Бүренең көсө тешендә, кешенең көсө эшендә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йондоҙнамә 12-18 июль
  • ҮӘТ, ШЕШЛЕК!
  • Һорау-яуап
  • ӨС АУЫР ҺОРАУ
  • Еләк һатығыҙ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Журналист булғым килә Мәғәриф

    Мин һеҙгә Ишембай районынан яҙам. Теләгем – журналист булыу. Шиғырҙар яҙыу менән мауығам, гәзит-журналдарҙағы конкурстарҙа даими ҡатнашам. Журналист һөнәренә Башҡорт дәүләт университетында уҡытҡандарын беләм. Ниндәй фәндәрҙән имтихандар тапшырырға кәрәк, уҡыу түләүлеме икән? Әгәр ҙә аттестатыңда «өслө»ң булып та, яҙышырға һәләтең булһа, нисек уҡырға инергә? Документтарҙы ҡасан тапшырырға? Ҡабул итеү имтихандары ниндәй көндә башлана? Ошо һорауҙарға яуап яҙһағыҙ, бик шат булыр инем.
    [b]Зөлфиә.[/b

    авторы: Нур | 3 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Байрамдар гөрләп тора - һабантуйҙар мәле бит! Яңылыҡтар, Конкурстар

    Байрамдар гөрләп тора - һабантуйҙар мәле бит!12-15 июндә Талҡаҫ күле буйында башҡорт форумы ҡулланыусылары һабантуйы үтәсәк. Башҡорт Интернет-порталының иң әүҙем егеттәре һәм ҡыҙҙары милли ярыш төрҙәрендә, башҡа төрлө уйындарҙа ҡатнашыуҙан тыш, тарихи темаларға, илебеҙҙең бөгөнгөһө һәм киләсәгенә ҡағылышлы әңгәмә-диспуттар, «түңәрәк өҫтәл»дәр ойоштороуҙы ла планлаштыра. Һабантуй көндәрендә тарихыбыҙға «Батырша ихтилалы» исеме аҫтында ингән ҡанлы-шанлы ваҡиғалар үткән, Зәки Вәлиди, Муса Муртазин, Шәйехзада Бабичтар йөрөгән ер-һыу менән танышыу форсаты ла буласаҡ.

    авторы: admin | 3 июня 2008 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Яңы һөнәрҙәр – заман талабы Мәғәриф

    Юғары уҡыу йорттары абитуриенттарға әленән-әле яңы һөнәрҙәр тәҡдим итә. Башҡорт дәүләт аграр университетында ошондай яңы специальностарҙың береһе – «Дәүләт муниципаль идара итеү». Дүрт йыл элек асылған ул. Бында ауыл, район, ҡала хакимиәттәре өсөн юғары белемле белгестәр әҙерләнә. Киләсәктә уларҙың күбеһенең етәксе вазифа биләүе лә ихтимал. Тәүге йылында бюджет нигеҙендә ике төркөм ҡабул ителгән. Улар араһында маҡсатлы йүнәлтмә буйынса уҡырға инеүселәр ҙә күп кенә. Былтыр маҡсатлы ҡабул итеүгә биш кенә урын бирелһә, быйыл ун урын бүленергә тейеш. «Дәүләт муниципаль идара итеү» специальносы буйынса белгестәр әҙерләй башлауыбыҙҙың маҡсаты – ауыл, район, ҡала хакимиәттәрен махсус белемле белгестәр менән тәьмин итеү. Белеүебеҙсә, әлеге ваҡытта уларҙа башлыса төрлө һөнәр белгестәре эшләй, ә закон дәүләт һәм муниципаль идара итеү системаһында юғары профессиональ белемле белгестәр эшләүен талап итә», – ти факультеттың деканы Рәфис Зиязетдинов.
    Әлеге ваҡытта бында республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларынан студенттар яңы һөнәрҙе үҙләштерә. Ниндәйерәк һөнәр белгестәре буласаҡ улар? Уҡырға ингәндә ниндәй имтихандар тапшырырға кәрәк? Уҡыуы ауырмы? Был хаҡта уларҙың үҙҙәренән һөйләтәйек:

    авторы: Нур | 3 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ғүмер бер генә Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Һылыуҙар яңғыҙлыҡҡа дусар

    БӨГӨН төшөмә инде Әлфирә. Ғаиләбеҙ менән йылмайып-көлөп урамдан китеп бара инек, ул бер магазиндан килеп сыҡты. Беҙгә ҡыҙығып ҡарап, ишек яңағына һөйәлеп бер аҙ тын ғына торғандан һуң, түгелеп илап ебәрҙе: «Ҡыйын миңә бында, кире ҡайтҡым килә! Нимәләр эшләп ҡарайым икән, кәңәш бирһәңсе?..» Устары менән битен ҡапланы, ә бармаҡ араларынан ҡанлы йәштәр аҡты. «Һин ҡайҙа һуң, Әлфирә?» – тип уға ынтылдым һәм... баҫлығып килеп уяндым. Ҡайҙан ғына төшөмә инде, яҡын әхирәтем дә түгел бит ул, тип борһаланып ята биргәс, тороп, ҡулыма ҡәләм алдым.

    авторы: Нур | 3 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Илгиҙәр ҡалмыҡ сәсәнен ниҙәр борсой? Мәҙәниәт

    Ике йылға бер тапҡыр уҙғарылған «Ирәндек моңдары» башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың төбәк-ара бәйгеhендә сит яҡтарҙан ҡунаҡтар саҡырыу яҡшы традицияға әүерелеп бара. Дүрт йыл элек уҙғарылған бәйгегә Юлай ағай Fәйнетдинов Ҡалҡыусы ҡояш иленән, йәғни алыҫ Япониянан фольклор-музыкаль төркөмөн алып килгәйне, ике йыл элек иhә Алтай ҡунаҡтары байрамға бер үҙенсәлек индерҙе. Быйылғы IX тапҡыр уҙғарылыусы бәйгегә Ҡалмыҡстандың билдәле жаңғырсыhы (сәсәне) Владимир Каруев саҡырылды.

    авторы: Нур | 3 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Әлиә ҒҮМӘРОВА: Маҡсатһыҙ йәшәмәгеҙ! Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле

    Әлиә ҒҮМӘРОВА: Маҡсатһыҙ йәшәмәгеҙ!
    Көҙ менән ҡыш алмашынған мәлдә, Маймыл йылының Уҡсы йондоҙлоғо аҫтында Ишембай районының йәмле тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Ҡолғона ауылында донъяға килгәнмен. Әлеге ваҡытта тыуған ауылым мәктәбенең 9-сы синыфын тик "дүртле" һәм "бишле" билдәләренә генә тамамланым.
    Яратҡан шөғөлөм – һүрәт төшөрөү. Бейергә лә әүәҫмен. Буш ваҡыттарымда гөлдәр үҫтерергә яратам.
    Киләсәк хыялым – мәктәпте уңышлы тамамлап, юғары уҡыу йортона уҡырға инеү. Теләгем – һынлы сәнғәт өлкәһендә эшләү.
    Тиҫтерҙәремә: "Маҡсатһыҙ йәшәмәгеҙ", – тип әйткем килә.

    авторы: Нур | 3 июня 2008 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Көлкөлиум Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Ҡатыны өйөнә ҡайта ла иренә:
    – Беләhеңме, мине фәхишә тип атанылар, – тип зарлана.
    – Ниңә hуң үҙеңде бөтәhе лә белгән урамдан йөрөйhөң, икенсе яҡтаныраҡ ҡайт, – тип тынысландырған уны ире.

    авторы: Нур | 3 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Кино сәнғәтендә – Салауат Юлаев образы» Яңылыҡтар » Конкурстар

    «Башкиновидеопрокат» дәүләт унитар предприятиеһы менән берлектә «Йәшлек» гәзите редакцияһы халҡыбыҙҙың милли геройы Салауат Юлаевтың тыуған көнөнә ҡарата викторина үткәрә. Викторинаның һорауҙарына яуаптарҙы 16 июнгә тиклем редакцияның электрон почтаһына ла, хат аша ла ебәрергә мөмкин. Дөрөҫ яуап биреүселәрҙе «Башкиновидеопрокат» дәүләт унитар предприятиеһының бүләктәре көтә!
    Киновикторинаның һорауҙары

    авторы: Нур | 3 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru