Ашы юҡ ураҙа тотҡан, эше юҡ ас ултырған.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Эҙләү
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
» Йоҡтороуы тиҙ булһа ла, һауығыуы ауыр
» Саралар билдәләнде
» Ябай ҙа, кешелекле лә замандашыбыҙ ине
» Ауыл туҡ булһа, ҡала ла бирешмәҫ
» Заяға үткән ғүмерҙе ҡайтарып ...
» Замана тауышына замандаш яуабы



Янылыктар Яңылыҡтар
Балаларҙың үлеменә
нимә сәбәпсе?


Хакасиялағы ауырыу балаларҙың анализдары Хабаровск ҡалаһының Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең вирустар лабораторияһында тикшереләсәк.
Белгестәр уларҙы тикшереүгә тотонған да инде. Билдәле булыуынса, 31 майҙа һәм 3 июндә Хакасиялағы «Шыршыҡай» балалар баҡсаһының ике тәрбиәләнеүсеһе үлгәйне. Ике йәшлек ҡыҙҙың үлеменең сәбәбе – менингококк инфекцияһы, икенсе баланыҡы – эренле менингоэнцефалит. Абакандағы дауаханаға бөтәһе 37 бала эләгә. Шуларҙың бишәүһендә энтеровирус табылған. Ҡалғандарында диагноз шул уҡ ҡала: ОРВИ, киҫкен эсәк инфекцияһы, лазофарингит. Балалар зыян күргән ауырыуҙы диагностикалау ике юл менән башҡарыласаҡ. Уның береһенең һөҙөмтәһе – ике көндән, икенсеһенеке бер айҙан билдәле буласаҡ.

Бер көндә 22 мең кешенең
ғүмере өҙөлгән


Суданда хәл шул тиклем киҫкенләшкән, хатта БМО-раның Хәүефһеҙлек Советы делегацияһының килеүе талап ителгән.
Илдең көньяҡ-көнбайышында – Дарфур провинцияһында сепаратистар ҡоторона. Ә иң көньяҡ райондарҙа хәрбиҙәрҙе һәм ил халҡын күрше Уганда экстремистары үлтерә. Ял көнө генә Суданда 22 меңләп кеше һәләк булған. Әгәр ҙә БМО-ла хеҙмәт итеүсе 30 мең хәрбиҙең, полицейскийҙың һәм граждандарҙың өстән бер өлөшө унда булмаһа, был төбәктә хәл тағы ла насарайыр ине. Улар араһында Рәсәй кешеләре лә бар. Судандан тыш, улар 1992 йылдан алып БМО-ның тағы ла 11 илендә тыныслыҡты яҡлап хеҙмәт итә.

Ираҡ һөжүм итеү майҙаны түгел

Ираҡ Премьер-министры Нури Малик Тәһранға эш сәфәре барышында Иран Президенты Мәхмүд Әхмәдинежад һәм сит ил эштәре министры Манучехр Моттаки менән осрашты.
Осрашыу барышында Малики Ислам республикаһы етәкселәрен, Бағдад Ираҡ биләмәһен Иранға һөжүм итеү өсөн файҙаланырға юл ҡуймаясаҡ, тип ышандырҙы. Осрашыу барышында Иран Президенты: «Дошмандар үҙҙәренең йоғонтоһон көсләп таға алмаһын өсөн Ираҡта хәл тотороҡло булырға тейеш», – тине. Әхмәдинежад шулай уҡ, Ираҡтың күршеләре уға тыныслыҡҡа һәм тотороҡлоҡҡа өлгәшеүгә ярҙам итергә тейеш тип белдерҙе. Был ил биләмәһендә Америка ғәскәрҙәренең булыуы осрашыуҙың төп темаларының береһе булды. Тәhран киләсәктә АҠШ ғәскәрҙәренең Ираҡта ҡалыу шарттары мәсьәләһе буйынса Бағдад менән Вашингтон араһында алып барылған һөйләшеүҙәр менән ҡыҙыҡһына. Иран Ираҡта АҠШ хәрбиҙәренең артабан да ҡалыу мәсьәләһе буйынса килешеүҙең оҙайтылыуына кире мөнәсәбәтен йәшермәй.

Буштың хушлашыу сәфәре

Кисә Джордж Буш Европа буйлап хушлашыу сәфәренә сыҡты.
Һигеҙ көнлөк сәфәрендә ул Словения, Германия, Франция, Италия һәм Бөйөк Британияла буласаҡ. Бынан тыш, Американың 43-сө Президенты Ватиканға барасаҡ. Унда уны Рим Папаhы Бенедикт XVI ҡабул итәсәк. Буш үҙенең тыуған илендә популярлығы менән маҡтана алмай, ә Европала уның рейтингы тағы ла түбәнерәк. Шунлыҡтан уның сәфәренән берәү ҙә ниндәйҙер яңылыҡ көтмәй. Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр буйынса Бостон профессоры Уильям Кейлер әйтеүенсә, сәфәр тик үҙенсәлекле тантана һымаҡ ҡына үтәсәк.

Эшселәр ағыуланған

Ҡытай фабрикаларының береһендә химикаттар тултырылған резервуар шартлаған.
Был фажиғә Шеньчжень ҡалаһында урынлашҡан электр приборҙары заводында була. Эшселәр өс мең литрлыҡ резервуарға химикаттарҙы тултырып йөрөгәндә шартлау яңғырай. Шартлау ваҡытында хлор түгелеп китә. Һөҙөмтәлә 40-ҡа яҡын эшсе химикат менән ағыулана. Уларҙың барыһы ла дауаханаға урынлаштырыла. Шартлауҙың сәбәбе әлегәсә билдәһеҙ.
 (голосов: 0)
авторы: Нур | 10 июня 2008 | | Фекерҙәр (0)
Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Яңылыҡтар
  • Был донъяла ниҙәр бар?
  • Иран делегацияһы Башҡортостан менән таныша
  • Был донъяла ниҙәр бар?
  • Яңылыҡтар
  • Радио Юлдаш на башкирском языке Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Радио Ашкадар в уфе Баш портал


      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru