Батыр көсө менән, егет эше менән.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Баш йортомдағы телде башҡорт аңлаймы?
  • [b]Афарин, Иршат![/b]
  • АУЫЛЫБЫҘҒА ИМАН КИЛТЕРҘЕ
  • Ҡайһыбыҙ иренмәй, ҡайһыбыҙ....
  • Йәнлектәр донъяһы
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Тәмле Яңылыҡтар » Иғтибар

    Кукуруз ҡоймағы

    Бер стакан он, ике йомортҡа, бер аш ҡалағы аҡ май, 0,3 стакан hөт, 400 г консерваланған кукуруз, йәшел hуған, тәменсә тоҙ, борос.
    Онға тоҙ hәм борос hибергә. Һөткә иретелгән май hәм йомортҡа hалып туғырға, он өҫтәргә. Йыуылған hуғанды ваҡ итеп турарға. Кукуруздың hыуын ағыҙырға. Ҡамырға hуған hәм кукурузды өҫтәп болғатырға. Майланған табаға ҡалаҡ менән hалып, ҡоймаҡтарҙың ике яғын да ҡыҙҙырып бешерергә.

    авторы: Нур | 5 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Башҡортостан

    Беҙҙең делегация – иҡтисади форумда

    БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев етәкселегендәге Башҡортостандың рәсми һәм эшлекле даирәләре делегацияһы 6 – 8 июндә Санкт-Петербургта үткәреләсәк XII Халыҡ-ара иҡтисади форумда ҡатнашасаҡ.
    Әлеге форум составы буйынса вәкиллекле булмаҡсы – унда РФ Президенты Дмитрий Медведевтың, сит ил дәүләттәренән 120 рәсми делегацияның, Рәсәй һәм сит ил бизнесынан меңгә яҡын вәкилдең ҡатнашыуы күҙаллана. Эштең тәүге көнө баҙарҙағы киҫкен проблемаларҙы тикшереүгә арнала. Икенсе көндә Рәсәй иҡтисадының 2020 йылға тиклемге үҫеш стратегияһы тикшереләсәк.

    авторы: Нур | 5 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тырыш, сәмле, дәртле халыҡ Йәшәй беҙҙең яҡтарҙа! Башҡортостан » Милли проекттар

    Тырыш, сәмле, дәртле халыҡ Йәшәй беҙҙең яҡтарҙа!
    – Иншалла, быйылғы һабантуйҙы ла күрергә Хоҙай насип итте! Тик был ямғыры ғына эсте бошора, – машинанан килеп төшкән оло йәштәге апай, плащының төймәләрен эләктерә-эләктерә, күккә күңелһеҙ ҡараш ташланы.
    – Э-э, һин нимә юҡҡа борсолаһың?! Йыл һайын шулай һабантуй мәлендә көн боҙола, инде өйрәнергә ваҡыт, – бабайы, орошҡан төҫлө, әбейенә бармаҡ янаны. – Әйттем мин һиңә, йылы курткаңды кей, тип, хәҙер, ҡупшы өшөмәй, ҡалтырай, тигәндәй, йөрөрһөң инде һыуланып ҡалтырап.

    авторы: Нур | 5 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Наградаларға –10 йыл Яңылыҡтар

    10 йыл элек Салауат Юлаев, «Башҡортостан Республикаhы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» hәм Халыҡтар дуҫлығы ордендары тураhында положение ҡабул ителә. Был наградалар республика граждандарын тәбрикләүҙең иң юғары формаhы hанала.

    авторы: Нур | 5 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Үлем таратыусы хаҡында хәбәр ит! Яңылыҡтар

    1 июндән 26 июнгә тиклем наркотиктар һәм наркоэшҡыуарлыҡҡа ҡаршы көрәшеү маҡсатында «Ҡайҙа үлем һатыуҙарын хәбәр ит!» тип аталған Бөтә Рәсәй акцияһы башланды.

    авторы: Нур | 5 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Яңылыҡтар

    Көрсөктән ҡасан сығырбыҙ
    Италияның баш ҡалаһы Римдә БМО-ның аҙыҡ-түлек мәсьәләләренә арналған саммиты асылды.

    авторы: Нур | 5 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ЕТЕМДӘР МЕҪКЕН ТҮГЕЛ Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Бер танышым: «Күршеләрем патронатҡа бала алған – кредит түләргә кәрәк бит», – тип хәбәр һөйләгәс, быға ышанып уҡ етмәһәм дә, аптырауҙан телһеҙ ҡалдым. Етмәһә, балалар йортонан алынған сабыйҙы хужалыҡта ҡол урынына эшләткән бер әҙәм тураһында сит ил фильмы ла ҡарағайным, шул да иҫкә төшөп, күңелде өйкәй башланы.
    Патронат тәрбиәгә бала алып ҡараусылар тураһында төрлө фекер ишетергә тура килһә лә, бындай уҡ ҡот осҡосо юҡ ине әле. Әгәр, ысынлап та, ошондай хәлдәр була икән, быға тиклем патронат тәрбиәгә бала алған әллә күпме ғаиләне күргән, етем бала күңелен бөтә йөрәгем аша үткәргән кеше булараҡ, шундай ҙа мәғәнәһеҙлекте бер ниндәй шарттарҙа ҙа аңларлыҡ түгелмен. Дәүләт, етемдәр ғаиләлә үҫһен, ғаиләнең нимә икәнен күрһен, тигән маҡсатта уларҙың яҙмышын хәл итергә тырышҡанда, айырым кешеләрҙең выжданһыҙлығы арҡаһында балаларҙың яҙмышы емерелә булып сыға бит.

    авторы: Нур | 5 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йортоңдо дәүләт иҫәбенә нисек ремонтларға? Иҡтисад

    Күп фатирлы йортҡа капиталь ремонт үткәреүгә йәки авария хәлендәге торлаҡтан күсереүгә аҡсаны бөгөн ярайhы уҡ тиҙ арала hәм еңел генә алырға мөмкин. Күп фатирлы йорт хужаларына торлаҡ милекселәре ширҡәтенә берләшергә йәки идарасы компанияны hайлап, муниципалитетҡа тейешле заявка ебәрергә кәрәк.

    авторы: Нур | 5 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru