Егәрле уңыр, ялҡау туңыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Атҡа эйәр кем һала?
  • Республика медицина кәңәшмәһенә әҙерлек ҡыҙа
  • Ҡолаҡ һал!
  • Былар ҡыҙыҡлы
  • Тотош дәүер ҡала офоҡта
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Сая ҡыҙҙар ҡайҙа тиһегеҙме? Башҡортостан » Милли проекттар

    Йыр-бейеүгә маһир, ҡурҡыу белмәҫ сая ҡыҙҙарҙы ҡайҙа осратырға мөмкин, тип уйлайһығыҙ? Тик Салауат йыйыны байрамында ғына тиһәм, һис арттырыу булмаҫ. Республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән йыйылған 16 ҡыҙ ҡатнашты быйылғы Сая ҡыҙҙар конкурсында.

    авторы: Нур | 24 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Салауатлы таңдар атҡанда Башҡортостан » Милли проекттар

    Салауатлы таңдар атҡанда
    «Салауат йыйыны» республика фольклор байрамы беренсе тапҡыр 2004 йылда халҡыбыҙҙың милли батыры Салауат Юлаевтың тыуыуына 250 йыл тулыуға арналып, уның тыуған ере – Салауат районында уҙғарылғайны. Хәҙер иһә был сара халыҡтың йыл һайын көтөп алған матур байрамына әүерелде. 2005 йылда ул йәнә Салауат районында, 2006 йылда – Балтас, 2007 йылда Саҡмағош районында үтте. Быйыл бишенсе тапҡыр ойошторолған оло йыйын урыны итеп батыр исемен йөрөткән ҡала һайланды. Өҫтәүенә, быйыл Салауат ҡалаһы 60 йыллыҡ юбилейын да билдәләй.

    авторы: Нур | 24 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Һуҡа бабай, ситтә тор!..» Башҡортостан » Милли проекттар

    Берәй төрлө тамаша йә байрам хаҡында: «Гөрләп үтеп китте», – тиhәләр, ышанмағыҙ. Белегеҙ – тик тракторсылар ғына үҙҙәренең тимер «дөлдөл»дәрендә гөрләтеп эшләй, гөрләтеп ярыша, кәрәк сағында гөрләтеп ял итеп тә ала. Һәр хәлдә, «Ауыл хужалығы производствоhының тракторсы-машинисы» hөнәре буйынса Юлдыбайҙа уҙғарылған Бөтә Рәсәй олимпиадаhының финалын күҙәтергә барғас, шундай hығымтаға килдем.

    авторы: Нур | 24 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эскелек – боҙоҡлоҡтоң башы ---

    Ислам динендә хәрәм hаналған үә Аллаhы Тәғәлә тарафынан ҡәтғи тыйылған нәмәләрҙең береhе – иҫерткес эсемлектәр эсеү. Халыҡ араhында араҡы тип аталған бындай иҫерткестәрҙең төрлө булыуы мөмкин. Кешенең аңын томалай, иҫертә торған hәр нәмәне Ислам хәрәм тип иҫәпләй. «Ҡөрьән» аятындағы «Наhи» сүрәhендә Аллаhы Тәғәлә: «Хөрмә hәм йөҙөм ағастарының емештәренән эске үә гүзәл ризыҡ яhарhығыҙ», – тип әйткән.

    авторы: Нур | 24 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Аллаhы Тәғәлә бойороҡтары ---

    «Эй, әҙәм балаhы! Мин яратҡандарҙың береhен дә ҡарғама, сөнки ҡарғыш үҙеңә ҡайтыр. Белегеҙ, ташты hыу йомшарта алмаған кеүек, hеҙҙең ҡаты йөрәгегеҙгә лә вәғәздәр файҙа бирмәҫ.

    авторы: Нур | 24 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Әсә абруйы ---

    Исламда әсәгә булған ихтирам менән әсә булыуҙың ҡиммәте айырылғыhыҙ. Ҡөрьән Аллаhыға табыныуҙан hуң ата-әсәгә булған яҡшы мөнәсәбәтте беренсе урынға ҡуя. Аллаhы Тәғәлә: «Раббыбыҙ hеҙгә үҙенән башҡа бер кемгә лә ғибәҙәт ҡылмаҫҡа hәм ата-әсәгә ихтирамлы булырға бойора. Уларға ауыр һүҙ әйтмә, кәйефтәрен ебәрмә һәм ихтирам менән мөғәмәлә ит», – тигән.

    авторы: Нур | 24 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Иман булған ер ҡотло Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Архив мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Дәүләкән ҡалаhы мәсете ХIХ быуат аҙағында – ХХ быуат башында төҙөлә. Уның беренсе hәм аҙаҡҡы имам-хатибы, арҙаҡлы Дим буйы ахуны Искәндәр Ишаев була. Мәсет ҡаршыhында башланғыс hәм урта белем биреүсе мәҙрәсә лә эшләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дәhрилек ваҡыты етеү менән, 1930 йылда гөрләп торған иман йортон ябалар. Матур таш манараhын емереп төшөрәләр. 1992 йылда район hәм ҡала советының ҡарары менән Дәүләкән (Этҡол) мәсетенең бинаhы мосолман халҡына кире ҡайтарыла.

    авторы: Нур | 24 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яралы күңел Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Бала – бауыр ите, тиҙәр... Әсә өсөн балаһынан да ҡәҙерле, яҡын кеше юҡ донъяла. Ауырып китһә – борсола, күңелһеҙлектәр килеп тыуһа – ярҙам ҡулы һуҙа, иңгә көс етмәҫлек ауырлыҡтар төшһә лә балаһы менән бергә күтәрә, кәрәк саҡта кәңәштәре менән ярҙам итә. Үҫеп буй еткерһә лә, сәстәренә ҡырау төшһә лә, әсә өсөн ул барыбер сабый булып ҡала. Мәҡәлә әсә менән бала хаҡында булһа ла, уның ыңғай яҡтарын түгел, киреһенсә, үҙем шаһит булған кире яҡтарын асып һала...

    авторы: Нур | 24 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru