Башыңа төшһә, башмаҡсы булырһың!

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Рәхмәтле hәм мәрхәмәтле Аллаh исеме менән
  • «Башҡортостан» алдынғы булырға бурыслы
  • Хужабикә
  • Харамдан тыйыла беләбеҙме?
  • Йондоҙнамә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Тартырғамы, тартмаҫҡамы – һәр кемдең үҙенән тора Яңылыҡтар » Иғтибар

    Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы 1988 йылдан алып йыл һайын Бөтә донъя тәмәке тартыуға ҡаршы көрәш көнөн билдәләй. Тәмәкенең кеше һаулығына егерме биш төрлө сир менән янауы фәнни тикшеренеүҙәр аша иҫбатланған да инде. Улар рәтендә йөрәк-ҡан тамырҙары, үпкә һәм онкологик сирҙәрҙең булыуы – бигерәк тә ҡурҡыныс күренеш.
    Тәмәке тартыуҙың кеше организмына зыянлы булыуы хаҡында барыһы ла киң мәғлүмәт саралары аша уҡып та, күреп тә белә. Әммә, шуға ҡарамаҫтан, донъяла тартыусылар һаны бер ҙә кәмемәй, ә, киреһенсә, йылдан-йыл арта ғына. Күптәрҙең берәй ташлармын әле йәки теләһәм, ташлай алам тип үҙ-үҙен алдап йәшәүе бер ниндәй ҙә ыңғай һөҙөмтәгә килтермәй.

    авторы: Нур | 31 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Истанбулда башҡорт һабантуйы үтте Яңылыҡтар

    Башҡортостан Республикаһы делегацияһы кисә Төркиәнең баш ҡалаһы Истанбулда үткән башҡорт һабантуйында ҡатнашты.
    Халҡыбыҙҙың яҙғы сәсеү эштәренең тамамланыуы уңайынан уҙғарылған милли байрамы Истанбулда өсөнсө тапҡыр үтә. Һабан байрамы быйыл да боронғо Константинополь үҙәгендә – Мехмет Акиф Эрсой паркында бөтә донъяға билдәле Изге София ҡорамы һәм Зәңгәр мәсет эргәһендә үткәрелде.

    авторы: Нур | 31 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көлкөлиум Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Бер журнал иң яҡшы әҫәргә конкурс иғлан иткән. Темаhы – «Минең иртәм». Иң мөhим шарты – әҫәр бик ҡыҫҡа булырға тейеш. Беренсе урынды йәш ир алған. Ул: «Мин бик иртә уянам, иртәнге ашты ашайым да өйгә ҡайтып китәм», – тип яҙған.

    авторы: Нур | 29 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Республикала – Оберхаузен ҡунаҡтары Яңылыҡтар

    Ошо көндәрҙә Башҡортостанға Германияның Оберхаузен ҡалаһынан йәштәрҙең социаль эш өлкәһе белгестәре килде. Делегация составында балалар һәм үҫмерҙәр менән эшләүсе уҡытыусылар, социаль хеҙмәткәрҙәр бар ине.
    БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетында уҙған "түңәрәк өҫтәл"дә сит ил вәкилдәре республика балалар һәм йәштәр йәмәғәт ойошмалары активистары менән осрашты.

    авторы: Нур | 28 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    КҮҘ – МЕЙЕНЕҢ ТЫШҠЫ ЯҠҠА СЫҒАРЫЛҒАН ӨЛӨШӨ ---

    Бөгөн Өфөлә "Күҙҙең алғы һәм артҡы сегменттары ауырыуҙарын дауалауҙың заманса технологиялары" тип аталған халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция башлана. Шулай уҡ сарала күҙ яҫмығының ҡатламланыуы буйынса 61-се тапҡыр халыҡ-ара Тюбинг курстары ла үтәсәк. Фәнни-ғәмәли конференция 31 майға тиклем дауам итә. Сарала ҡатнашыу өсөн Рәсәй һәм сит илдәрҙән офтальмология үҙәктәре белгестәре киләсәк.

    авторы: Нур | 28 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Яңылыҡтар

    Самолет төҙөк булмағанмы?

    Силәбелә «Московия» авиакомпанияhының АН-12 самолеты hәләкәткә осраған.
    Һауа лайнерындағы экипаж ағзаларының туғыҙы hәләк булған. Әле ҡорбандарҙың мәйеттәрен таныу бара. Силәбе аэропортының hауа хәрәкәте идаралығы киске сәғәт 6-ла кабинала төтөн сығыуы, ултырыуға рөхсәт hорау тураhында хәбәр ала. Күп тә үтмәй, самолет радиолокатор экрандарынан юғала. Ул аэропорттан 10 саҡрым алыҫлыҡта ҡолай. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, был hауа транспорты аҡса ташыған булған.

    авторы: Нур | 28 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бына улар – илдең киләсәге! Мәғәриф

    Башҡортостанда уҡыусы студенттар араһында фәнни эштәргә конкурс быйыл ун өсөнсө тапҡыр үткәрелде.
    Юғары уҡыу йорттарында белем алыусылар унда йылдан-йыл әүҙемерәк ҡатнаша. Ни тиһәң дә, фәнни эш менән шөғөлләнеү хәҙерге көндә еңел булмаһа ла, фәһемле һәм мөһим йүнәлеш hанала. БР юғары уҡыу йорттары араһында республика фәнни эштәр конкурсын Мәғариф министрлығы, Башҡортостандың демократик йәштәре союзы, БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты, БР Фәндәр академияһы ойошторған. Яңыраҡ еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаhы булды.

    авторы: Нур | 28 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бейеүсенең рухы Мәҙәниәт

    Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында мәшһүр балет бейеүсеһе Рудольф Нуреевтың тыуыуына 70 йыл тулыуға арналған XIV Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале башланды.
    Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов ошо уңай менән унда ҡатнашыусыларға һәм ҡунаҡтарға ҡотлау телеграммаһы ебәрҙе. Республика башлығының ҡотлауында: «Ҡәҙерле дуҫтар! Рудольф Нуреев исемендәге XIV Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивалендә ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы Башҡортостан һәм бөтә Рәсәйҙең мәҙәни тормошондағы иҫтәлекле ваҡиға менән ихлас тәбрикләйем!

    авторы: Нур | 28 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru