был хаҡта ошондай бер «фирма»ла оператор булып эшләүсе танышым түбәндәгеләрҙе һөйләне.

    авторы: Нур | 1 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Яңылыҡтар

    "Рәсәй һуғышырға уйламай"

    Абхазия менән Грузия сиге тағы ла ҡыҙа.
    Рәсәй Грузия менән һуғышырға йыйынмай, – тип белдерергә мәжбүр булған РФ сит ил эштәре министры Сергей Лавров Люксембургтағы Евротройка осрашыуында.
    Грузия етәкселегенең Абхазия менән Көньяҡ Осетия проблемаларын көс ярҙамында хәл итеү планы менән яныуын раҫлаған материалдар Европалағы партнерҙарға тапшырылған.
    Әле Грузия етәкселеге: Рәсәй тағы бер провокацион аҙым яһаны – Абхазиялағы тыныслыҡ урынлаштырыусы көстәрен арттырҙы! – тип саң ҡаға.
    Михаил Саакашвили донъя йәмәғәтселеген һәм халыҡ-ара ойошмаларҙы Рәсәйҙең Грузияға ҡаршы хәрби агрессияһын туҡтатыу сараларын күреүҙе үтенеп мөрәжәғәт иткән.

    авторы: Нур | 1 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Башҡортостан

    Яңы ҡоролма

    Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов Өфө районының «Алексеевка» совхозында газ турбиналы энергоҡоролманы эшкә ҡушыуҙа ҡатнашты һәм йәшелсә-емеш культураларын үҫтереүҙең яңы технологияларын индереү буйынса ауыл хужалығы предприятиеларының тәжрибәһе менән танышты.
    «Алексеевка» совхозында эшкә ҡушылған, ҡеүәте 10 МВт тәшкил иткән газ турбиналы энергоҡоролма, белгестәр әйтеүенсә, совхозды арзан электр энергияһы менән тәьмин итәсәк. Был – ауыл өсөн эшләнгән Рәсәйҙәге тәүге энергоҡоролма.

    авторы: Нур | 1 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡәҙерле ватандаштар! Яңылыҡтар

    Ихлас күңелдән һеҙҙе яҡты Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы – Беренсе Май менән ҡотлайым!
    Республикабыҙҙың иҡтисад, социаль һәм мәҙәни-рухи өлкәләрҙәге бөтөн пландары һәм ҙур ҡаҙаныштары, халыҡтың йәшәү кимәленең һәм сифатының йылдам үҫеше тырыш хеҙмәткә бәйле. Беҙҙең уңыштар төҙөүселәр, иген үҫтереүселәр, малсылар, уҡытыусылар, табиптар, инженерҙар, эшселәр, ижади интеллигенция һәм идарасылар, предприятие, учреждение һәм ойошмалар коллективтарының көн дә башҡарылған көсөргәнешле эшенән туплана.
    Күп милләтле халыҡтың эшһөйәрлеге, таланты һәм энергияһы Башҡортостанды социаль прогресс юлы буйлап ышаныслы алып бара. Торлаҡ йорттар, мәктәп, дауахана, шифаханалар, мәҙәниәт һарайҙары, социаль хеҙмәтләндереү учреждениелары, физик культура һәм спорт объекттары, юлдар һәм күперҙәр, газ селтәрҙәре һәм телекоммуникациялар төҙөлә – һәр бер көн ниндәйҙер мөһим яңылыҡ килтерә.
    Йылдан-йыл ҡалалар һәм ауылдарыбыҙ яҡшы яҡҡа нығыраҡ үҙгәрә, республикабыҙ күркәмләнә. Уны юҡҡа ғына Рәсәй Федерацияһының ынйыһы тип йөрөтмәйҙәр. Алдынғы төбәктәрҙең береһе булараҡ, Башҡортостан илдең күп яҡлы үҫешенә, донъяла уның позицияларын нығытыуға лайыҡлы өлөш индерә.
    Беҙҙә яҡшы йола барлыҡҡа килде – хеҙмәт, эш кешеһен, новаторҙарҙы, производство алдынғыларын, хеҙмәт ғаиләләре һәм династияларын данлау, ололау. Улар киләсәктә лә иғтибарыбыҙ үҙәгендә буласаҡ. Республикала яҡшы социаль партнерлыҡ, дәүләт власы органдары, профсоюздар һәм эш биреүселәрҙең үҙ-ара килешеп эшләүе яйға һалынған, һөҙөмтәле хеҙмәт эшмәкәрлеге, законлы хоҡуҡтарҙы һәм хеҙмәтсәндәр, ветерандар һәм инвалидтар, йәштәр мәнфәғәттәрен яҡлау өсөн шарттар булдырыла.
    Республикала йәшәүсе бар кешеләр, көстәрен берләштереп, ижади ынтылыш, юғары әүҙемлек һәм гражданлыҡ яуаплылығын күрһәтһә, иҡтисадтың артабанғы инновацион үҫешен һәм дәғүәселеккә һәләтен, йәмғиәттең йәшәү кимәле артыуын, Рәсәйҙең ҙур индустриаль, мәҙәни үҙәге булараҡ, Башҡортостандың позицияларын нығытыуҙы тәьмин итербеҙ, тип ышанам.
    Ошо яҙғы байрамда һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, яҡшы кәйеф, бар изге эшегеҙҙә уңыштар теләйем! Ғаиләгеҙгә ырыҫ-бәрәкәт, бәхет насип булһын!
    Байрам менән, ҡәҙерле дуҫтар!

    Башҡортостан Республикаһы Президенты М. РӘХИМОВ.

    авторы: Нур | 1 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru