Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәтенең мәғлүмәттәре бер ҙә ҡыуандырмай – илебеҙҙә, шул иҫәптән беҙҙә лә аҙыҡ-түлеккә хаҡ артҡандан-арта бара. Май айында ғына шәкәрҙең хаҡы – 6,8, ҡыҙыл сөгөлдөрҙөкө – 31,5, ә инде кишерҙеке 28,5 процентҡа күтәрелде. Шуныһы ҡыҙыҡ – ситтән килтерелгән емеш-еләккә хаҡ бер ҙә күтәрелмәй, киреhенсә, төшә генә. Үткән шишәмбелә дөгөнөң бер килограмының хаҡы 50 һумға тиклем күтәрелеп аптыратты. Баҡтиһәң, был юҡтан ғына түгел, бөтәһенә лә Көньяҡ-көнсығыш Азияла халыҡтың артыҡ күп булыуы ғәйепле. Ҡытайҙа кешеләр дөгө һәм йәшелсә генә ашай. Шуға ла был ил үҙенең халҡы өсөн ситтән дөгө һатып алырға мәжбүр, уны үҙҙәрендә генә үҫтерергә ер етмәй. Һөҙөмтәлә, донъяла дөгө ярмаһына һорау артҡандан-арта, ә бит уны ситтән килтереү өсөн транспорт, яғыулыҡ кәрәк. Тимәк, аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙы билдәләгәндә нефть тә ҡыҫылып китә. Шуларҙың бөтәһен бергә ҡушһаң, хаҡтар бик ҡиммәт килеп сыға! Ә бит дөгө ярмаһын ҡытайҙар ғына түгел, беҙ ҙә яратып ашайбыҙ. Ул күптән инде Рәсәй халҡының да рационында ҙур урын алып тора. Хәҙер ябай ғына былауҙы бешереү ҡиммәт килеп сығасаҡ – үҫемлек майына хаҡ әллә ҡасан уҡ артып ҡотто алғайны, инде дөгө лә артты, ит хаҡында һөйләп тораһы ла түгел! Етмәhә, кишерҙең дә хаҡы арта! Ғөмүмән, Башҡортостанда үҫтерелгән йәшелсәләрҙең хаҡы диңгеҙ аръяғынан килтерелгәндәренеке менән тиңләште. Йәшелсәләрҙең ҡиммәтләнеүе – бөтә Рәсәйҙә күҙәтелгән факт. Быны нисек аңлатырҙар икән? Донъя белгестәре фекеренсә, дөгө ярмаһына хаҡ артыуы тотош планета халҡы өсөн ауыр буласаҡ. Был ярманы тап ярлы илдәрҙә күпселек халыҡтың ашауы беребеҙгә лә сер түгел. Хәҙер инде улар төп аҙығынан да мәхрүм ҡаласаҡ. Һөҙөмтәлә, донъяла ярлыларҙың һаны 2 миллиард кешегә етәсәк. Әлбиттә, Рәсәй халҡы был исемлеккә инмәйәсәк, әммә беҙҙә хаҡтар артыуы дауам итәсәк. Шул уҡ дөгө ярмаһы тағы ла 10 – 13 процентҡа артасаҡ, тип вәғәҙә итәләр. Fөмүмән, аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙы күҙаллау өсөн баш ҡаланың Үҙәк баҙарындағы хаҡтарға туҡталайыҡ. Улар 6 июнь көнөнә, бер килограмм аҙыҡҡа ҡарата билдәләнгән: Һыйыр ите – 140 – 170 һум; Сусҡа ите – 120 – 270 һум; Тауыҡ ите – 55 – 100 һум; 10 дана йомортҡа – 20 – 40 һум; Картуф – 30 – 50 һум; Кишер – 55 – 70 һум; Һуған – 35 – 40 һум; Шәкәр – 28 һум; Он – 22 – 23 һум; Дөгө ярмаһы 50 – 51 һум; Ҡарабойҙай ярмаһы – 23 – 25 һум; Көнбағыш майы – 73 – 75 һум; Тары ярмаһы – 26 һум; Манный ярмаһы – 23 һум; Туҡмас – 29 һум. Үҙәк баҙарҙа һатыусы булып эшләгән Нәсимә Ғәббәсова менән һөйләшәм, уның әйтеүенсә, хаҡтарҙың ҡапыл артыуы бигерәк тә пенсионер әбей-бабайҙарҙы сығырынан сығара. Улар килеп, һатыусыларҙы әрләп бер була, донъя баҙарындағы хаҡтарҙа ололарҙың эше юҡ – ябай халыҡты ябай баҙар ҡыҙыҡһындыра! Әйткәндәй, араҡы, һыра, шарапҡа хаҡ күптән артмай. Шөкөр, спиртлы эсемлектәрҙе етештереү ҙә кәмей, халыҡ та аҙыраҡ эсә башланы, тип уйларға нигеҙ бар шикелле. Спиртлы эсемлектәрҙе етештереү акциз маркаларына ла бәйле кәмене. Ҡыҫҡаһы, бындай эсемлектәрҙе дәүләт ҡаты контролдә тота.
Лилиә СИРАЕВА. |