Ваҡ эште лә эре итеп башҡар.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ниңә иғтибар етмәй икән?
  • Ураҙа байрамы менән!
  • һорау-яуап
  • Башҡортостан яңылыҡтары
  • Мәңге уңалмаҫ сей яра
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Рәсәй көнө менән! ---

    Хөрмәтле ватандаштар!
    Һеҙҙе ысын күңелдән Тыуған илебеҙҙең төп дәүләт байрамы – Рәсәй көнө менән ҡотлайым!
    Рәсәй Федерацияhының Дәүләт суверенитеты тураhында декларация ҡабул иткәндән һуң илебеҙҙең төрлө яҡлап яңырыуы башланды. Рәсәйҙең оборона hәләтлелеге, иҡтисади hәм сәйәси позициялары нығына. Хоҡуҡи демократик дәүләт, гражданлыҡ йәмғиәте институттары артабан үҫеш кисерҙе. Халыҡтың рухи hәм әхлаҡи ҡиммәттәре арта, кешеләрҙең иртәгәhе көнгә ышанысы үҫә

    авторы: Нур | 12 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Башҡортостан

    Благоварҙа – яңы башлыҡ

    Благовар районы муниципаль районы советы ултырышында муниципаль район башлығын тәғәйенләү тураһында мәсьәлә ҡаралды.
    Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Благовар районы муниципаль районы хакимиәте башлығы вазифаһына контракт буйынса Юрий Александрович Каземаслов тәғәйенләнде.

    авторы: Нур | 12 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бәхетленең бөтәһе бер юлы ---

    Бәхетленең бөтәһе бер юлы
    Әле Башҡортостандың район һәм ҡалаларында яҙғы баҫыу эштәре тамамланыуға арналған һабантуйҙар гөрләй.
    Бөгөн Рәсәй көнө, Ҡала көнө һәм Салауат көндәре уңайынан республикабыҙҙың баш ҡалаһы халҡы «Һабантуй» байрамын тамаша ҡыласаҡ. Байрам саралары Дуҫлыҡ монументында, Ленин майҙанында һәм баш ҡаланың ял парктарында гөрләйәсәк. Дуҫлыҡ монументы янындағы Ағиҙел йылғаһы ярында Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәре сиктәрендә «Славян биҙәктәре» фестиваленең гала-концерты үтәсәк. Шулай уҡ балалар өсөн «Изгелек тыуҙыр!» тип аталған сара ойоштороласаҡ. Спорт яратыусылар Ағиҙел яры буйында пляж волейболы, ҡеүәт экстримы кеүек ярыштарҙа ҡатнаша, көс һынаша ала.

    авторы: Нур | 12 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ЗӘЙНУЛЛА РӘСҮЛЕВ УРАМЫ БУЛАСАҠ Яңылыҡтар

    Күптән түгел баш ҡаланың Яңы күпер (Новомостовая) урамын Зәйнулла Рәсүлев исемендәге урам итеп үҙгәртеүгә ҡағылышлы имеш-мимештәр ишетелеп ҡалғайны. Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Павел Качкаев белдереүенсә, Яңы күпер урамының исеме үҙгәрмәйәсәк, ни тиһәң дә, был урамдың үҙ тарихы бар. Етмәһә, баш ҡалала ике быуат элек аталған урам атамалары былай ҙа күп түгел. Яңы күпер урамының исемен үҙгәртеү-үҙгәртмәү тураһында әлегә рәсми ҡарар юҡ, шулай ҙа уның быға тиклемге атамаһын ҡалдырыу дөрөҫөрәк кеүек

    авторы: Нур | 12 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Өфөм – минең гүзәл баш ҡалам...» ---

    Баш ҡалабыҙ Өфөлә яҡынса 1 миллион 200 меңдән ашыу кеше йәшәй. Уларҙың һаны йылдан-йыл арта бара. Өфө халҡы тыуған ҡалаларына ҡарата ниндәй мөнәсәбәттә икән? Баш ҡаланы улар нимә өсөн яраталар? Ә килеп еткән Рәсәй көнөн өфөләр ниндәй тойғо менән ҡаршылай? Ошо һорауҙарға яуап эҙләп, баш ҡала урамдарында осраған бер нисә кешегә мөрәжәғәт иттек.

    авторы: Нур | 12 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    АЙ ҮҪӘҺЕН КӨН ҮҪӘ Башҡортостан

    Бер нисә йыл инде баш ҡаланың бөтә райондарында ла төҙөлөш әүҙем бара. Хәҙер инде бер кемдең дә шиге юҡ – Өфө донъя кимәлендәге ҙур иҡтисади hәм мәҙәни үҙәк булып бара.
    Баш ҡалала торлаҡ төҙөлөшө башлыса, көньяҡ һәм көнбайышҡа табан үҫешәсәк. Тиҙҙән Дим биҫтәһендә, Миловка менән Романовка ауылдары араһында яңы ҙур микрорайон барлыҡҡа киләсәк. Әлегә уның рәсми атамаһы юҡ, шулай ҙа «Тәбиғәт тауышы» тигән исем бирергә ниәтләүҙәре билдәле. Микрорайонды сит ил архитекторҙары әҙерләй. Унда ике миллион ярым квадрат метр торлаҡ төҙөләсәк, шулай уҡ мәктәп, балалар баҡсаһы, сауҙа нөктәләрен төҙөү ҙә ҡаралған. Ҡыҫҡаһы, был микрорайон йәшәргә уңайлы, заманса буласаҡ.

    авторы: Нур | 12 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Яңылыҡтар

    Европа иҫәбе буйынса

    «Евростат»тың һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, Европа илдәрендә аҙыҡ-түлеккә хаҡтар 12 ай эсендә 7,1 процентҡа күтәрелгән.
    Балыҡсылар һәм водителдәр баш күтәрә, хужабикәләр, магазинға бер сығыу көндән-көн ҡыйбатлана бара, тип зарлана. Ә Рәсәй халҡы нимә эшләргә тейеш? Беҙҙә ғинуар – май айҙарында ғына инфляция 7,7 процент тәшкил иткән, ә йыл дауамында 14 проценттан уҙып киткән. Өҫтәүенә, аҙыҡ-түлеккә хаҡтар ныҡ арта. Шул уҡ ваҡытта беҙ Европа халҡына ҡарағанда күпкә әҙерәк эш хаҡы алабыҙ, ә аҙыҡ-түлеккә хаҡтар уларҙыҡынан бик айырылмай, хатта артып та китә. Мәҫәлән, картуф, кишер, тауыҡ, дөгө һәм кока-колаға хаҡтарҙы сағыштырып, шундай һығымтаға килгәндәр. Иң ҡыйбат хаҡтар – Стокгольм менән Лондонда, аҙыҡ-түлек йыйылмаһы өсөн унда 14 доллар кәрәк буласаҡ. Киевта ул 12 долларға төшәсәк. Мәскәү был йәһәттән дүртенсе урынды биләй. Тбилиси менән Бакуҙа иһә хаҡтар Мәскәүгә ҡарағанда 30 центҡа әҙерәк.

    авторы: Нур | 12 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яҙғандарың ҡалды иҫтәлеккә Башҡортостан » Хәтер

    Зилә Үҙәнбаеваның исеме «Йәшлек», «Атайсал», «Уральский проект» гәзиттәрендә донъя күргән мәҡәләләре аша күптәргә яҡшы таныш. Ҡайһыһына былай ғына яҙышты, ҡайһыһында хәбәрсе булып эшләне ул. Әммә яҙғандары һәр ерҙә лә юғары баһалана ине, уларҙың үтмәй, сыҡмай ятҡаны булманы.

    авторы: Нур | 12 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru