Ҡамыш һыуҙан туймаҫ, тырыш эштән туймаҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Республика көнөнә әҙерлек башланды
  • Осрашҡанға тиклем, «Имәнкәй»!
  • Бәхил бул, шағир һәм журналист!
  • Алсаҡ кеше ул еңгәбеҙ
  • Яҡты йортта тыуған йылылыҡ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ Сәләмәтлек

    Һаулыҡтың ҙур байлыҡ икәнен күптәр ауырып китһәләр генә аңлай. Кешеләр ҙә бит осрашып күрешкәндә иң тәүҙә һаулыҡ теләү йәһәтенән: «Һаумыһығыҙ, хәлегеҙ нисек?» – тип өндәшә.

    авторы: Нур | 14 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Беҙҙең Гөлфиә Сәләмәтлек

    Беҙҙең Гөлфиә
    Медицина хеҙмәткәрҙәре араhында ҡатын-ҡыҙ күпселекте тәшкил итә. Һәр саҡ ап-аҡтан кейенгән шәфҡәт туташтарына ҡарап, күп кенә ҡыҙҙар киләсәктә табип булырға ҡарар иткәндер. Шундай ҡыҙҙарҙың береhе – Гөлфиә Барый ҡыҙы Ҡолмәнбәтова.
    Ул 1980 йылда Белорет медицина училищеhын тамамлап, дуҫ ҡыҙы Әнүзә менән Өфө ҡалаhына эшкә килә. Ике йыл Гөлфиә 31-се балалар поликлиникаhында шәфҡәт туташы булып эшләй. Йылайыр районы Ҡыҙҙарбиргән ауылына ҡунаҡҡа килгән ҡыҙҙы Әнүзәнең ағаhы Миңләхмәт кире Өфөгә ебәрергә уйламай ҙа. Шулай итеп, Учалы районының Ҡаҙаҡҡол ауылы ҡыҙы Гөлфиә Ямалетдинова тирә-яғы урман менән уратып алынған ауылға килен булып төшә hәм ең hыҙғанып эшкә тотона. Иң тәүҙә Үркәс (Ҡыҙҙарбиргән) ауыл фельдшерлыҡ пунктында – шәфҡәт туташы, hәм бына инде 28 йыл Үркәс акушер-фельдшерлыҡ пунктында етәксе вазифаhын башҡара.

    авторы: Нур | 14 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кешеләрҙә өмөт уятып Сәләмәтлек

    «Кешеләрҙә киләсәккә өмөт уятҡанмын икән, мин быға сикhеҙ шатмын», – ти 25 йылға яҡын ғүмерен Ишембай районының Ишәй ауыл советына ҡараған Ишәй, Яңауыл hәм Восток ауылдары халҡының hаулығын hаҡлауға арнаған I категориялы фельдшер Зөлфиә Fөбәйҙуллина.

    авторы: Нур | 14 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Алтын ҡулдарында – илаһи яҡты нур Сәләмәтлек

    «Бәлә ағас башынан йөрөмәй, кеше башынан йөрөй» тигән мәҡәлде йыш ҡына ишеткән Әнисә Нуретдинова берәй заман был һүҙҙәрҙең асылына дауаханала ныҡлап төшөнөргә тура килер тип башына ла индермәй. Гел йүгереп кенә йөрөгән, бар эшен тиҙ арала башҡарып өйрәнгән башланғыс синыф уҡытыусыһы, ҡан баҫымының кинәт төшөүе арҡаһында, мәктәп баҫҡысында иҫен юғалтып ауа һәм, ботон һындырып, аяҡтан ҡала.

    авторы: Нур | 14 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡатын Әҙәбиәт » Хикәйә

    Шымарып, йылтырап торған соҡорҙа әйләнде лә әйләнде тәгәрмәс. Тиҫкәре ҡар өйөмө иhә уның hайын отороланды.
    – Күпме мөмкин уға ла был ике көн эсендә унда-бында hуҡҡыланып, этелеп-төртөлөп йөрөргә. Етер, уға ла ял кәрәк. – Ул оло юлға сыға торған машина юлында арҡыры hуҙылып, ирәбәләнеп ята бирҙе.

    авторы: Нур | 14 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көлкөлиум Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Сит ил кешеhе:
    – Ни өсөн Рәсәйҙә ҡоймаларҙы таҡтанан, ә мебелде ағас онтағынан эшләйҙәр икән? – тип аптырай.

    авторы: Нур | 14 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йә бөгөн, йә 2012 йылға тиклем... Яңылыҡтар » Спорт

    Футбол буйынса Европа беренселегенең икенсе туры старт алып, «А» hәм «В» төркөмдәре командалары үҙ-ара осрашыуҙар уҙғарҙы ла инде. «А» төркөмөнөң лидеры булып hаналған Португалия футболсылары Чехияны 3:1 иҫәбенә отоп, ике уйында алты мәрәй туплап, сирекфиналға беренсе булып путевка яуланы. Ә бына бәхетле икенсе урын өсөн көрәш буласаҡ әле. Уны Чехия менән Төркиә командалары хәл итәсәк. Сөнки төрөктәр Швейцария уйынсыларын 2:1 иҫәбенә еңеп, чемпионат хужаhын беренселекhеҙ ҡалдырҙы. Икенсе хужа – Австрия командаhы, поляктар менән 1:1 иҫәбенә уйнап, аҙ булhа ла юлын дауам итеү мөмкинлеген hаҡлап ҡалды. Тик, Германия менән бәйгелә уларға «яралы немецтар»ҙы еңеүе, ай-hай, ауыр буласаҡ, сөнки хорваттар Германия футболсыларын 2:1 иҫәбенә отоп, Португалиянан ҡала сирекфиналға икенсе путевка яулай.

    авторы: Нур | 14 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рәсәй көнө менән! ---

    Хөрмәтле ватандаштар!
    Һеҙҙе ысын күңелдән Тыуған илебеҙҙең төп дәүләт байрамы – Рәсәй көнө менән ҡотлайым!
    Рәсәй Федерацияhының Дәүләт суверенитеты тураhында декларация ҡабул иткәндән һуң илебеҙҙең төрлө яҡлап яңырыуы башланды. Рәсәйҙең оборона hәләтлелеге, иҡтисади hәм сәйәси позициялары нығына. Хоҡуҡи демократик дәүләт, гражданлыҡ йәмғиәте институттары артабан үҫеш кисерҙе. Халыҡтың рухи hәм әхлаҡи ҡиммәттәре арта, кешеләрҙең иртәгәhе көнгә ышанысы үҫә

    авторы: Нур | 12 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru