Иген келәттә, кеше хеҙмәттә күренә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Атың булһа, ил таный
  • [b]ИҒлан[/b]
  • Дайджест
  • Сөннәтләү – кәрәкле ғәмәл
  • Әҙер көйгә түләп бейегән билет хаҡы ҡайҙа китә?
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ҡала матурлығын –фотоһүрәттәрҙә Яңылыҡтар » Конкурстар

    Ҡала матурлығын –фотоһүрәттәрҙә
    Стәрлетамаҡ ҡалаһында Яратҡан ҡалам байрам төҫөндә тип исемләнгән тәүге ҡала фотокросы үтте.
    Ҡала көнөнә арналған был сараның ойоштороусылары булып Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм ҡала округы хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте бүлеге һәм Республика йәштәр мәғлүмәт үҙәге дәүләт учреждениеһы филиалы сығыш яһаны.

    авторы: Нур | 17 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Торлаҡ төҙөлөүен төҙөлә, әммә... Башҡортостан » Милли проекттар

    «Бөгөн торлаҡ мәсьәләhе – иң киҫкен проблема. Республикала торлаҡ күпләп төҙөлөүгә (былтыр 1,856 миллион квадрат метр сафҡа индерелгән, быйыл 2,2 миллион квадрат метрҙы сафҡа индереү планлаштырыла) ҡарамаҫтан, «Рәсәй граждандарына арзан hәм уңайлы торлаҡ» өҫтөнлөклө милли проектын үтәү буйынса Рәсәй төбәктәре араhында беҙ 63-сө урынды биләйбеҙ. Беҙгә «Республикала торлаҡ хаҡы ни өсөн ҡиммәт?» тигән hорауға төплө яуап табырға кәрәк». БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев ошондай бурыс ҡуйҙы. Башҡортостан Республикаhында Fаиләгә социаль ярҙам йылына әҙерлек hәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитеты ултырышында торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж ғаиләләргә дәүләт ярҙамы күрhәтеү мәсьәләhе тикшерелде.

    авторы: Нур | 17 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мәғрифәтсенең исеме лайыҡлы Яңылыҡтар

    Күптән түгел «Молодежная газета» республика йәштәр гәзитендә «Ватандаш» журналының баш мөхәррире, БР Журналистар союзы рәйесе Фәрит Әхмәҙиев Тарих, тел hәм әҙәбиәт институтына М. Өмөтбаев исемен бирергә кәрәк тигән тәҡдим менән сығыш яһаны. Был мәҡәләнән һуң «Башҡортостан» гәзитенең быйылғы 95-се һанында ошо тәҡдимде хуплаған бер төркөм ғалим һәм яҙыусының сығышы баҫылып сыҡты.

    авторы: Нур | 17 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һаҡ булығыҙ! Яңылыҡтар » Иғтибар

    Йыл башынан республикала 1926 янғын сыҡҡан, унда 147 кешенең ғүмере өҙөлгән, шул иҫәптән утта 17 бала һәләк булған. Статистика күрһәткестәре аяныс. Өҫтәүенә, башҡа йылдар менән сағыштырғанда, янғын сығыу осрағы күпкә артҡан.

    авторы: Нур | 17 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Петербургтан – Пекинға Яңылыҡтар

    Уҙған йәкшәмбелә көн дауамында тиерлек республикабыҙҙың Октябрьский ҡалаһы янынан «Transorietale» символикалы мотоциклдар, КамАЗдар, спорт машиналары елеп үтте. Был ваҡытта Башҡортостан менән Татарстан сигендәге юлда булған ҡала халҡы Санкт-Петербург – Астана – Пекин халыҡ-ара ралли-рейды шаһиты булды. Был ярышҡа тантаналы старт 11 июндә бирелһә, 12 июндә унда ҡатнашыусылар экстрим-сәйәхәткә йүнәлде.

    авторы: Нур | 17 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Яңылыҡтар

    Президентҡа ҡаршы

    Бөйөк Британия халҡы Америка Президентының сәйәсәтенә ҡаршылыҡ белдергән.
    Йәкшәмбелә ике меңгә яҡын кеше, Джордж Буштың сәйәсәтенә һәм уның Британияға сәфәренә ҡаршы ризаһыҙлыҡ белдереү маҡсатында, Лондондың Парламент майҙаны янына йыйылған. Юҡҡа ғына тап шул урынды һайламаған улар. Парламент майҙаны Премьер-министр Гордон Браундың резиденцияһы – Даунинг-стрит ҡаршыһында урынлашҡан. Ә Америка Президенты ҡатыны менән шунда саҡырылған булған. Акцияла ҡатнашыусылар марш менән Даунинг-стритҡа тиклем барырға ниәтләй, әммә полиция быға юл ҡуймай. Америка Президентының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн Британияның баш ҡалаһы үҙәгенә өс меңгә яҡын полиция хеҙмәткәре саҡырыла.

    авторы: Нур | 17 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡыуаныс Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Тормош ҡайhы ваҡыт ниндәйҙер хәл-ваҡиғаhы менән ҡыуандыра. Ҡайhы саҡ үҙең генә түгел, күптәр (бөтә халыҡ тип тә әйтке килә) менән бергә ҡыуанаhың. Бына билдәле ғалим Әнүәр ағай Әсфәндиәровҡа республиканың дәүләт премияhы бирелде. Нисек ҡыуанмайhың – 60-сы йылдарҙа ул мине 1-се интернат-мәктәптә уҡытты, синыф етәксеhе булды.

    авторы: Нур | 17 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Милли идея, hин ҡайҙа? Сәйәсәт

    Бынан бер нисә көн элек генә Бешкәк ҡалаhы янындағы зыяратта бөйөк яҙыусы Сыңғыҙ Айытматовты баҡый иленә оҙаттылар. Уның үлеме менән асманда бер йондоҙ hүнде, донъя рухиәтенең бер сите кителде, кешелек етемhерәп ҡалды.

    авторы: Нур | 17 июня 2008 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru