Елкәң иҫән булһа, ҡамыт табыла.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • КҮҘ – МЕЙЕНЕҢ ТЫШҠЫ ЯҠҠА СЫҒАРЫЛҒАН ӨЛӨШӨ
  • [b]Ҡымыҙсы әбейем[/b]
  • Яңы штрафтар кемдәргә ҡағыла?
  • «Йәшлек»тә һәр төбәк һулышы сағыла»
  • Һабантуйҙы мәскәүҙәр ҙә көтөп ала
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Янылыктар Башҡортостан

    Үҙәктә – ауыл хужалығы

    Кисә Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов, рәсми делегация етәксеhе булараҡ, өс көнлөк эш сәфәре менән Израилгә китте.
    Эш визиты барышында агросәнәғәт комплексы өлкәhендә республикабыҙҙың был илдәге партнерҙары менән эшлекле осрашыуҙар үткәреү ҡаралған. Асылда малсылыҡты, ҡошсолоҡ, балыҡсылыҡ хужалығын үҫтереү мәсьәләләре буйынса тәжрибә уртаҡлашыу мәсьәләләре тикшереләсәк.
    Башҡортостан Президентының Рәсәйҙең Израилдәге Fәҙәттән тыш hәм тулы хоҡуҡлы илсеhе Петр Стегний менән осрашыуы ла планлаштырыла.

    авторы: Нур | 3 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡәйнәм, ҡәҙерлем! Яңылыҡтар » Конкурстар

    Халҡыбыҙҙың «ҡәйнәм» тип өндәшеү, ҡатын-ҡыҙҙарҙың үҙҙәренә «ҡәйнәм» тип әйткәндәрен ишетеү йолаһы бик борондан килә. Яңы ғаилә ҡорған ике йәш кешенең артабан нисек йәшәп китеүенә ошо бөйөк исемдең дә йоғонтоhо бик ҙур!

    авторы: Нур | 3 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Урал моңо» - еңеүсеһе Мәҙәниәт

    «Урал моңо» - еңеүсеһе
    Төрки йәштәренең Урал моңо – 2008 халыҡ-ара конкурс-фестивалендә гран-при яулаған Тыва Республикаһынан Сайлыҡ Оммунға мөрәжәғәт иттек.

    авторы: Нур | 3 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Салауат Юлаев» чемпион! Байрам дауам итә Яңылыҡтар » Спорт

    «Салауат Юлаев» чемпион! Байрам дауам итә
    Уҙған йомала, хоккей буйынса Рәсәй чемпионы «Салауат Юлаев» командаhын «Өфө-Арена» боҙ майҙансығында йәнә тәбрикләп, чемпионаттың алтын миҙалдары тапшырылды. Бүләкләү тантанаһында Башҡортостан Республикаhы Президенты Мортаза Рәхимов, Рәсәй хоккей федерацияhы президенты, данлыҡлы ҡапҡасы Владислав Третьяк hәм юлаевсыларҙың меңәрләгән көйәрмәне ҡатнашты.

    авторы: Нур | 3 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Яңылыҡтар

    Премьер-министрҙың партияһы еңә

    Македония Премьер-министры Никола Груевский уҙған ялда үткән парламент һайлауҙарында үҙенең партияһының еңеүе хаҡында белдергән.
    «Күпселек һайлау участкаларында һайлау ғәҙел һәм демократик шарттарҙа үтте, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы берәүҙәрендә тайпылыштар күҙәтелде. Мин уларҙа яңынан һайлау үткәреү һәм парламенттың һәр ағзаһы ғәҙел һайланһын өсөн барыһын да эшләйәсәкмен», – ти Груевский. Дөйөм алғанда, һайлау тыныс үтә, тик Арачиново ҡалаһының һайлау участкаларының береһендә генә Албания партияһы яҡлы берәү икенсе тапҡыр тауыш бирергә йыйынып, комиссия рәйесе рөхсәт итмәгәс, ҡуйынынан пистолет сығара, уға тағы ике иптәше ҡушыла. Атыш һөҙөмтәһендә тәртип боҙоусыларҙың береһе һәләк була.

    авторы: Нур | 3 июня 2008 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Башҡорт моңо – ете диңгеҙ артында Яңылыҡтар

    Башҡортостандан 100-ҙән ашыу кешенән торған делегация Төркиәлә башҡорт hабантуйында ҡатнашты. Истанбулда үтәсәк байрамға ҡалала алдан әҙерлек башланды. Һәр районда баннерҙар эленде, саҡырыуҙар ебәрелде, республика тураhында гәзиттәр, буклеттар эшләнде. БР-ҙың рәсми делегацияhын Төркиәнең баш ҡалаhында ихлас ҡаршыланылар, уларҙың килеүе хөрмәтенә төрөктәр иҫтәлекле бүләктәр ҙә әҙерләгәйне. БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт hәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев урындағы етәкселеккә БР Президентының сәләмен еткерҙе hәм Истанбулда hабантуй үткәреүҙә ярҙам күрhәткән өсөн рәхмәтен белдерҙе.

    авторы: Нур | 3 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡурай сыңлай һабантуйыбыҙҙа, Бәйге ҡото – аҡбуҙ толпары... Яңылыҡтар

    Ҡурай сыңлай һабантуйыбыҙҙа, Бәйге ҡото – аҡбуҙ толпары...
    Май аҙағы, июнь башы – миҙгел араһы: әллә һалҡынса яҙҙың ахыры, әллә эҫе йәй башы... Метеорологтар иҫбатлауынса, һауаның бындай тотороҡһоҙлоғо йыл һайын ҡабатлана: йылы көндәр мотлаҡ һалҡындары менән сиратлаша. Тап ошондай мәлдә Әбйәлилдә район һабантуйы үтте. Ҡояшлы көндәр йонсоуға алмашынғас, һалҡын ямғыр аҫтында нисек байрам ителер икән, тип борсолған урындағы халыҡ өсөн «күк канцелярияhы» кинәт кенә бүләк эшләне: 31 майҙа, ҡар һалҡынын еңеп, ҡояш нурын мул һипте.
    Ямғырҙан һуң һабантуй үтә торған ялан саф йәшел төҫкә инеп, һулап туйғыһыҙ үлән еҫенә тулғайны. Наҙлы күгәрсен күҙе, еләк сәскәләре бала-сағаны ғына түгел, оло йәштәгеләрҙе лә һөйөндөрҙө: «Алла бирһә, быйыл еләк күп булмаҡсы!» Тәбиғәт менән аралашыуҙы һағынған, милли байрамдың ҡабатланмаҫ һулышын тойорға ашыҡҡан барса халыҡ иртә таңдан машиналарҙа, аттарҙа һәм йәйәү Дауыт ауылы янындағы ошо гүзәл төбәккә ағылды. Күңелдәре дәрткә тулғас, һауа торошона иғтибар итеүселәр аҙ булды, буғай: аллы-гөллө йәйге кейемдәр күҙҙе сағылдырҙы

    авторы: Нур | 3 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Төклө аяғың менән, сабый Мәғәриф

    Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан «Башҡортостанстат»тан алынған мәғлүмәттәр күрhәтеүенсә, Башҡортостанда йәшәгән халыҡтың дөйөм иҫәбендә балалар һәм үҫмерҙәрҙең һаны, Рәсәй күрһәткестәре менән сағыштырғанда, ҙурыраҡ өлөштө алып тора. Әлеге ваҡытта 15 йәшкә тиклемге балалар республика халҡының 18 процентын тәшкил итә, ә Рәсәйҙә был күрһәткес – 16 процент.

    авторы: Нур | 3 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru