| |
|
| Балта сапҡансы, түмәр ял итә.
|
|
|
 |
|
|
 |
|
 |
|
Баш бит |
Теркәлеү |
Мәғлүмәт |
Сайттағы яңылыҡтар |
Беҙҙең турала |
Бәйләнеш
|
 |
|
 |
|
Мәскәү көндәре үткәреләсәк
БР Президенты Мортаза Рәхимов Мәскәү Хөкүмәте тәҡдиме буйынса быйылғы йылдың 25 – 26 сентябрендә Башҡортостан Республикаһында Мәскәү көндәрен үткәреү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. |
|
|
|
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостан Волга буйы федераль округында сабыйҙар тыуыуы буйынса беренсе урынға сыҡты. Быға тиклем беҙ икенсе урында килә инек. Республикала тыуым, былтырғы ошо ваҡыттағы күр-һәткестәр менән сағыштырғанда, 15 процентҡа артып киткән! Дүрт ай эсендә беҙҙә 17696 сабый донъяға килгән. Ғөмүмән, 2000 йылдан башлап, беҙҙең республикала тыуымдың тотороҡло артыуы күҙәтелә. Ә хәҙер инде ысын-ысындан «бәпәй-бум» башланған! Һуңғы айҙарҙа аҙна һайын меңәрләп сабый донъяға килә.
|
|
|
|
АМЕРИКАҒА – «ЭЙЕ»
Американың Дәүләт секретары Кондолиза Райс Европа буйынса турнеhы сиктәрендә Прагала Чехия Республикаһының сит ил эштәре министры Карел Шварценберг менән был ил территорияһында ракетаға ҡаршы оборона системаһын (ПРО) йәйелдереү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Чехия аналитиктарының фекеренсә, Америка радар станцияларының илдә урынлаштырылыуы һәм АҠШ-тың Чехияға йүнәлтәсәк инвестициялары ил иҡтисадына һиҙелерлек йоғонто яһамаясаҡ. Көнсығышҡа, шул иҫәптән тәү сиратта Рәсәйгә экспорт юлы ябылмағанда ғына был радарҙар табыш килтерә ала, ти иҡтисадсылар. |
|
|
|
Хәйбулла районы хакимиәтенең мәғариф идаралығы һәм йәштәр комитетының уртаҡ проекты – волонтерҙар хәрәкәте сираттағы акцияһын үткәрҙе. Был юлы мәктәп уҡыусылары Һамар ауылы янындағы урманда палатка ҡаласығы ҡороп, тәбиғәтте сүп-сарҙан таҙартыу десанты ойошторҙо. |
|
|
 |
Һабан байрамын Ҡаҙағстанда ла яраталар |
Яңылыҡтар |
|
Июнь аҙағы һәм июль баштарында Ҡаҙағстанда Башҡортостан һәм Татарстандың урындағы вәкиллектәре ярҙамында һәм ҡатнашлығында һабантуйҙар үтте.
|
|
|
|
«Интерфакс» агентлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Ислам мәҙәниәте, фән һәм мәғарифҡа булышлыҡ итеү фонды һәм Ислам үҫеш банкыhы Рәсәйҙә рус телендә Исламға арналған күп томлы энциклопедия сығарыу буйынса берлектәге проектты башларға ниәт тота.
|
|
|
|
7 июлдә Сибай ҡала хакимиәтенең конференц-залында алты йәш ғаиләгә торлаҡ хаҡының бер өлөшөн кире ҡайтарыу өсөн субсидиялар биреү тураhындағы сертификаттар тапшырылды. |
|
|
|
|
|
 |
 |
Баш бит |
Теркәлеү |
Мәғлүмәт |
Эҙләү |
Сайттағы яңылыҡтар |
Беҙҙең турала |
Бәйләнеш
2007 Создание сайтов | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru
|
|
|
|