Балтаң булмаһа, урманға барма.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Эҙләү
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
» Хаттар яҙҙым
» Йәшенле йәшлек
» «Бөркәнсек»тә тыуғандар
» Мин башҡорт!
» Исеме - йырсы-уҡытыусы
» Ҡорҡот Ата аманаты – башҡорт сәхнәy ...



Башҡорт форумы Талҡаҫ күле буйында һабантуй үткәрә  
Һеҙ барырға теләр инегеҙме?

Бөтәһе тауыш биргәндәр: 7

 
Байрамдар гөрләп тора - һабантуйҙар мәле бит! Яңылыҡтар, Конкурстар
12-15 июндә Талҡаҫ күле буйында башҡорт форумы ҡулланыусылары һабантуйы үтәсәк

Байрамдар гөрләп тора - һабантуйҙар мәле бит!Күңелдәрҙе елкендергән, йөрәктәрҙе тулҡынландырған иң матур осор - һабантуйҙар мәле етте. Ошо ваҡытта тәбиғәт ҡосағына - сәхрәләргә - сығып, күңелле ял итеү - үҙе бер ғүмер! Башҡорт форумы ҡулланыусылары ла халҡыбыҙҙың борон-борондан килгән матур байрам йолаһын дауам итеп, йәмле Талҡаҫ буйҙарында һабантуй үткәрергә ниәт ҡылды. Был сараның информацион бағымсыһы - үҙебеҙҙең «Йәшлек» гәзите.

Форумсыларҙың һабантуйы бик үҙенсәлекле булмаҡсы. Сөнки башҡорт Интернет-порталының иң
әүҙем егеттәре һәм ҡыҙҙары милли ярыш төрҙәрендә, башҡа төрлө уйындарҙа ҡатнашыуҙан тыш,
тарихи темаларға, илебеҙҙең бөгөнгөһө һәм киләсәгенә ҡағылышлы әңгәмә-диспуттар, «түңәрәк
өҫтәл»дәр ойоштороуҙы ла планлаштыра. Һабантуй көндәрендә тарихыбыҙға «Батырша ихтилалы»
исеме аҫтында ингән ҡанлы-шанлы ваҡиғалар үткән, Зәки Вәлиди, Муса Муртазин, Шәйехзада
Бабичтар йөрөгән ер-һыу менән танышыу форсаты ла буласаҡ. Башҡортостандың беренсе баш
ҡалаһы булған Темәс ауылындағы музейға, илебеҙҙең мәртәбәле уҡытыусыларын тәрбиәләгән
урындағы педучилищеға экскурсиялар ҙа бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ. Шулай уҡ форумсылар
исеменән башҡорт ере, иле, теле, дине өсөн төрлө быуаттарҙа, йылдарҙа яуҙарҙа, һөргөндәрҙә
һәләк булған ата–бабалар, билдәле һәм билдәһеҙ батырҙар өсөн ҡорбан салынып, аяттар уҡытыласаҡ.

Баныу Ҡаһарманова.
 (голосов: 0)
авторы: admin | 3 июня 2008 | | Фекерҙәр (1)
Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Байрамдар гөрләп тора – һабантуйҙар мәле бит!
  • Беренсе «ҡоймаҡ» төйөрhөҙ...
  • [b]Ура, башҡорт һабантуйы![/b]
  • йәштәр һабантуйына килегеҙ!
  • һабантуйҙы Питерҙа ла көтөп алалар
  • #1 яҙҙы: admin (3 июня 2008 14:58)  
    Сабантуй форумчан будет весьма своеобразным. Кроме традиционных конных скачек, курэш и других национальных видов спортивных состязаний, там будут организованы диспуты-беседы на исторические темы, будут подняты и рассмотрены актуальные проблемы сегодняшнего дня. Кроме того, форумчане посетят музей в Темясово — первой столице Башкортостана, педагогическое училище, пройдут по тем местам, где началось восстание Батырши, где немые хранители истории запечатлели голоса Заки Валиди, Мусы Муртазина, Шайехзады Бабич.
    Дата и время проведения сабантуя — 12-15 июня 2008 года, выезд из Уфы в Баймакский рафона на автомобилях и на автобусе 7.00 часов утра 12 июня. В сабантуй приглашаются все пользователи чата и форума, однако для тех, кто все-таки собирается на это мероприятие обязательным условием является ПРЕДВАРИТЕЛЬНАЯ регистрация по телефонам, указанным на форуме.

    http://yeshlek.ru/habar/index.php?subaction=showfull&id=1212479280&archive=&star
    t_from=&ucat=1&
    Теркәлгән: 24.11.2007 | ICQ: 113874389   
    Радио Юлдаш на башкирском языке Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Радио Ашкадар в уфе Баш портал


      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru