Бөгөнгө эшенде иртәгәгә ҡалдырма.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • «Йәшел ҡалҡан»ға һаҡсыл мөнәсәбәт булырға тейеш»
  • Хужабикәгә кәңәш
  • Беҙ Молдавияла ла булырға тейешбеҙ
  • Әҙер көйгә түләп бейегән билет хаҡы ҡайҙа китә?
  • Оҙаҡламай электромобилдә йөрөрбөҙ әле...
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Нәре йәки Атайым тыуған яҡта Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Нәре йәки Атайым тыуған яҡта
    Был яҡтарға тәүләп юлланыуым бишенсе класты тамамлаған йәйҙә булды. Йомшаҡ урман бесәнен сабырға эшкиндең инде, – тип һалпы яғыма һалам ҡыҫтырып ебәреп, атайым беҙҙең алыҫ бесәнлектәребеҙгә мине лә эйәртте. Ағайҙар, ғәҙәттәгесә, велосипедтарына атланды, апайым бейек итеп айлыҡ кәрәк-яраҡ тейәлгән арба өҫтөнә менеп ҡунаҡланы. Ә мине иртә яҙҙа тәрән ҡар ярҙырып үҙебеҙ менгегә өйрәткән тайға атландырҙылар. Ҡыуаһы йә тыяһы юҡ инде уны, арба артынан үҙ яйы менән юртып тик бара. Тик бына эйәре юҡ, үндек кенә һалып бәйләнгәнлектән, ултырыуы яйһыҙ.

    авторы: Нур | 28 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҙур спорт тирәләй Яңылыҡтар » Спорт

    «Эш эшләнде, китhәк тә була»

    «Салауат Юлаев» командаhының хоккей буйынса Рәсәй чемпионы титулын яулауына ике ай ҙа үтмәне, составында үҙгәрештәр әле үк тойола башланы. Миҙгел уртаhында Чехияның ҡапҡа hаҡсыhы Милан Гниличка менән ярты йылға контракт төҙөлөп, файҙаhыҙ килешеү юҡҡа сығарылды. Шулай уҡ Чехиянан Михал Микеска, юлаевсылар составында ике йыл уҙғарғандан hуң, тыуған яғына ҡайтмаҡсы булған. Ә бына Радек Филипп Өфө ҡалаhын Екатеринбургҡа алмаштырмаҡсы. Өфө көйәрмәндәрен инде нисәмә йыл буйы ҡыуандырған hөжүмсе Игорь Волков киләhе миҙгелдән Омскиҙың «Авангард» клубы өсөн сығыш яhаясаҡ. Юлаевсыларҙың ветераны Николай Заварухин иhә Магнитогорскиҙың «Металлург»ына ярҙам итмәксе. Константин Кольцов та тыуған Белоруссияhына юлланды. Александр Бойков Түбәнге Новгородтың «Торпедо» командаhы менән килешеү төҙөгән. Улар урынына килеүселәр әлегә икәү. «Аҡ барс» клубының иң көслө тәүге звеноhы тарҡалырға тора. Уларҙың береhе – Сергей Зиновьев «Салауат Юлаев» командаhында карьераhын дауам итмәксе. Чехияның «Либерец» командаhы уйынсыhы Леош Чермак үҙен Өфөлә hынап ҡарарға йыйына.

    авторы: Нур | 28 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Күңел күҙе Әҙәбиәт » Хикәйә

    Танышыуға нисә көн үткән булғандыр, Гайлиттың туҡтауhыҙ лыбырлауынан эсе бошоп киткән Булат, башҡортсалап:
    – Һин әйтмәнеңме ни, Зөhрә, белмәйме ни был ҡолға исемеңде? – тип ҡысҡырып hораны. Эргәнән килгән Гайлиттың ҡолағы «ҡарп» итеп ҡалды, күрәhең. Ул:
    – Йә, әйт әле, Булат-ка, әле кем тинең? Ниндәй телдә әйттең?
    – Ҡара-ҡара, тел менән дә ҡыҙыҡhына башлаған бит был. Зөhрә, әллә hинең сирең йоҡтомо икән быға?
    Булат hаман, тегеңә русса яуап бирмәйенсә, үҙ алдына hөйләнеп тик килә. Шунан әйтеп бирҙе:
    – Зөhрә уның исеме, дорогой, Зөhрә. Әйтеп ҡара әле, белерhеңме? Таң йондоҙо ул! Иң матур, иң сағыу йондоҙ ул!
    Гайлиттың кәйефе төштө. Һиҙҙермәҫкә тырышыптыр, өндәшмәне.

    авторы: Нур | 28 мая 2008 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Ҡырмыҫҡаларҙан нисек ҡотолорға? Яңылыҡтар

    Ағастар hәм ҡыуаҡлыҡтарҙағы ҡырмыҫҡаларҙы бөтөрөү өсөн йыш ҡына уларҙы япраҡ беттәренән таҙартыу ҙа етә. Сөнки япраҡ бете ҡырмыҫҡаларҙы татлы һуты менән йәлеп итә. Әгәр был ысул ярҙам итмәһә, ағастың олонон карбол иретмәһенә мансылған мамыҡ йәки йөн туҡыма менән урап ҡуйырға була. Шулай уҡ етен майы hалып буталған күмер ҙә – ҡырмыҫҡаларҙың ҡан дошманы. Уларҙы йыйып алыу өсөн ағастың ботаҡтарына шәкәрле һыу һалынған шешәләр элеп сығырға мөмкин. Шешәнең ауыҙына ла шәкәрле һыу hөртөргә кәрәк. Ҡырмыҫҡалар ағастың йәш тамырсаҡтарын баҫып алһа, бигерәк тә ҡурҡыныс. Бындай осраҡта хлорлы эзбиз ярҙам итәсәк. Уны бөжәктәрҙең ояһына һибеп, өҫтөнә һыу ҡойорға кәңәш ителә.

    авторы: Нур | 28 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тәмле Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    «Ғаилә» бәлеше

    Бәлештең ҡамырын ауыл ерендә май айраны hалып баҫырға кәрәк, әгәр булмаhа, яңы ҡатыҡ та бара.
    2 йомортҡа, ярты стакан ҡаймаҡ, тоҙ, сода hалып, йомшаҡ ҡына ҡамыр әҙерләйбеҙ.
    Эслек: картуф, кишер, hуғанға 2 кубик «Галина Бланка» hалып болғатаhың (эслекте тауыҡ, өйрәк ите менән картуфтан да әҙерләргә була). Мейестә йәки духовкала бешереп алаhың.

    авторы: Нур | 28 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Башҡортостан

    Байрамығыҙ менән!

    Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов Рәсәй эшҡыуарлыҡ көнө уңайынан республика эшҡыуарҙарын профессиональ байрамдары менән ҡотланы.
    «Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешендә бәләкәй һәм урта бизнес мөһим роль уйнай. Ирекле һәм социаль яуаплы эшҡыуарлыҡты үҫтереү – дәүләт сәйәсәтенең стратегик бурысы», – тиелә ҡотлауҙа.

    авторы: Нур | 27 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ЙӘЙ ЕТТЕ, ЙӘЙ! ---

    Ошо көндәрҙә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының коллегия ултырышы үтте. Унда республиканың бик күп ойошма вәкилдәре ҡатнашты, үҙ тәжрибәләренә таянып, йәштәр һәм үҫмерҙәрҙең йәйге ялын ойоштороу, һаулығын нығытыуҙың юлдары хаҡында һөйләне, кәңәшләште.

    авторы: Нур | 27 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Яңылыҡтар

    Киев мэр hайлай

    Киевта мэр hайлауҙары үтте.
    Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса Леонид Черновецкий hайлаусыларҙың иң күп тауышын йыйған. Икенсе урында – Юлия Тимошенко блогы (БЮТ) вәкиле Александр Тюрчинов, өсөнсөлә – бокссы Виталий Кличко. Һайлау исемлегендә 70 фамилия булған. Был кампания Украина Премьер-министры Юлия Тимошенконың тәҡдиме менән үтә. Ул, ғәмәлдәге мэрҙы коррупцияла ғәйепләп, ҡала башлығын ҡабаттан hайлау тәҡдиме менән сыҡҡайны.

    авторы: Нур | 27 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru