Ауырыуға дауа бар, дәртһеҙгә дауа юҡ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Июнь
  • Сабый бишектән тәрбиәләнә
  • МАШИНАҒА ЛА ЭҪЕ
  • һорау-яуап
  • Йондоҙнамә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Мин был ерҙе һүрәтләргә тыуҙым» Башҡортостан » Юбилейҙар

    Рәшит Сәйфетдин улы бөгөн дә эшкә иртәрәк сыҡты. Сессия осоро яҡынлаша бит, эреле-ваҡлы мәшәҡәт ифрат күп, ә факультет деканы уларҙың уртаһында ҡайнай. Бына сәнғәт академияһының яңыртылған, балҡып торған төп бинаһы ла артта ҡалды. Ә һынлы сәнғәт факультеты театр факультеты менән бергә саҡ ҡына арыраҡ, Цюрупа урамында урынлашҡан. Республика етәкселегенә рәхмәт инде, бинаһын да бирҙеләр, ремонтҡа ла аҡса йәлләмәнеләр. Эсе-тышы балҡып торғас, эшләүе лә күңелле.

    авторы: Нур | 17 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Иманыбыҙ китһә, ауылыбыҙ бөтһә, донъябыҙҙа тағы ни ҡалыр? Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Иманыбыҙ китһә, ауылыбыҙ бөтһә, донъябыҙҙа тағы ни ҡалыр?
    Был мәҡәләне яҙыу уйы бөгөн генә килеп тыуманы. Бик күптән инде минең hәм башҡа битараф булмағандарҙың йөрәген әрнеткән тема. Бөгөнгөбөҙҙә йәшәп hәм киләсәккә ҙур өмөттәр бағлар өсөн, әлбиттә, беҙ hәм балаларыбыҙ, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ үткәнен, тамырын, нигеҙен, шәжәрәhен, тарихын белергә тейеш, тип уйлайым. Халҡымдың бөгөнгөhөнә әрнеп тә, ниндәйҙер кимәлдә тормошҡа битараф түгелдәрҙең, матди булмаған хәлдә лә, рухи ярҙамына мохтажлыҡ ҡулыма ҡәләм алырға мәжбүр итте.
    ХалҠыбыҘҘыҢ бөйөк яҙыусыhы Мостай Кәримдең иҫ китмәле зирәк аҡыллы, үткер hәм тапҡыр фекерҙәре бихисап. Шуларҙың береhе: «Беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың белемдәре булмаhа ла, улар бер ҡасан да наҙан булмаған». Бик фәлсәфәле, бөйөк мәғәнә ята был hүҙҙәрҙә.

    авторы: Нур | 17 июня 2008 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    БАТЫР РУХЫ Әҙәбиәт » Шиғырҙар

    Әллә ярhыуымы
    Үткәндәрҙең –
    Йәшнәй йәшен илдең күгендә,
    Утлы ҡылысымы

    авторы: Нур | 17 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Почтальондар, телевизор һеҙҙе көтә! Яңылыҡтар » Конкурстар

    МатбуҒат баҫмалары бер ваҡытта ла үҙ аллы ғына йәшәй алмай. Гәзит-журнал дуҫтары менән көслө. Гәзит менән уҡыусыны кем дуҫлаштыра, осраштыра ла кем ҡауыштыра? Димсе кем? Эйе, хат ташыусы, почта хеҙмәткәре. Шәп тауар рекламаға мохтажлыҡ кисермәй, тиhәләр ҙә, тәжрибәлерәк, уңғаныраҡ ағай-апайҙарҙың hүҙҙәренә ҡолаҡ hалмайынса ла булмай ҡай саҡ.

    авторы: Нур | 17 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Почтальон алып килә...» Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Шишмә тауы башында күҙ асҡыhыҙ ыжғыр буран ҡоторона. Көслө ел ҡайын баштарында орсоҡтай өйөрөлөп-өйөрөлөп йөрөй-йөрөй ҙә бар көсө менән олондарына ҡар hылап китә. Эрерәк ҡайындар бигүк бирешеп бармай-барыуын, hыйғыр ботаҡтарын сайҡап ҡуялар ҙа йәнә тураялар. Тик ҡайынлыҡ ситендә үҫкән йәшерәк ҡайындарға ғына ауырға тура килә был буранлы көндәрҙә. Улар бөгөлөп-hығылып ҡалын ҡар өҫтөнә барып йығыла ла, ел үтеп киткәс, өҫтәренә ятҡан ҡарҙы hелкетеп төшөрөп аяҡҡа баҫа. Ел икенсе яҡтан килтереп hуҡhа, тағы ла йығылалар. Бәғзе берәүҙәре көслө баҫымға түҙмәй, шартлап hынып та китә.

    авторы: Нур | 17 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    АШЫҠМА! АШЫҠМА... Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Юҡ, мин, әлбиттә, донъяға бер бөгөн тыумағанмын һәм кешене ҡоҫторор өсөн ҡутарғансы һыу эсерергә кәрәклеген генә ишеткәнем бар. Әммә тәү ҡарашҡа ябай ғына күренгән был эште тормошҡа ашырыуы шул тиклем ауыр булырын ҡайҙан беләйем?! Белгән булһам, әле ыңҡылдап илаған Вәсиләнең ауыҙына биш бармағымды ла тиерлек тығып, уны ҡоҫтороп маташмаҫ, «Тиҙ ярҙам»ды ғына саҡырыр ҙа ҡуйыр инем. «Саҡырма табиптарҙы, юғиһә мине психтар араһына алып барып тығырҙар», – тип мығырлаған Вәсиләне тыңламаһамсы!

    авторы: Нур | 17 июня 2008 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Рәсәй, алға! йәки маhир Семактың пасы Яңылыҡтар » Спорт

    Футбол буйынса Европа чемпионатында Рәсәй йыйылма командаhының уйынын көйәрмәндәр түҙемhеҙлек менән көтөп алды. Нимә генә тимә, испандарҙан көтөлмәгәнсә отолоу барыhының да сәменә тейҙе. Рәсәйҙә лә футболды яраталар. Был хаҡта сит ил матбуғаты, киң мәғлүмәт саралары мыҫҡыллы ғына, Рәсәйҙе футбол уйнарға өйрәтеү өсөн иң беренсе тәртип булдырырға кәрәк, тигән фекер ташлап маташа. Нисауа, бындай фекерҙәр Рәсәй егеттәренең сәменә генә тейә. Греция – Рәсәй матчын ҡарарға билдәле спортсыларҙан тыш, Мәскәү мэры Юрий Лужков, Лондон «Арсенал»ы акцияларының хужаhы, Рәсәй эшҡыуары Алишер Усманов, әлбиттә, «Челси» хужаhы Роман Абрамович, «УЕФА» президенты Мишель Платини барҙы.

    авторы: Нур | 17 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    КИСКЕ СИМФОНИЯ Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    КИСКЕ СИМФОНИЯ
    Инйәр буйы киске сихри тынлыҡҡа иркәләнә. Әйтерhең дә, уны, ҙур йәшел бишеккә hалып, тәбиғәт үҙе тирбәтә. Илаhи тынлыҡ, илаhи матурлыҡ! Был күркәмлекте hөйләп тә, яҙып та бөтөрөрлөк hүҙ юҡ кеүек. Әллә шуны hиҙеп ҡалып, бер hандуғас үҙенең йырын башланы. Йөрәкте елкендереп, күңелдәрҙе зәңгәр күккә тоташтыра был моң. Йырсы берсә нәҙек кенә тауыш менән hыҙғыра, берсә дәртле итеп көйләй, ә hуңынан ул моң тотош бер симфонияға әүерелә. Талғын ғына аҡҡан йылға был моңда иркәләнә генә.
    Минең hәр сәскәгә, үләнгә, ағас япрағына булған хис-тойғоларыма яуап итеп, hандуғас үҙ йырҙарын бүләк итте. Мәңге hайра, моңло ла, hағышлы ла тәбиғәт күрке, тәбиғәт йырсыhы!

    авторы: Нур | 17 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru