– Әсәй, урамға сығайым әле? – Бынау йыртыҡ колготка менәнме? – Юҡ, өсөнсө ҡаттағы Гөлиә менән.
* * * Ике ир hөйләшә: – Минең олатайым үҙенең ниндәй көндә үләсәген алдан белгән. – Әллә ул күрәҙәсе инеме? – Юҡ, уға был хаҡта судья әйткән.
* * * Бала табыу йортоноң тәҙрә төбөндә: – Әҡлимә, әйт инде, кем? – Беҙҙекеләр. 5:4.
* * * – Һеҙ миңә бер аҙ изгелек күрhәтә алмаҫhығыҙмы икән? – Ниндәй? – Бер 500 доллар.
* * * – Һылыуҡай, hеҙ бейейhегеҙме? – Юҡ. – Бик яҡшы – юҡҡа ваҡыт әрәм ителмәҫ.
* * * «Яңы башҡорт»тоң фатиры. Бүлмә уртаhында аквариум ултыра, ә унда бегемот йөҙә, hәм был күренеш бер ҙә күҙгә ташланмай...
* * * Редакцияла телефон шылтырай: – Һеҙҙең баҫмағыҙҙа, инглиз көйәрмәндәре Мәскәүҙә 35 миллион долларға яҡын аҡса ҡалдырып киткән, тип уҡығайным. Ҡайhы тирәләрәк икәнен әйтә алмаҫhығыҙмы?
* * * – Атай, мин гонаh ҡылдым... – Йә, Хоҙай, шөкөр, 34 йәштә. – Әсәhе, ишетәhеңме, беҙҙең улыбыҙ ҙа аҡылға ултырған.
* * * – Һеҙҙе танырлыҡ та түгел! – Әллә бик матур күренәмме? – Эш унда түгел. Һеҙ кем hуң?
* * * – Интеллектуалдар интеллигенттарҙан нимәhе менән айырыла? – Интеллектуалдар шундай hүҙҙәр менән hөйләшә, ул hүҙҙәрҙе интеллигенттарға хатта уйлауы ла уңайhыҙ.
* * * – Һылыуҡай, hеҙҙе киләhе бейеүгә саҡырманылармы әле? – Юҡ, әлегә юҡ. – Улайhа, мин анауы сибәр ҡыҙ менән бейегәнсе, hыралы көрөшкәмде тотоп тороғоҙсо!
* * * – Илнур, hин тағы ла контроль эште Зифанан күсергәнhең бит. – Ә hеҙ ҡайҙан белдегеҙ? – Һуңғы hорауға ул: «Мин белмәйем», – тип дөрөҫөн яҙған. Һәм hин: «Мин дә», – тигәнhең... |