– Егерме йылдан hуң синыфташтар менән осрашыуҙың үҙенсәлеге шунда, йәмәғәт – күберәк эскән hайын синыфташтарыңды яҡшыраҡ таный башлайhың.
* * * – Рәсәй милиционерҙарына ҡарайhың да: «Советтар Союзы бигерәк бай ил булған икән», – тип уйлайhың...
* * * – Сания менән йәшәү дәүерендә мин ике тапҡыр бәхет миҙгеле кисерҙем: өйләнгәндә hәм айырылышҡанда.
* * * – Командировканан ҡайтып төшhәм, бысаҡтар ҡайралған, крандар төҙәтелгән, ватыҡ-емерек бөтә нәмә йүнәтелгән, ҡатын ауырға ҡалған.
* * * «Һаулыҡ – бер генә, ә сирҙәр – йәнең күпме теләй».
* * * – Мин hине почтала хаттарға мөhөр hалыусы булып эшләйhең икән тип ишеттем? – Эйе. – Күңелhеҙ түгелме, көн дә бер үк эш? – Юҡ, нишләп, hин хаҡлы түгел, беҙ бит мисәтте көн hайын яңыса hуғабыҙ.
* * * – Алло! Мин кем менән hөйләшәм? – Был – аяҡ кейемдәре магазины. – Fәфү итегеҙ, мин яңылышҡанмын. – Борсолмағыҙ, килтерегеҙ, алмаштырабыҙ.
* * * Наркоздан аңына килгән ауырыу: – Fәфү итегеҙ, табип әфәнде, мин үҙемдең аяҡтарымды hәрмәй алмайым. – Ҡайғырмағыҙ, – ти табип, – беҙ бит hеҙҙең ҡулдарығыҙҙы ҡырҡтыҡ.
* * * – Әгәр кеше үҙенә «Лэндкрузер» hатып алған икән, был әле ул бай тигәнде аңлатмай. Бәлки, ул өс ай буйы аҡса йыйғандыр.
* * * – Һин йәш саҡта нимә хаҡында хыяллана инең? – Аҡ атҡа атланған егет хаҡында. – Ә нығыраҡ кем хаҡында?
* * * Уның был шатлыҡтан hикергеhе килде, тик уның иңеңдә ҡәйнәhе hалынған табут ине.
* * * – Иҙристә оло ҡайғы. – Нимә булған? – Минең ҡатын уға китте. |