Йоҡлаған ҡалыр, уяу донъяны алыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • «Ул һаман да янымда кеүек»
  • Хәләл ризыҡ тураһында
  • [b]Тарих киләсәккә юл яра[/b]
  • Венгрияла Ғәлимйән Тағанға ҡағылышлы мәғлүмәт етерлек
  • БАШ ҠАЛАЛА ТӘҮГЕ СТУДЕНТ ҺАБАНТУЙЫ ҮТТЕ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Яҙыусылар ҙа «тос өлөш» индерә Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Әхмәтгәрәй Йәнғәлиндың мәҡәләләрен hәр ваҡыт ҡыҙыҡhыныу менән уҡып киләм. Ул актуаль, бигерәк тә тарихыбыҙға ҡағылған темаларҙы күтәреп сыға. Былтыр «Ағиҙел» журналында «Ҡан тамырҙарыбыҙ ҡайҙан? Ҡасандан?» тип аталған тәрән мәғәнәле мәҡәләhен уҡып кинәндек.
    «Йәшлек» гәзите биттәрендә былтыр Ҡыпсаҡ ырыуы тарихы тураhындағы мәҡәләhен дә ҙур ҡыҙыҡhыныу менән уҡып сыҡҡайным. Күптән түгел ғалимдың бөгөн милләтебеҙгә ҡурҡыныс менән янаған, халҡыбыҙға бөтөнләй ят булған мәғәнәhеҙ исемдәрҙең киң таралыуы хаҡында әсенеп яҙған мәҡәләhен уҡып, уйландым. Быға тиклем мәғәнәhеҙ исемдәрҙең киң таралып китеүенә бик иғтибар итмәгәйнем. Бер яҡтан ҡараhаң, сәнғәтебеҙ, мәҙәниәтебеҙ алға барған кеүек: ахыр сиктә ҡурайыбыҙ үҙ урынын алды, йәш йырсылар күбәйҙе, төрлө ижади төркөмдәр барлыҡҡа килде, фестивалдәр үтеп тора.

    авторы: Нур | 24 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Үҙ телемде яҡлар көсөм бар Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Ғәҙәттәгесә, ҡыҙымды балалар майҙансығына уйнарға алып сыҡтым. Ул уйнай, үҙем майҙансыҡ ситендәге эскәмйәлә ултырам. Яныма ейәнен эйәрткән апай килеп ултырҙы. Бала-саға сыр-сыу килә, ҡыҙым минең яныма килеп хәбәрен hөйләй ҙә балалар араhына йүгерә.
    Шулай бер аҙ ултырғас, баяғы апайым, миңә аптыраулы ҡараш ташлап: «Башҡортса hөйләшәhегеҙме? Балағыҙ ҙа тик башҡортса ғына hөйләй әллә?» – тип һорап ҡуйҙы.

    авторы: Нур | 24 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Салауатты мәңгеләштереүсенең йортонда Мәҙәниәт

    Салауатты мәңгеләштереүсенең йортонда
    Виктор Сидоровтың «Салауат батыр ир ине!» тигән китабынан кескәй генә өҙөк килтерәм: «... Тавасиевтар ғаиләhе 1904 йылға тиклем Осетияның Дигор районы Фиснал ауылында көн күрә. Аҙаҡ улар таулы төбәккә – Синдазинау ауылына күсенә. Ошонда үтә бала сағы Сосланбәктең. Йылғыр, ыҡсым кәүҙәле, осҡон сәсеп торған ҡуңыр күҙле, ҡарсыға танаулы малай отҡор була, hыбай елдерергә, көрәшергә ярата. Владикавказдағы реаль училищела бик тырышып уҡый. Рус теле генә ифрат ауыр бирелә. Юғалып ҡалмай үҫмер, Баталкашы гимназияhына инә, рус телен ныҡышып өйрәнә. Уны тәүге йылда уҡ өсөнсө синыфҡа күсерәләр.

    авторы: Нур | 24 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Күңел күҙе Әҙәбиәт » Хикәйә

    Иртәнге көндәлек мәшәҡәттәрҙән арып киткән кеүек, hис ғәҙәтендә булмағанса, бер нөктәгә төбәлеп, Зөhрә үҙенең ҡайҙа икәнлеген дә онотоп ултыра ине. Вагон-бүлмә ишегенең асылып-ябылыуын да шәйләмәгән. Тәнендәге hәр күҙәнәктең үҙәгенә үтеп инерлек итеп төбәлгән ҡарашты тойоп, ҡапыл башын күтәрҙе. Әле генә тикшерелеп сығып киткән шофер асҡан ишектән килеп ингән, күрәhең, Зөhрә ҡаршыhында буйы ике метрға яҡын, hылашып торған килешле ҡыҫҡа туны аша спортсы икәнен иҫбатлап торған тығыҙ кәүҙәле бәhлеүәнде күргәс, бер, юҡ, биш биҙрә hыу hипкәндәрме ни, ҡойолдо ла төштө. Үҙе лә hиҙмәҫтән, ҡапыл hикереп торҙо. Марттың сағыу нуры менән ҡойонған күк йөҙөндәй, асыҡ зәңгәр күҙҙәр, ҡаҡҡан бағаналай ҡымшанмай торған ҡыҙҙы, энә күҙәүендәй, hынаулы ҡараш менән баштан-аяҡ тикшереп сыҡты. Fалимдар hуңғы йылдарҙа билдәләгәнсә, яҡшы-яман күҙҙәрҙән hаҡлап тороусы аураhы – үтә күренмәле япҡыны ҡайҙа булған hуң Зөhрәнең? Ниңә үткәрә икән ул был ҡарашты? Ниңә хужаhын hаҡламай? Әллә ул да марттың зәhәр нурҙарында тишкеләнеп, иләккә әйләнгәнме?

    авторы: Нур | 24 мая 2008 | Фекерҙәр (3) | Тотош уҡырға
    Көлкөлиум Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Ҡытай кешеhе Мәскәүҙән командировканан ҡайта. Унан:
    – Шунан, Мәскәүҙә нисек? – тип hорайҙар икән.
    – Унда яҡшы. Халыҡ шул тиклем аҙ. Метролары ярым буш.

    авторы: Нур | 24 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хөрмәтле дуҫтар! Яңылыҡтар » Иғтибар

    Бер тамсы дымға интизар булып ҡорғаҡhыған ер кеүек, шифалы ямғыр, ҡөҙрәтле ҡояш нуры, еләҫ ел рәүешендә килеп инер рухи аҙыҡтың – «Йәшлек» гәзитенең сираттағы hанын көтөп зарыҡтығыҙмы? Баҡса мәшәҡәттәренә сумып, донъя ығы-зығыhына батып, үҙегеҙҙе киләhе йылға ошо бәхеттән мәхрүм итмәгеҙ. Әле йылдың икенсе яртыhына гәзитебеҙгә яҙылыу дауам итә.
    6 айға яҙылыу хаҡы – 270 hум. Индексыбыҙ – 80148.
    «Йәшлек» менән бергә ҡалып, hыуhынығыҙҙы ҡандырығыҙ, зиhенегеҙҙе яҡтыртығыҙ, рухығыҙҙы байытығыҙ!

    авторы: Нур | 22 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һабантуйҙар башлана! Яңылыҡтар

    Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов яҙғы сәсеү эштәре тамамланыуға арналған һабантуйҙар үткәреү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.
    Һабантуйҙар:
    24 майҙа – Әлшәй һәм Благовещен райондарында, Стәрлетамаҡ ҡалаһында,
    30 майҙа – Баймаҡ районында,
    31 майҙа – Әбйәлил, Архангел, Асҡын, Ауырғазы, Балтас, Бишбүләк, Бөрө, Благовар, Бүздәк, Ғафури, Дәүләкән, Дүртөйлө, Йәрмәкәй, Йылайыр, Ишембай, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Краснокама, Мәләүез, Миәкә, Нуриман, Стәрлебаш, Тәтешле, Туймазы, Шаран һәм Яңауыл райондарында, Күмертау һәм Салауат ҡалаларында,
    1 июндә – Бөрйән, Көйөргәҙе райондарында, Ағиҙел ҡалаһында,
    7 июндә – Иглин, Илеш райондарында,
    8 июндә – Белорет, Ейәнсура, Ҡалтасы, Күгәрсен, Кушнаренко, Мәсетле, Мишкә, Өфө, Федоровка, Хәйбулла һәм Шишмә райондарында,
    12 июндә – Бәләбәй, Балаҡатай, Борай, Ҡыйғы, Салауат, Стәрлетамаҡ, Саҡмағош райондарында, Өфөлә һәм Нефтекамала,
    13 июндә – Дыуан районында,
    14 июндә – Учалы районында,
    21 июндә – Октябрьский ҡалаһында,
    31 июндә – Баҡалы районында,
    23 июлдә – Сибайҙа үткәрелә.
    «Башинформ».

    авторы: Нур | 22 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Башҡортостан

    «Полиэф» ҡеүәтен арттыра

    20 майҙа Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов «Полиэф» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең эшмәкәрлеге менән танышты.
    Унда республика башлығы ҡеүәте йылына 120 мең тонна тәшкил иткән полиэтилентерефталат етештереү буйынса комплексты сафҡа индереү сараһында ҡатнашты.
    Полиэфир комплексын үҫтереүҙең инвестиция программаhына ярашлы, 2011 йылға ТФК етештереү буйынса ҡеүәтте йылына 400 мең тоннаға тиклем арттырыу планлаштырыла. 2011 йылға предприятие 3,5 меңдән ашыу кешене яңы эш урыны менән тәьмин итәсәк.

    авторы: Нур | 22 мая 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru