Бер көн артта ҡалһаң, биш көн йүгерерһең.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Июнь
  • «МИНЕРАЛКА»МЫ, ӘЛЛӘ «СИНТЕТИКА»МЫ
  • Ғали йәнәптәре Хәреф
  • Бәхетле инәй
  • Эшләгең килмәһә... алма аша!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Көлкөлиум Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    – Әсәй, урамға сығайым әле?
    – Бынау йыртыҡ колготка менәнме?
    – Юҡ, өсөнсө ҡаттағы Гөлиә менән.

    авторы: Нур | 10 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Яңылыҡтар

    Форум эшлекле үтте

    БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев етәкселегендәге рәсми делегация Санкт-Петербургта уҙғарылған XII халыҡ-ара иҡтисади форумдан ҡайтты.
    Башҡортостандың эшлекле даирәләре унда күп федераль министрлыҡ hәм ведомство етәкселәре менән осрашып, hөйләшеүҙәр үткәрҙе. Эшлекле форумда республикала «Наноиндустрия» фәнни-производство үҙәге булдырыу тураhында hөйләшелде.

    авторы: Нур | 10 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Иң шәптәренә – грант Яңылыҡтар

    Хәҙер йыл hайын Башҡортостандың 25 сәнғәт әhеленә 100 мең hум күләмендә грант тапшырыласаҡ. Ә ижади коллективтар өсөн был сумма тағы ла күберәк – биш төркөмгә 300-әр мең hум. Башҡортостан Президенты Указын тормошҡа ашырыу маҡсатында Хөкүмәт тарафынан гранттарҙы тапшырыу тәртибе хаҡында Положение ҡабул ителде. Уға ярашлы, грантҡа мәҙәниәт hәм сәнғәт әhелдәре, музыка, театр, хореография hәм hынлы сәнғәт, кинематография, архитектура, дизайн, музей, китапхана hәм клуб өлкәhендә имидж, педагогик, ойоштороу hәм ғилми эшмәкәрлек менән шөғөлләнгән ижади коллективтар дәғүә итә ала.

    авторы: Нур | 10 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бер-бер артлы ике туй – Бар эшеңде ситкә ҡуй! Башҡортостан » Милли проекттар

    Бер-бер артлы ике туй – 	Бар эшеңде ситкә ҡуй!
    Беренсе туй
    6 – 7 июндә Баймаҡта hабантуй менән бергә Бөрйән ырыуы йыйыны үтәсәген, ошо уңайҙан Башҡортостандың төрлө төбәктәренә, Рәсәйгә таралышҡан ырыуҙаштарҙың вәкилдәре саҡырылыуы хаҡында хәбәрҙар инем, шуға ла тура йыйындың рәсми өлөшө үтәсәк мәҙәниәт йортона юл тоттом.
    Алдан иғлан ителгәнсә, ырыу йыйынының рәсми өлөшөн тәшкил итәсәк фәнни-ғәмәли конференцияла республика халҡына яҡшы таныш бөрйәндәр – Юлай Fәйнетдинов, Рәшиҙә Туйсина, Зөфәр Еникеев, Салауат Fәлләмов, Fәйнислам Ибраhимов hәм башҡалар ҡатнашты.

    авторы: Нур | 10 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кеше ғүмерен ҡотҡарыусылар Яңылыҡтар

    Рәсәйҙә Бөтә донъя донорҙар көнө беренсе тапҡыр 2004 йылдың 14 июнендә билдәләнгән. Хәҙер инде Башҡортостанда ла 14 июндә Бөтә донъя донор көнө байрам ителә.
    Уның маҡсаты булып үҙ теләге менән ҡан биреүселәрҙе хөрмәтләү тора. Миллионлаған кеше ғүмерен һаҡлап ҡалғаны өсөн үҙҙәре бер ваҡытта ла күрмәгән донорҙарға бурыслы. Ҡан биреү хәҙер – медицина сиктәренән сығып, дәүләт, халыҡ-ара кимәлендәге мәсьәләгә әүерелде. Беҙҙең хөкүмәт тә донорлыҡты юғары баһалай, был изгелек эшләүселәрҙе Рәсәй Федерацияһының «Ҡан һәм уның компонеттарын биреү тураһында» законы яҡлай.

    авторы: Нур | 10 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Яңылыҡтар

    Балаларҙың үлеменә
    нимә сәбәпсе?


    Хакасиялағы ауырыу балаларҙың анализдары Хабаровск ҡалаһының Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең вирустар лабораторияһында тикшереләсәк.
    Белгестәр уларҙы тикшереүгә тотонған да инде. Билдәле булыуынса, 31 майҙа һәм 3 июндә Хакасиялағы «Шыршыҡай» балалар баҡсаһының ике тәрбиәләнеүсеһе үлгәйне. Ике йәшлек ҡыҙҙың үлеменең сәбәбе – менингококк инфекцияһы, икенсе баланыҡы – эренле менингоэнцефалит. Абакандағы дауаханаға бөтәһе 37 бала эләгә. Шуларҙың бишәүһендә энтеровирус табылған. Ҡалғандарында диагноз шул уҡ ҡала: ОРВИ, киҫкен эсәк инфекцияһы, лазофарингит. Балалар зыян күргән ауырыуҙы диагностикалау ике юл менән башҡарыласаҡ. Уның береһенең һөҙөмтәһе – ике көндән, икенсеһенеке бер айҙан билдәле буласаҡ.

    авторы: Нур | 10 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    БУШ ФЕРМАЛАР НИМӘ МЕНӘН ТУЛА? Яңылыҡтар

    Билдәле булыуынса, Башҡортостанда 2007 – 2010 йылдарҙа малсылыҡ тармағын үҫтереү өсөн ҡабул ителгән махсус программа бар. Уны тормошҡа ашырыу барышында, 2010 йылға малсылыҡ тармағы етештергән ауыл хужалығы продукцияһының күләме 30 процентҡа артырға тейеш.

    авторы: Нур | 10 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ГРИГОРИЙ РАПОТА ӨФӨЛӘ БУЛДЫ Яңылыҡтар

    Йәкшәмбелә Башҡортостанға ике көнлөк рәсми сәфәр менән Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота килде.

    авторы: Нур | 10 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru