Башланған эштең бөткәне яҡшы.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Кем аҡыллыраҡ
  • Атай менән арҡалы беҙ
  • Бер стакан еләк – 60 һум
  • ЛУНТИК, КЕШЕ-ҮРМӘКСЕ, ТОМ ҺӘМ ДЖЕРРИ ХАҠЫНДА
  • Йондоҙнамә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Милләттәрҙе ҡыҫыу мәктәптәрҙән башланамы? Сәйәсәт

    Өфөлә Салауат Юлаев hәйкәле эргәhендә «Белем биреүҙәге дәүләт стандарты төшөнсәhенә hәм структураhына ҡағылышлы РФ-ның айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураhында» 309-сы Федераль законды ҡабул итеүгә протест белдереп, пикет ойошторолдо. Ойоштороусылар – халыҡ мәғарифына булышлыҡ итеүсе «Аҡтамыр» башҡорт үҙәге» йәмәғәт ойошмаhы hәм «Күк бүре» башҡорт йәмәғәт хәрәкәте.

    авторы: Нур | 24 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Яңылыҡтар

    Еңеүсеhе кем булыр?

    «Евровидение – 2008» музыкаль конкурсының икенсе ярымфиналы тамамланды.
    Тамашасыларҙың тауыш биреү hөҙөмтәләре буйынса hуңғы 10 ҡатнашыусы hайлап алынған. Иртәгә башланасаҡ мәртәбәле конкурста 43 дәүләттең популяр йырсылары ҡатнаша. Улар араһында Рәсәйҙә танылыу яулаған йырсылар – Грузиянан Диана Гурцкая, Дима Билан бар.
    Донъялағы был популяр телевизион шоу 1956 йылдан алып йыл һайын үткәрелә. Быйыл бәйге Сербияла Балҡандағы 20000 тамашасыны һыйҙырған Белград аренаһында үтәсәк.

    авторы: Нур | 24 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Талап ҡаты буласаҡ Мәғәриф

    Башҡортостандың мәғариф системаhында төбәк компоненты hаҡланасаҡ

    «Башҡортостан Республикаhы халыҡтары телдәре тураhында» БР Законын тормошҡа ашырыу буйынса Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Комиссияның ошо көндәрҙә үткән ултырышында Бөрө, Благовещен, Мишкә, Өфө райондарында телдәр тураhындағы республика Законының нисек үтәлеүе тикшерелде.
    Ултырышты БР Хөкүмәте Премьер-министры, Комиссия рәйесе Раил Сәлих улы Сарбаев асып, hуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа йәшәүсе халыҡтарҙың рухи-мәҙәни ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү буйынса күп эш эшләнеүен, телдәр тураhындағы Закон ҡабул ителгәндән hуң бөгөн рус булмаған балаларҙың 73 процентының башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүен, шулай уҡ башҡорт балаларының 94 проценттан ашыуының үҙ телен өйрәнеүен билдәләне. Хөкүмәт Рәйесе, ыңғай күренештәр менән бергә, хәл ителәhе мәсьәләләргә – мәктәптәрҙе махсус белемле туған тел уҡытыусылары менән тәьмин итеүгә, ойошмалар һәм учреждениеларҙа дәүләт символдарын дөрөҫ файҙаланылмауына, башҡорт баҫмаларының райондарҙа тейешенсә таратылмауына бәйле ҡәнәғәтһеҙлек белдерҙе.

    авторы: Нур | 24 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ЯҢЫРЫУ ЮЛЫНДА Яңылыҡтар

    Кисә Өфөлә Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәренең II съезы үтте. Муниципаль берәмектәрҙән меңдән ашыу делегат, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, муниципаль райондар хакимиәттәре башлыҡтары менән бергә, съездың эшендә БР Президенты Мортаза Рәхимов, Хөкүмәт Премьер-министры Раил Сарбаев, Президент Хакимиәте етәксеһе Радий Хәбиров, РФ Федерация Советы ағзаһы Рафаэль Байдәүләтов, Дәүләт Думаһы депутаты Иршат Фәхретдинов, Федерация Советының урындағы үҙидара мәсьәләләре буйынса комитеты аппаратының етәксеһе Ольга Мотякова ҡатнашты.
    Пленар ултырыштан алда делегаттар һәм съезд ҡунаҡтары төрлө муниципаль берәкмектәр әҙерләгән киң, сағыу күргәҙмә менән танышып сыҡты.

    авторы: Нур | 24 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Дайджест Яңылыҡтар

    Табиптар хаталанған...

    Санкт-Петербург ҡалаһы табиптары ике йәшлек Степа Масленниковтың башында операциянан һуң тимер медицина ҡоралын онотоп ҡалдырған. Тимер ҡыҫтырғыс Степаның ҡан әйләнешен боҙоп, микроинсультҡа килтергән һәм иң ҡурҡынысы – башындағы шеше ике тапҡырға ҙурайған. Рәсәй табиптары сабыйға операция эшләүҙән баш тарта. Операцияны Германияла яһаталар. Ул 10 сәғәт дауам итә. Операциянан һуң сабыйҙың хәлһеҙ организмы инфекция эләктерә. Шунлыҡтан химия терапияhын апрель аҙағында ғына эшләй башлайҙар. Артабан немец медиктары аутотрансплантация эшләргә уйлай. Уны Рәсәйҙә лә эшләтергә мөмкин, әммә Степаның әсәһе беҙҙең табиптарға ышанысын юғалтҡан һәм улының ғүмере өсөн немец белгестәре ярҙамында ғына көрәшергә йыйына.

    авторы: Нур | 24 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан инвестицион үҫешкә әҙерләнә Башҡортостан

    Башҡортостан Республикаhы Президенты Мортаза Рәхимов «Российская газета» хәбәрсеһенә биргән интервьюhында Башҡортостандың социаль үҫеш менән бергә инвестицион ынтылышҡа әҙерләнеүе, бының өсөн нимәләр кәрәк булыуы hәм уның ниндәй өлкәләргә ҡағыласағы хаҡында hөйләне.
    – Беҙҙә Башҡортостандың киләсәген ыңғай баhалау өсөн бөтә нигеҙҙәр ҙә бар, – тип белдерҙе Мортаза Рәхимов үҙәк баҫмаға биргән интервьюhында. – Туғыҙ йылдан артыҡ инде республика иҡтисады тотороҡло үҫә, был беҙгә социаль мәсьәләләрҙе лә hөҙөмтәле хәл итеү мөмкинлеген бирә. Иҡтисад – дәүләттең үҙмаҡсаты түгел, ә тотороҡло иҡтисад – етештереүҙе арттырыу, файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу ҙа, тормош сифатын, кешеләр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу ҙа.

    авторы: Нур | 24 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һуңғы ҡыңғырау сыңы, тынлыҡ ярып, киләсәккә бирҙе фатиха ---

    Һуңғы ҡыңғырау сыңы, тынлыҡ ярып, киләсәккә бирҙе фатиха
    Мәктәп тормошонда иң сағыу, иң тулҡынландырғыс байрамдарҙың береһе һуңғы ҡыңғырауҙыр, моғайын. Был күңелдәрҙә яҡты хәтирә булып мәңге һаҡланасаҡ көн – сығарылыш синыф уҡыусыларының балалыҡ, үҫмер йылдарының иң матур мәлен үҙ эсенә алған белем усағы менән хушлашыу көнө. Үҙ аллы тормошҡа фатиха биреүсе һуңғы ҡыңғырау сыңы инде үҫеп буй еткергән урта белемле егет-ҡыҙҙарҙың күңелен берсә шатлыҡ нурҙарына, берсә уйсан моңһоулыҡҡа сорнай. Яҙ ҡояшы аша балҡыған шатлыҡ менән тулы күҙ йәштәре, бөтмәҫ ҡыуанысҡа тулышҡан көләс йөҙҙәр, йылы ҡотлау һүҙҙәре, матур теләктәр һәм, ниһайәт, күңел ҡылдарын елкендереүсе еҙ ҡыңғырау моңо – был мөғжизәле минуттар кемдең генә йөрәгенә үтеп инмәй икән?! Ейәнсура районы Абзан урта мәктәбенең сығарылыш синыфы уҡыусыларының туған мәктәптәрен бер ҙә ҡалдырып киткеләре килмәгәне уларҙың йөҙҙәренән сағыла ине.

    авторы: Нур | 24 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Исемең матур, кемдәр ҡушҡан? Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Fалим Әхмәтгәрәй Йәнғәлиндың йөкмәткеле мәҡәләләрен уҡып киләм. Ошо арала «Йәшлек» биттәрендә «Исемең мәғәнәлеме, башҡорт?» тип аталған ҙур сығышын гәзиттең hәр hанын көтөп алып уҡыным hәм бөтә hандарын да айырым урынға hалып ҡуйҙым. Мәҡәлә минең өсөн бөтөнләй көтөлмәгән хәл булды. Эйе, автор менән килешәм. Милләттәштәребеҙ араhында мәғәнәhеҙ исемдәр күбәйә бара. Ләкин халҡыбыҙға бөтөнләй ят булған, мәғәнәhеҙ, йөкмәткеhеҙ, туҙға яҙмаған исемдәр шул ҡәҙәр киң таралып, милләтебеҙ киләсәгенә ҡурҡыныс янау кимәленә барып еткәнен белмәй инем.

    авторы: Нур | 24 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru