Етешкән - ете елән кейгән.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Баш ҡалала Еңеү эстафетаһы гөрләне
  • Белем – хазина, уға асҡыс – хеҙмәт
  • Йылға башы – шишмәнән, эскелек – бер шешәнән
  • Ураҙа байрамы менән!
  • Ниндәй автобустарҙа йөрөйбеҙ?!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Янылыктар Башҡортостан

    ТӨРКСОЙ-ҙың сираттағы ултырышы

    Төркиәнең Анкара ҡалаһында ТӨРКСОЙ Даими советының XXIV ултырышы үтте.
    Унда республикабыҙҙан БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев, уның урынбаҫары Ольга Ижбулдина һәм БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығының ТӨРКСОЙ-ҙағы вәкиле Әхәт Сәлихов ҡатнашты.

    авторы: Нур | 28 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хәҙер Өфөгә бармаhаң да була Башҡортостан » Милли проекттар

    Хәҙер Өфөгә бармаhаң да була
    Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаhы ғына түгел, бөтә Урал аръяғы халҡы өсөн дә шатлыҡлы ваҡиға булды. 24 майҙа Сибай үҙәк ҡала дауаханаhының яңы корпусы сафҡа индерелде.
    Башҡортостан Республикаhы Президенты Мортаза Fөбәйҙулла улы Рәхимов Урал аръяғы райондары буйлап эш сәфәре барышында яңы дауахананы асыу тантанаhында ҡатнашып, сибайҙарҙы күптән көтөп алынған ҡыуаныслы ваҡиға менән ҡотланы.

    авторы: Нур | 28 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Йәшлек»-фараз» конкурсында ҡатнашығыҙ! Яңылыҡтар » Иғтибар

    Ҡәҙерле дуҫтар, гәзитебеҙҙе
    яҙҙырып уҡып барыусылар!


    «Йәшлек» гәзите редакцияhы 2008 йылдың икенсе яртыhына подписка барған мәлдә, hеҙҙең үтенескә ҡолаҡ hалып, тағы ла «Йәшлек»-фараз» конкурсы үткәрергә ниәтләне. Иҫләйhегеҙҙер әле, үткән йыл был бәйгелә еңеүселәр электр сепараторы, бер тоҡ шәкәр, ике кубометр таҡта, биш центнер иген, бер пар ҡаҙ hәм башҡа үҙенсәлекле бүләктәрҙең эйәләре булғайны. Быйыл иhә, тағы ла hеҙҙең теләктәрҙе иҫәпкә алып, еңеүселәргә бүләктәрҙе аҡсалата бирергә булдыҡ.
    «Йәшлек» - фараз» конкурсының шарттары ябай ғына.

    авторы: Нур | 28 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йондоҙнамә Яңылыҡтар » Иғтибар

    Ылаҡ (22.12 – 20.01)
    Аҙна башы бик өмөтлө булыр hымаҡ. Шулай ҙа был арала яңы ҙур эштәрҙе башларға кәңәш ителмәй. Күптән таныш булған эштәр генә яҡшы барыр. Үҙ мөмкинлектәрегеҙҙе дөрөҫ баhалауығыҙ мөhим.

    авторы: Нур | 28 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Дайджест Яңылыҡтар

    Бәхет аҡсаламы?

    Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен тикшереү үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы 10 йыл эсендә үҙҙәрен бәхетле тип һанаған рәсәйҙәр һаны 60-тан 77 процентҡа артҡан.
    Ошо уҡ осорҙо алғанда, бәхетһеҙҙәр һаны, 1998 йылға ҡарағанда, 25-тән 15 процентҡа кәмегән. Һорау алыуҙа Рәсәйҙең төрлө төбәгенән 1600 кеше ҡатнашҡан.
    Бәхеттәренең сәбәбен күптәр ғаиләләренең именлегенә бәйләй – яуап биреүселәрҙең 18 проценты. Балалар һәм ейәндәр халыҡтың 11 процентын бәхетле иткән. Үҙҙәренең бәхетле булыуын башҡалар ҡыҙыҡлы эше йәки вузда уҡыуы (6 процент), үҙенең һәм туғандарының сәләмәт булыуы (5 процент), мөхәббәт (5 процент) менән аңлатҡан. Кемдер тормошоноң билдәләнгән план буйынса барыуына ҡәнәғәт, икенсе берәү яҡты донъяға тыуғанына ҡыуана, өсөнсөһө күңелһеҙләнергә сәбәп юҡлығынан бәхетле. Күптәрҙең фекеренсә, матди етешлек кенә бәхет килтермәй, әммә аҡсаһыҙлыҡ күпселек Рәсәй кешеhенең бәхетһеҙлек сәбәбе булып ҡала (13 процент).

    авторы: Нур | 28 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ә әсәйҙе ҡайҙан алырға?.. Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Әсе ыжғыр елле февраль айының иртә бер таңында, йөрәктәрҙе тетрәндереп, өйҙән-өйгә ҡайғылы хәбәр таралды: Светлана бәпәй тапҡанда үлгән, малайы иҫән, үҙен ҡотҡара алмағандар...
    Бәпәй көткән өйҙө, ауылыбыҙҙы ҡайғы, ҡара болоттай, үҙ хөкөмөнә буйhондорҙо. Күҙҙәрҙе йәш ҡапланы, йөрәктәрҙе әсенеү өҙгөләне. Туғандары, йәше-ҡарты – бөтә ауыл иңрәп иланы, хатта ваҡыт та бер мәлгә туҡтағандай тойолдо...
    Фәниә апай менән Рәйес ағайҙың ғаиләhендә тәүге бала булып донъяға килгән, Дим hыуында ҡойоноп үҫкән Светлана ҡасандыр үҙе уҡып сыҡҡан мәктәптә, беренсе уҡытыусылары менән йәнәш баҫып, башланғыс синыф уҡыусыларын уҡытты, ә инде Ризаттың алтын ҡулдары техниканы яуланы. Ниндәй генә эшкә тотонhалар ҙа, улар донъя йөгөн гел бергә тартты. Етеш, мул тормош шулай үҙ ағышы менән барҙы.

    авторы: Нур | 28 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тирмәле ғаилә Мәҙәниәт

    – Иңгә-иң терәшеп матур йәшәүегеҙҙең сере нимәлә?
    – Бер-береңде ихтирам итеп йәшәүҙәлер. Тағы киң күңелле, дәртле булыуҙалыр. Уйлап ҡараhаң, күп тә кеүек, ә бер уйлаhаң, күп тә кәрәкмәй.
    Тирмәле ғаилә
    – Тормош иптәшегеҙ Велур ағай менән икегеҙ – ике райондан: hеҙ Белореттан, ул – Баймаҡтан. Нисек таныштығыҙ?
    – Үҙемдең эш стажымды тыуған ауылым Ҡаhарманда hыйыр hауыуҙан башланым. Йәшлек дәртем мине Өфөгә әйҙәне. Юҡҡа ғына баш ҡала үҙенә тартмаған икән. Килеп эшкә урынлашҡас, тормош иптәшем Велурҙы осраттым.

    авторы: Нур | 28 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Әүлиә шишмәһе Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Әүлиә шишмәһе
    Әүлиә шишмәһе – был атама учалыларҙың һәр береһе өсөн бала саҡтан тиерлек таныш. Сер уратып алған тәбиғәт мөғжизәһе Әүеш тауы итәгенән бөҙрә сәсле ҡайындар наҙлы йәшел төҫкә сорналғанда, бөтә тирә-яҡ тәмле япраҡ, үлән еҫенә төрөнгәндә ер өҫтөнә бәреп сыға. Ни бары ике ай – апрель аҙағынан июнь урталарына тиклем генә – дауам итә шишмәнең ер өҫтө тормошо. Һуңынан көмөш сың тына – ул тағы киләһе яҙға тиклем кеше күҙенән йәшеренә. Әммә ошо ике ай эсендә шишмәгә тере сират хасил була, күрше ауылдарҙан ғына түгел, хатта сит илдәрҙән килеп һыуын алалар. Аҡһыл төҫтәге йомшаҡ һыу йыл буйына боҙолмай һаҡлана, әллә күпме ауырыуҙан дауалай, тиҙәр, һәм кешеләр, мөғжизә көтөп, сирҙәренән дауа эҙләп, яҙҙарҙы көтөп ала алмай...

    авторы: Нур | 28 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru