Йүнһеҙҙе эшкә ҡуш, артынан үҙең төш.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Һөйҙөргән дә, көйҙөргән дә...
  • Ҡасан башҡорт йәнһүрәте булыр?
  • Май
  • Ҡыҙыҡлы яҙмыштар журналы
  • Йондоҙнамә 5-12 июль
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Тәҡдир һәм яҙмыш ---

    Тәҡдир (Ҡәдәр): Аллаһы Тәғәлә булған һәм буласаҡ нәмәләрҙең ваҡытын хәл, урынын, һәм һәр ваҡиғаның киләсәктә буласаҡ урынын билдәләгән. Тәҡдир Аллаhы Тәғәләнең (Әл-Fилем) сифатынан – «Ул бөтә нәмәне белә, нимә булған hәм буласаҡ».
    Яҙмыш (Ҡәдә): бөтә нәмә лә Аллаhы Тәғәләнең ихтыяры буйынса була, hәр ваҡиға үҙ ваҡытында, айырым шарттарҙа hәм билдәләнгән урында. Бөтә нәмәне Аллаhы Тәғәлә билдәләй hәм бөтә буласаҡ эштәрҙе тормошҡа ашыра. Кеше үҙенә яҙылған яҙмышты Аллаhы Тәғәлә тарафынан бирелгән ихтыяры буйынса hайлай ғына. Әгәр ҙә, тәҡдирҙе киләсәктең планы, ә яҙмышты – шул планға ярашлы тормошҡа ашырылған ваҡиғалар, тип күҙ алдына килтерhәк, Ҡәдәр менән Ҡәдәнең бәйләнешен аңларға мөмкин.

    авторы: Нур | 27 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ислам беҙҙе изгелеккә илтә ---

    Беҙҙең тормошобоҙ шулай ҡоролған: кеше hәр ваҡыт нимәгәлер инана, нимәгәлер таянып йәшәй. Был ышаныуҙар борон-борондан кешенең аңына hалынған. Бәғзеләр, бөтә көстәрҙе инҡар итеп, бары тик үҙенә генә, бөгөнгө көнгә генә ышанып йәшәй, ә кемдәрҙер Хоҙайға табына, бөтә ҡылған эштәрен Алла рәхмәтенә тип башҡара, мәңгелек донъяла ожмахҡа эләгер өсөн был донъяла гонаhhыҙ, изге тормош алып бара.

    авторы: Нур | 27 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Китап – белем шишмәhе Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Республикабыҙҙа китап уҡыусылар hаны йылдан-йыл арта бара.
    Миңә, ветеран-журналист булараҡ, күршеләге Миәкә үҙәк район китапханаhында йыш ҡына булып, ундағы хеҙмәткәрҙәр менән аралашырға, китап уҡыусылар менән hөйләшергә тура килә. Районда ауыл китапханалары, бигерәк тә «Миәкә» совхозының үҙәге Садовый ҡасабаhы китапханаhы hуңғы йылдарҙа уңышлы эшләй.
    – Беҙҙең китапхана, – тине уның мөдире Елена Александровна Ситникова, – Туймазы ҡалаhында зона китапханасылары араhында үткәрелгән конкурста ун бер район араhында беренсе урынды алды. Был уңышҡа ҙур әүҙемлек, тырышлыҡ менән өлгәштек.

    авторы: Нур | 27 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Күңел күҙе Әҙәбиәт » Хикәйә

    Етмеш hигеҙенсе яҙын ҡаршылаусы өләсәhе аяҡтан йығылды. Инсульт булған, тинеләр. «Ашығыс ярҙам» машинаhы, hис ҡабаланмай, сәғәт ярым тигәндә саҡ килеп етте. Әсәhе төнгө сменала эштә. Төндә трамвай ҙа йөрөмәй. Өләсәhе Зөhрәнең күҙ алдында йығылды ла, тора алманы ла ҡуйҙы. Иртән әсәhе эштән ҡайтҡанда, өләсәhе, бер нөктәгә төбәлеп, hөйләшә алмай ята ине. Укол-дарыуҙар ҙа алдылар, билдәле табиптарға ла мөрәжәғәт итеп ҡаранылар, әммә уның хәле үҙгәрмәне.
    Ҙур көсөргәнешлек менән сығарылыш имтихандарын тапшырған Зөhрә, яҙмышында ҡырҡа боролош яhап, үҙе йәшәгән ҡалалағы медицина училищеhына уҡырға инде. Өләсәhен ташлап, алыҫҡа, Өфөгә, китә алмай ине. Әсәhе менән икәүләп уны алмаш-тилмәш ҡаранылар. Шәп сағында үҙе ярҙам ҡулы hуҙып, hауығырға булышҡан кешеләр ҙә, күршеләр ҙә хәлен белешеп торҙо. Һөйләшеп-килешеп, сиратлап янында торҙолар. Өләсәhе, ҡәҙерлеhе, ана шулай, аңлайышлы итеп hөйләшә лә, моңло итеп hуҙып йырлай ҙа алмай, бер йылға яҡын түшәктә ятты ла, яҡты донъя менән мәңгелеккә хушлашып, күҙҙәрен йомдо. Ашаған аштың – тәме, өйҙөң ҡото китте. Йәнде, hәр саҡ илағы килеп торған кеүек, күңел бошонҡолоғо баҫты. Әсәhенең, ғүмер уртаhына етеп барhа ла, бирешмәгән, шып-шыма матур битендә мәңге юйылмаҫлыҡ йыйырсыҡтар күренде.

    авторы: Нур | 27 мая 2008 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Әлиә ХӘЙРЕТДИНОВА: «Тормошто яратам!» Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле

    Әлиә ХӘЙРЕТДИНОВА: «Тормошто яратам!»
    Мин Бишбүләк районы Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылында тыуып үҫтем. Әлеге ваҡытта тыуған ауылым мәктәбенең XI синыфын тик «бишле» билдәләренә генә тамамлайым. Былтыр музыка мәктәбен бөтөп, ҡыҙыл таныҡлыҡ алдым. Бейергә, йырларға яратам. Мәҙәниәт йортоноң йыр-бейеү түңәрәктәренә йөрөйөм. Был йәhәттән төрлө сараларҙа ҡатнашып, призлы урындар яулап киләм. Мәктәп тормошонда ла әүҙем ҡатнашам. Олимпиадаларҙа, ғилми эштәрҙә көсөмдө hынайым. Тормошто яратам һәм үҙемдең яҡындарымдың бәхетле булыуҙарын теләйем.

    авторы: Нур | 27 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көлкөлиум Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Берәү отпускыға сыға. Уға отпуск аҡсаhын бер hумлыҡтар менән бирәләр, улар бик күп була. Ир өйөнә ҡайтып аҡсаларҙы теҙеп hала, хәҙер ҡатын ҡайтhа, уны аптыратайым әле, ти. Шул саҡ ишек шаҡыйҙар, асhа, күршеhе баҫып тора. Йомош менән ингән, сүкеш биреп тор әле, ти, ә үҙе иҫе китеп, теге аҡсаларға ҡарай ҙа:
    – Һин нимә менән шөғөлләнәhең унда? – тип hорай.
    – Әй, бына төнө буйы аҡса hуҡтым да, әле киптерергә ҡуйҙым, – тип шаярта был. Күршеhе сығып китә. Күп тә тормай, милиция килеп етә hәм:
    – Тиҙ генә әйт, аҡса hуға торған машинаңды ҡайҙа иттең? – тип, ирҙең кәрәген бирәләр. Ул да бирешмәй:
    – Күршемә биреп торҙом, әле ул аҡса hуға, – ти. Тегеләр күршеhенә йүгерә. Бөтә ерҙең аҫтын-өҫкә килтерәләр, үҙенә лә өлөш эләгә, көмөшкә аппараты табалар hәм иргә бик ҙур суммала штраф hалалар.

    авторы: Нур | 27 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Еңеү уларҙы урап үтмәҫ, моғайын Яңылыҡтар

    Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһында мәктәп уҡыусылары араһында «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү буйынса етенсе конкурс уҙҙы. Ҡала мәктәптәренең башҡорт теле уҡытыусылары һәм уҡыусылары был сараға бик ҡыҙыу һәм көсөргәнешле әҙерләнде. Уҙған йылдарҙан айырмалы, быйылғы бәйгелә традицион визитка һәм викторина менән бер рәттән, эпостан берәй күренеште сәхнәләштереү ҙә шарт итеп ҡуйылған. Шуға күрә конкурста бер уҡыусы ғына түгел, бәлки бөтә мәктәп тә ҡатнаша ала.

    авторы: Нур | 26 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Башҡортостан

    Хеҙмәт алдынғылары наградланды

    БР Президенты Мортаза Рәхимов Республика йортонда 75 хеҙмәт алдынғыһына юғары наградалар тапшырҙы.
    Республикабыҙҙың социаль-иҡтисади үҫешенә ҙур өлөш индереүселәр – уҡытыусылар, табиптар, артистар, инженерҙар, төҙөүселәр һәм башҡа бик күп һөнәр эйәhенең хеҙмәте баһаланды.

    авторы: Нур | 24 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru