Йүнһеҙ менән көнөң уртаҡ булмаһын.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Эҙләү
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
» БАҘАРҒА ҮҘЕБЕҘ ХУЖА БУЛАЙЫҠ!
» Көлкөха-ха-хана
» Ҡарбуз, ҡауын һәм нитраттар
» Исемеңә тоғро ҡал, ҡартайыу белмә!
» Ололар бите кәрәк
» «Ғаиләгә, үҫмерҙәргә, ...



Краснодарҙа башҡорт бармы? Башҡортостан » Милли проекттар
Краснодар ҡалаhында үтәсәк hабантуйға барырға кәрәк тигәс, иң беренсе: «Ә унда башҡорттар бармы икән?» – тигән уй мейене телеп үтте. Әммә аэропортҡа килеп төшөү менән бындай шиккә урын ҡалманы. Беҙҙе – Стәрлетамаҡ дәүләт драма театры директоры Таhир Искәндәровты, уның урынбаҫары Башҡортостандың халыҡ йырсыhы Альберт Шаhиевты hәм ошо юлдар авторын саф башҡорт телендә сәләмләп, Краснодар ҡалаhындағы «Ағиҙел – К» башҡорт ойошмаhы рәйесе Дим Абрахманов, уның ярҙамсыhы Әүхәт Мусин, Әхмәҙи Сөләймәнов ҡаршы алды.
Краснодар ҡалаhында hабантуй 13-сө тапҡыр үтте. Тәүге йылдарҙа бындағы халыҡ «Болғар – К» татар йәмғиәтенә берләшә, аҙаҡ башҡорттар үҙҙәренә «Ағиҙел – К» исемле айырым йәмғиәт төҙөй. Һәр ойошманың аҙағындағы «К» хәрефенә аптырамағыҙ – Краснодар тигәнде аңлата ул. Айырым- айырым йәмғиәттәр булhа ла, урындағы башҡорт-татарҙар бик татыу йәшәй, hәр байрамды берлектә үткәрә.
Краснодар крайында 27 мең татар, 2 мең 700 башҡорт иҫәпләнә.
8 июндә Кубань йылғаhы эргәhенә урындағы халыҡ йыйыла башланы. Былау бешереү өсөн ҡаҙандар аҫылды, байрамдың иң ҙур бүләге – тәкәне лә алып килделәр. Форсаттан файҙаланып, «Болғар – К» татар йәмғиәте етәксеhе Вәсил Йәғәфәровҡа бер нисә hорау менән мөрәжәғәт итәм.
– Бынан 13 йыл элек үткән беренсе hабантуйға 20-ләп кенә кеше йыйылғайны. Йылдан-йыл халыҡ hаны арта бара. Әммә күбеhе hабантуй хаҡында белмәй ҡала. Киләhе йылға инде байрамды киңерәк үткәреп, 3 мең кешене йыйырға иҫәп тотабыҙ (быйылғы hабантуйға меңләп кеше килде). Башҡортостан ситтә йәшәгән башҡорттарға күп иғтибар бүлә, мин хатта ҡайhы саҡта көнләшеп тә ҡуям. Әлбиттә, Татарстан да беҙҙе үгәйhетмәй. Ҡаҙанда үткән төрлө сараларға саҡыралар, hабантуй, милли көрәш кеүек спорт төрҙәре буйынса уҡыталар, методик ярҙам күрhәтәләр. Быйыл Краснодар ҡала хакимиәте hабантуй өсөн 15 мең hум аҡса бүлде. Киләсәктә лә иғтибарҙан ситтә ҡалдырмаҫтар, тип өмөтләнәбеҙ.
Краснодарҙа башҡорт бармы?
Ул арала сәхнә лә ҡоролдо, саҡырылған ҡунаҡтар ҙа килеп етте. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Румил Аҙнабаев Башҡортостан Республикаhы Президенты Мортаза Рәхимовтың hабантуйға ҡотлау сәләмен уҡығандан hуң, урындағы активистарға ҡоролтай башҡарма комитетының Маҡтау ҡағыҙҙарын тапшырҙы. Башҡортостан Республикаhының Краснодар крайындағы вәкиллегенең тулы хоҡуҡлы вәкиле Айҙар Хәлилов, Ырымбур өлкәhе Орск ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Миңзирә Аҡҡошова ла килгәйне байрамға. Ә Краснодар башҡорттарының иң көткән ҡунаҡтары Стәрлетамаҡ драма театры артистары булғандыр. Театрҙың директоры Таhир Тимерхан улын барыhы ла үҙ туғанылай күрә. Бына өсөнсө йыл инде стәрлетамаҡтар hабантуйға килеп, туған моңона hыуhаған халыҡты матур концерт менән hөйөндөрөп ҡайта. Был юлы ла Башҡортостандың халыҡ йырсыhы Альберт Шаhиев, республикабыҙҙың атҡаҙанған артисы Фирзинә Абдуллина, бейеүсе Римма Ишбирҙина, ҡурайсы Азамат Асаинов, актер Илфир Баймурзин, музыкант Сәйҙәш Сәсәнбаев, скрипкасы Айгөл Илембәтованан торған төркөмдөң сығышын hәр тамашасы яратып ҡабул итте. Дәртле башҡорт көй-ҙәренә ялан тултырып бейегән адыгей, рус, әрмән, грузин, йәhүд, татар, башҡорт h. б. халыҡты күреүе бик шатлыҡлы күренеш булды беҙҙең өсөн.
Ҡаҙан ҡала филармонияhы артистары Альбина Кинйәлкәева менән Мәҡсүт Юлдашевтың сығышы ла байрамға бер нур өҫтәне.
Стәрлетамаҡ театры буш ҡул менән килмәгәйне – артистар Краснодар башҡорттарына өлкәндәр, балалар өсөн театр оҫталары теккән бер нисә милли костюм бүләк итте.
БР Милли сәйәсәт hәм мәҙәниәт министрлығы биреп ебәргән китаптарҙы ла бик ҡыуанып ҡабул итте краснодарҙар. «Башҡортостан энциклопедияhы»нан үҙҙәренең тыуған яғы хаҡында яҙылған мәғлүмәттәрҙе эҙләп, ҡулдан-ҡулға йөрөттөләр. Ә байрам артабан дауам итте. Тап беҙҙеңсә барҙы hабантуй. Иң күп халыҡты йыйғаны көрәш майҙаны булды. Бигерәк тә адыгейҙар ярата икән был спорт төрөн. Бик оҙаҡ барған сәмле алыштан hуң Расих Якушев абсолют чемпион тип табылды.
Һабантуй тамамланып, артистарыбыҙ аппаратураhын йыйып бөткәндән hуң да халыҡ уларҙы оҙаҡ ваҡыт ҡайтармай торҙо. Үҙ туған телендә үҙ халҡы менән аралашыуға бик hыуhаған ине краснодар башҡорттары.
Бер көн генә осрашыу ваҡытында иң төп hорауға яуап табылды – Краснодар крайындағы башҡорттар бик дуҫ, татыу, аралашып йәшәй, матур итеп байрам да итә. Әлеге сараға Анапа, Абинск ҡалаларынан да милләттәштәребеҙ килгәйне.
Бигерәк тә шуныhы иғтибарға лайыҡ – улар бер кемдең дә ярҙамына өмөтләнмәй, ситтә йәшәгәндә лә үҙенең башҡортлоғон онотмай, балаларында ла милли рух, үҙ милләте менән ғорурланыу тойғоhо тәрбиәләргә тырыша. Шундай милләттәштәребеҙ күберәк булhын!

Артур ДӘҮЛӘТБӘКОВ.
Краснодар крайы.
Автор фотолары.
 (голосов: 0)
авторы: Нур | 14 июня 2008 | | Фекерҙәр (0)
Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Күңелдәрен күреп ҡайттыҡ
  • Краснодар башҡорттары берләшә
  • КРАСНОДАР БАШҠОРТТАРЫ БАШҠОРТОСТАНДА ҠУНАҠТА
  • Башҡортостанға сәйәхәт күңелд ...
  • Шатландырҙы ла, уйландырҙы ла
  • Радио Юлдаш на башкирском языке Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Радио Ашкадар в уфе Баш портал


      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru