|
 |
|
Һеҙгә ҡарап hоҡланhындар
Кисә Республика йортонда күп бала тәрбиәләгән бер төркөм әсәгә «Әсәлек даны» миҙалдары тапшырылды. Был мәртәбәле награданы улар Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов ҡулынан алды. «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булыусылар hаны 3939 кешегә етте. |
|
|
|
Ысын күңелдән һеҙҙе матур байрам – Йәштәр көнө менән ҡайнар ҡотлайым! Йәшлек – кеше ғүмерендәге иң күркәм осор, ул ҡыйыу пландар, өмөттәр һәм асыштар мәле. Йәмғиәттең социаль-иҡтисади һәм мәҙәни-рухи үҫешен йәш быуын ҡатнашлығынан тыш күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Республика хаҡлы рәүештә өмөтлө йәштәре – яҡшы белгестәр, һәләтле рәссамдар һәм музыканттар, спорт бейеклектәрен яулаусылар, буласаҡ ғалимдар менән ғорурлана. |
|
|
 |
БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев: «Бөгөнгө йәштәргә оптимизм теләйем» |
Башҡортостан |
|
 27 июндә – Йәштәр көнөндә БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев «Йәшлек», «Молодежная газета», «Өмет» республика йәштәр гәзиттәренең баш мөхәррирҙәре Артур Дәүләтбәков, Татьяна Сырвачева, Рәдис Ноғомановтар менән осрашты. Әңгәмә йылы hәм асыҡ шарттарҙа үтте. Премьер-министрға алдан уҡ hорауҙарын әҙерләп килгән баш мөхәррирҙәр иң тәүҙә үҙҙәре интервью биреүселәр ролендә булды – Раил Сәлиховичты журналистар коллективтарына, шулай уҡ республика йәштәренә ҡағылышлы бик күп мәсьәләләр ҡыҙыҡhындырҙы. Асылда йәштәрҙе социаль яҡлау hәм торлаҡ мәсьәләhен хәл итеү, уларға әхлаҡи тәрбиә биреү hәм бөгөнгө ысынбарлыҡтың иң хафаландырған күренештәре – суицид, кадрҙар әҙерләү hәм уларҙы эшкә урынлаштырыу мәсьәләләре хаҡында hүҙ барҙы. Хөкүмәт рәйесен гәзит редакциялары коллективтары алдында торған профессиональ мәсьәләләр – тираж, подписка, эш хаҡы ла ҡыҙыҡhындырҙы. |
|
|
|
 Республикабыҙҙың талантлы йәш граждандарын йыл һайын тантаналы рәүештә ҡотлау матур йолаға әүерелеп китте. Бынан 13 йыл элек булдырылған Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы төбәгебеҙҙең һәләтле йәштәре өсөн эшләүгә, ижад итеүгә ҙур стимул булып тора. Был премия ла бит республикабыҙ үҫешенә әһәмиәтле өлөш индергән йәш яҙыусыларҙы, рәссамдарҙы, артистарҙы, музыканттарҙы, архитекторҙарҙы һәм режиссерҙарҙы дәртләндереү маҡсатында булдырылған. |
|
|
|
Рәсәй – ЕС саммиты башланды
Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев дәүләт башлығы сифатында беренсе тапҡыр Рәсәй – ЕС саммитының рәсми ултырышын асты. РФ – ЕС яңы база килешеүе төҙөү буйынса һөйләшеүҙәрҙе рәсми башлап ебәреү сараның төп һөҙөмтәһе буласаҡ. «Буласаҡ документ ҡыҫҡа һәм аныҡ, шул уҡ ваҡытта юридик яуаплылыҡҡа, сәйәси көскә эйә һәм киләсәккә йүнәлтелгән булырға тейеш», – ти Президент ярҙамсыһы Сергей Приходько. |
|
|
 |
Һайлау комиссияhының яңы составы раҫланды |
Яңылыҡтар |
|
26 июндә Республика йортонда Башҡортостан Республикаhы Президенты М. Рәхимов республикаға Башҡортостан Үҙәк hайлау комиссияhының яңы составының тәүге ултырышында ҡатнашыу өсөн килгән Рәсәй Федерацияhы Үҙәк hайлау комиссияhы рәйесе В. Чуров менән осрашты. |
|
|
 |
«Ауырлыҡтар сыныҡтыра ғына» |
Мәғәриф |
|
Минеңсә, бөгөнгө егеттәр hәм ҡыҙҙар бик тырыш, белемгә ынтылыусан һәм алдарына ҡуйған маҡсаттарына ирешеүсән. Шундай йәштәрҙең береһе – Сибай педагогия колледжының 5-се курсын тамамлаусы Ринат Йәнбәков. |
|
|
|
|
|